Редакция журнала «Башҡортостан уҡытыусыһы» - филиал ГУПРБ Издательский дом «Республика Башкортостан»
» Ил иртәһен уйлайыҡ!
Ил иртәһен уйлайыҡ!

(Р. Ғариповтың тормош һәм ижад юлына арналған “Алтын тирмә” уйыны)

Яңы технологиялар үҫешкән мәлдә шағир-яҙыусыларҙың тормошон, ижа­дын тәрән өйрәнеү маҡсатында ойош­торолған кисәләр, осрашыуҙар, улар йәшәгән төбәккә сәйәхәттәр, традицион булмаған дәрес формалары (дәрес-дис­пут, дәрес-суд, дәрес-уйын һ.б.) уҡыу­сыларҙың ҡыҙыҡһыныуын арттыра, киң ҡарашлы, эрудициялы, төплө белемле булырға булышлыҡ итә. Ҡалыплаштырылған дәрестәргә ҡара­ғанда улар бала­ның фекерләү ҡеүәһен үҫтерә, интел­лектын байыта.
Һуңғы ваҡытта БЮТ каналындағы “Алтын тирмә” тапшырыуы тамашасылар араһында киң танылыу яуланы. Бөйөк шағирҙың тормош һәм ижад юлын бай­ҡаған “Алтын тирмә” уйыны уның бул­мышын бөтә яҡлап асыр, тип ыша­нам.
Уйын барышы
Алып барыусы. Һаумыһығыҙ, хөр­мәтле дуҫтар! Башҡортостандың халыҡ шағиры, телһөйәр, илһөйәр шәхесебеҙгә арналған “Алтын тирмә” уйынын башлайбыҙ! Бө­гөн­гө уйында ике команда ҡатнаша. Әй­ҙәгеҙ, дәррәү алҡыштар аҫтында Күгәр­сен районынан килгән ҡунаҡтарҙы сәх­нә түренә саҡырайыҡ! Улар менән көс һынашасаҡ Өфө ҡунаҡтары, сәхнәгә рәхим итегеҙ!
Һаумыһығыҙ! Кәйефтәрегеҙ яҡшымы? Улай булһа, командағыҙ менән таныш­тырыу өсөн һүҙ һеҙгә бирелә!
(Капитандар командаларының исеме, девизы, ырыуы, ҡошо, ағасы, тамғаһы менән таныштыра.)
Алып барыусы. “Әҙәбиәтте өсәү тыу­ҙыра. Беренсеһе – мин, икенсеһе – һин, өсөнсөһө – ул. Мин – шағир, һин – уҡыу­­сы, ул – тәнҡитсе”, – тигән һүҙҙәр кем­деке? (Башҡортостандың халыҡ ша­ғиры Рәми Ғариповтыҡы.)
Был һүҙҙәр бөгөнгө уйыныбыҙға тап килеп тора. Матур әҙәби әҫәрҙә­ребеҙ­ҙән илһам алып, яҙыусы-шағирҙа­рыбыҙҙы ололап, иҫәнлектә-һаулыҡта, тыныслыҡта йәшәргә яҙһын. Теләгән яҡшы уйҙарыбыҙ алдыбыҙға килһен! Хыялдар тормошҡа ашһын! Командалар, сәмле ижади уйынды башлайбыҙ!
I турҙа 10 һорау буласаҡ. Кем һорауға беренсе булып дөрөҫ яуап бирә, шуға бер тәңкә бирелә.
(Уйын башлаусыны билдәләү өсөн һанашмаҡ әйтелә.)
I тур
1. Рәми Ғарипов ниндәй ырыуҙан? (Мең, Әйле, Ҡыпсаҡ, Тамъян.)
2. Халыҡ шағирының ысын исеме нисек? (Румил, Рәми, Рәмил, Рәмис.)
3. Физик яҡтан сынығырға тырышҡан Р. Ғариповты иптәштәре кем тип йөрөтә? (А.Н. Островскийҙың “Ҡорос нисек сыныҡ­ты” романынан Корчагин; Л.Н. Толстойҙың “Һуғыш һәм солох” романынан Болконский; М.А. Шолоховтың “Кеше яҙ­мы­шы” хикәйәһенән Соколов; Н.Г. Чер­­ны­­­шевскийҙың “Нимә эшләргә?” романынан Рахметов.)
4. Р. Ғариповтың Әҙәбиәт институ­тындағы диплом эше нисек атала? (“Таш сәскә”, “Йүрүҙән”, “Миләш-кәләш”, “Алы­рымҡош менән Бирмәмҡош”.)
5. Шағирҙың яратып башҡарған йы­ры нисек атала? (“Сәлимәкәй”, “Карауан­һарай”, “Урал”, “Азамат”.)
6. Халыҡ шағирының тәржемәләре туп­ланған йыйынтыҡ ниндәй исем аҫ­тында донъя күрә? (“Һайланма әҫәрҙәр”, “Көндәлектәр”, “Һабантурғай йырҙары”, “Минең антологиям”.)
7. Рәми Ғарипов “Табыныу” поэма­һын ҡасан яҙа? (1963, 1964, 1965, 1966.)
8. “Февраль. Буран” (Шағир донъяһы­на сәйәхәт) спектакленең авторы кем? Рәми ролен кем башҡара? (Мәрйәм Бураҡаева – Алмас Әмиров; Таңсулпан Бу­раҡаева – Руслан Хайсаров; Гөлнур Бураҡаева – Артур Ҡунаҡбаев; Зөһрә Бураҡаева – Артур Кәбиров.)
9. Шағирға С. Юлаев исемендәге дәү­ләт премияһы ҡасан һәм ниндәй әҫәр­ҙ­ә­ре өсөн бирелә? (“Һайланма әҫәрҙәр” ки­табы һәм “Табыныу” поэмаһы, 1988 йыл; “Миләш-кәләш” шиғырҙар йыйынты­ғы, 1974 йыл; “Йондоҙло уйҙар” шиғырҙар йы­йынтығы, 1979 йыл; “Умырзая йыры” шиғырҙар йыйынтығы, 1981 йыл.)
10. Рәми Ғарипов һәм Һәҙиә Дәүләт­шина яҙмыштарына арналған ниндәй әҫәр бар? (Наил Ғәйетбайҙың “Төн” тра­ге­­дияһы; Ж. Кейекбаевтың “Туғандар һәм таныштар” романы; Ә. Хәкимовтың “Өйөр­­­мә” романы; М. Кәримдең “Ай то­тол­ған төндә” трагедияһы.)
(I турҙа еңеүсе команда билдәләнә.)
II тур
Алып барыусы. Һеҙҙең алда – икенсе һынау. Экранда ете тәҙрә күрәһегеҙ. Һәр тәҙрәлә өс һорау: еңел һорауға – 1, уртасаһына – 2, ҡатмарлыһына 3 тәңкә бирелә. (Уйынды сираттағы команда башлай, һорау һайлай.)
Тарих
1. М. Горькийҙың “Мин был донъяға килешмәҫ өсөн килдем” тигән һүҙҙәре Р. Ғариповтың ниндәй әҫәренә эпиграф итеп алынған? (“Дон-Кихот” (XX быуат монологы)) – 1 тәңкә.
2.“Уралҡайым, һинән ҡырҡып алһам
Ат ҡыуырҙай яңғыҙ ҙа талдарың,
Тамып та ғына ҡала ҡырҡҡан саҡта
Яуҙа үлгән батыр ҙа ҡандары...”.
Башҡорт халыҡ йырынан алынған был өҙөктө шағир ҡайһы әҫәренә эпи­граф итеп һайлаған? (“Батырша” – Шлиссельбург тотҡоно) – 2 тәңкә.
3. Шағирҙың ауылдаштары, прокурор булып эшләгән Һаҙый Ханов менән тәүге артель ойош­тороусы, колхоздың беренсе бригадиры Ғатаулла бабай яҙмышы ниндәй тетрәндергес әҫәрен яҙыуға этәргес бирә? (Сәйәси золом ҡорбандарына бағышланған “Табыныу” (1937) поэмаһы) – 3 тәңкә.
Бағышлау
1. Халыҡ шағирының “Аманат” ҡоба­йыры кемгә бағышлана? (Ҡобайырсы, яҙыусы һәм бөйөк телсе Жәлил Кейек­баевҡа) – 1 тәңкә.
2. Р. Ғарипов “Ал ҡурай, ҡурайсым!” тип кемгә өндәшә? (Ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтовҡа) – 2 тәңкә.
3. Шағирҙың “Еңел түгел ерҙә ша­ғир­ға” шиғыры кемгә арналған? (Дағ­стан шағиры Рәсүл Ғамзатовҡа) – 3 тәңкә.
Сәнғәт
1. Рәми Ғарипов исемендәге тәүге премия лауреаттары кемдәр? (Рауил Бикбаев (1994), Надежда Ға­рипова (1995), Факиһа Туғыҙбаева (1996)) – 1 тәңкә.
2. 1997 йылда гимназия ихатаһында Рәми Ғариповҡа асылған бюстың скульпторы кем? (Николай Александрович Калинушкин) – 2 тәңкә.
3. Шағир ҡайһы шиғырында билдәле рус рәссамының картинаһын бүлмәһенә элеп ҡуйыуы тураһында һүҙ алып бара? Рәссамдың исеме кем? (“Ҡар­ғалар ҡай­ты­уы” (Алек­сей Саврасов­тың “Грачи прилетели” картинаһы буйынса) – 3 тәңкә.
Мәҙәниәт
1. Р. Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған көй­ҙәрҙең исемен әйтегеҙ. Башҡа­рыусылары кемдәр?
(“Минең йондоҙом” – Фәтих, Фәнүр Аралбаевтар, Хәбир Раев) – 1 тәңкә.
(“Ҡоралайым минең, ҡоралайым” – Арыҫлан Йәнбәков) – 2 тәңкә.
(“Бәхет – һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ” – Ғәли Хәмзин) – 3 тәңкә.
Һөнәр
1.“.... ҡыҙ, көн дә кискә ҡалып,
Палаткаңа арып ҡайтҡанда,
Рюкзагыңда ниндәй таштар улар,
Ауыр түгелме һуң арҡаңда?..
Өҙөк ниндәй шиғырҙан, һәм унда кем тураһында һүҙ бара?
(“Хазина” шиғыры, геолог тураһында) – 1 тәңкә.
2.“...Күҙең йоҡлай, үҙең генә уяу:
Һәр тауышҡа һиҙгер ҡолағың...” –
тип дан йырлай шағир был һөнәр кеше­һенә. Шиғырҙың исеме нисек?
(“Шофер” шиғыры (юл йыры)) – 2 тәңкә.
3.“...Ҡоштоң да бар үҙ ояһы, тиеп,
Мин көнләшеп ҡуям ҡоштарҙан...”
Ниндәй һөнәр эйәһенә бағышлана?
(“Төҙөүсе дуҫҡа” шиғыры, төҙөүсегә) – 3 тәңкә.
Халыҡ ижады
1. Р. Ғариповтың “Сыңрау торна” шиғыры кемгә бағышланған? (Фирҙәүес­кә) – 1 тәңкә.
2. 1952 йылда шағир халыҡ ижадын йыйыу маҡсатында Башҡортостандың ниндәй райондарында була һәм ниндәй әҫәрҙәрҙе яҙып ала?
(Июль, август айҙарында Баймаҡ ра­йонында булып, оло йәштәге бабайҙарҙың Са­лауат тураһында һөйләгәндәрен, “Бра­гин ташы” әкиәттәрен, Бөрйән райо­нында “Күҫәк бей” эпосын яҙып ала) – 2 тәңкә.
3. Рәми Ғарипов 1962 йылда бер башҡорт халыҡ эпосын руссанан башҡортсаға тәржемә итә. 1973 йылда был эпос “Башҡорт халыҡ ижады”ның II томында баҫылып сыға. Ниндәй башҡорт эпосы тураһында һүҙ бара? (“Зөһрә менән Алдар” эпосы) – 3 тәңкә.
Ғаилә
1. Ниндәй шиғырҙан өҙөктәр бирелгән, автор кемгә өндәшә?
Тәүге ҡабат бергә бесән саптыҡ,
Һөҙәк кенә тауҙың битендә.
Шул көн иҫеңдәме һинең, ... ?
Ул көн минең һәр саҡ иҫемдә.
(Әсәй, “Әсәм ҡулдары” шиғыры) – 1 тәңкә.
2.Өс имәндең араһында үҫкән
Һылыу һынлы ҡайын шикелле,
Өс ир бала араһында үҫтең
Кинйә бала булып һин, ... .
(Һеңлем, “Һеңлемә” шиғыры. Өс имән – Рәми, Рауил, Урал, ҡайын – Мөршиҙә) – 2 тәңкә.
3.Бына ... , тибеп мендәрен
Башы түбән, иҙерәп йоҡлап ята,
Әсәһенең сығып ҡуйынынан.
Юҡ, ҡулҡайын түгел, бер тәпәйен
Ташлап ятҡан уның ҡуйынына!..
(Ҡыҙым, “Сабый йоҡоһо”, Гөлнараға) – 3 тәңкә.
(Тәңкәләрҙе һанау, еңеүсе команданы билдәләү.)
(Музыкаль тәнәфес. Уҡыусылар баш­ҡарыуында ҡурай моңдарын тыңлау.)
III тур
Әйтеш
Алып барыусы. Рәми Ғарипов халыҡ ижады гәүһәрҙәрен йыйып ҡына ҡал­ма­ған, үҙе лә ҡобайыр-хикәйәттәр ижад ит­кән. Хәҙер мин уның ҡобайыр-ши­ғырҙарынан өҙөктәр уҡыйым, ә һеҙ дауам итегеҙ. Һәр дөрөҫ яуапҡа бер тәңкә бирелә. Сәсәнлектә ярышабыҙ, дуҫтар!
Ярты төндә уянып,
Йоҡлай алмай уйланып,
Уйлап ятҡан уйҙарҙы –
Таралышҡан ҡуйҙарҙы –
Ҡалай итеп йыяйым,
Ҡалай итеп тыяйым? (“Уйҙарым”)
* * *
Ил яҙмышы ирҙә икән,
Ил иртәһен уйлаһын,
Ил иртәһе – ишәккә, тип,
Ҡулын һелтәп ҡуймаһын...
(“Уйҙарым”)
* * *
Телең барҙа илең бар,
Илең барҙа иркең бар,
Иркең барҙа күркең бар,
Ерең, күгең – икең бар,
Утың, һыуың – дүртең бар. (“Аманат”)
* * *
Хас дошмандар әле сиктәр аша
Хөр халҡыма күпме таш сөймәҫ.
Батшаларға башын эймәгәнде
Башҡаларға башҡорт баш эймәҫ.
(“Cалауат батыр”)
* * *
Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!
(“Туған тел”)
* * *
Ил тойғоһо иргә миҙал түгел –
Муйынына тағып йөрөргә.
Ил тойғоһо ирҙең намыҫында,
Йөрәгеңдә йөрөй гел бергә.
(“Ил тойғоһо”)
(III турҙа еңгән команда билдәләнә.)
IV тур
Серле һандыҡ
Алып барыусы. Һеҙҙең алдығыҙҙа семәрле һандыҡ тора. Уның төбөндә нимә ятҡанлығын белер өсөн Рәми Ға­риповтың бер шиғырын тыңлағыҙ һәм йәшеренгән һүҙҙе табығыҙ.
Эй, .., ..,
Ниңә әле бығаса
Иҫләмәнем һине бик?
Һай, бик тәмле инең бит!
Эй, .., ..,
Күстәнәс, тип ҡоҙаса.
Төйнәп килтерер ине,
Ауыҙҙа ирер ине.
(Йыуаса.)
(Алдан әҙерләнгән уҡыусы башҡорт милли аҙығы йыуаса тураһында һөйләй. Һандыҡтан йыуаса сығарыла.)
Алып барыусы. Бына инде беҙ матур ярышыбыҙҙың аҙағына ла яҡынлаштыҡ. Тәңкәләрҙе һанайыҡ, еңеүсене табайыҡ!
(Тәңкәләр һанала, енеүсе команда бил­дә­ләнә, капитандар бер-береһенә теләктәр әйтә. Бүләктәр тапшырыла. Командалар­ға күстәнәс – йыуаса бирелә.)
Хөрмәтле дуҫтар! Туған телебеҙҙең киләсәге өсөн янып-көйөп йәшәгән һәм ижад иткән оло шәхесебеҙгә арналған “Алтын тирмә” уйынын тамамлайбыҙ. Рәми рухы һәр кемебеҙҙең күңелендә яҡты йондоҙ булып балҡыһын! Уның кеүек телһөйәр, илһөйәр булып, килә­сәкте ҡайғыртып йәшәйек, берҙәм һәм татыу булайыҡ! Ил иртәһен уйлайыҡ!
Р.М. ТИМЕРБУЛАТОВА,
Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты
уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы