Редакция журнала «Башҡортостан уҡытыусыһы» - филиал ГУПРБ Издательский дом «Республика Башкортостан»
» » Уҡытыусы һәм әҙибә (Йәш ижадсы, педагог Әлиә Саматованың «Кәкүк» повесына күҙәтеү)
Уҡытыусы һәм әҙибә (Йәш ижадсы, педагог Әлиә Саматованың «Кәкүк» повесына күҙәтеү)

Ф.Б. САНЪЯРОВ,
Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты
доценты, РФ һәм БР Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы,
филология фәндәре кандидаты

Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн ойошторолған курстарҙа художестволы әҙәбиәт, уның форма һәм йөкмәтке берлеге, әҫәрҙең эстетик үҙенсәлектәре, тәрбиәүи әһәмиәте хаҡында уҡытыусылар менән фекер алышабыҙ, бәхәсләшеп тә китәбеҙ. Шуға иғтибар иттем: бер коллегам үҙенең фекер тослоғо, әҙәби әҫәр проблемалары, һүҙ сәнғәте тураһында төплө уй-фекер йөрөтөүе, тел һәм стиль мәсьәләләрен үҙе лә ҡәләм оҫтаһы кеүек аңлауы менән айырылып торҙо. Белорет районынан килгәндәр бер тауыштан: «Ул бит яҙыусы, хикәйәләре ташҡа баҫылып тора, хатта повесть тамамларға өлгөрҙө», – тип сер йомғағын систе. Ә бер аҙҙан «Ағиҙел» журналында үҙем дә ошо юлдарҙы уҡыным: «Саматова Әлиә Марс ҡыҙы (1973) Белорет районы Йөйәк ауылында тыуған. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетын тамамлағас, 2-се Инйәр башҡорт мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Ғаиләһендә ике ул үҫтерә. Учалы яҙыусылар, Белорет ҡала һәм районы ижадсыларының “Иҙел башы” ойошмалары ағзаһы. Инйәр ауы­лының “Елмерҙәк” башҡорт халыҡ театры актрисаһы, “Тау шишмәһе” ансамбле йырсыһы. “Ағиҙел”дә әҫәре тәүләп баҫыла. Үҙенсәлекле хикәйәләре “Әҙәби марафон – 2015” барышында тикшерелһә, әлеге повесын йәш әҙәбиәтселәрҙең республика фестивалендә проза семинары (2016) хупланы. Ҡәләмеңә ҡеүәт, Әлиә!».
«Яҙыусы һәм шағирҙың ижадын белгең килһә, уның тыуған яғын күр», – тиҙәр. Йөйәктә күп тапҡырҙар булған бар. Тирә-яҡтан тауҙар уратып алған, «сылтыр‑сылтыр» килеп, көмөш һыуҙарын Инйәр йылғаһына ҡойған Йөйәк, саф һыулы Инйәр, күккә олғашҡан мәңге йәшел һомғол шыршылар, ауылдаштарының үҙенсәлекле ерле һөйләше – былар, һис шикһеҙ, Әлиә Саматованы ижад кешеһе итмәй ҡалмағандыр. Тәүге осрашҡандан һуң, институтыбыҙҙа иркенләп һөйләшеп, ижад серҙәре менән уртаҡлашып ултырыу, «Ағиҙел»дә донъя күргән «Кәкүк» повесы хаҡында фекер алышыу бәхете тейҙе. Уҡытыусы һәм әҙибә Әлиә Марс ҡыҙы Саматованың тормошо, педагогик эшмәкәрлеге, ижади уй‑хыялдары хаҡында тағы ла күберәк белдем. Уның ни тиклем күп даирәлә эшләүе, таланты, ижади маһирлығына һоҡландым. Хоҙай, биргәс, бирә икән: алдынғы уҡытыусы, яҙыусы, актриса, йырсы, өлгөлө хужабикә. Халҡыбыҙ был осраҡта: «Күҙ генә теймәһен!» – ти.
«Кәкүк» повесы – әҙибәнең тәүге күләмле әҫәре. Тормошто, болғауыр заманды, халҡыбыҙҙың бөгөнгө йәшәйешен яҡшы аңлаған, һәр саҡ кешеләр араһында булған автор заманабыҙҙың иң киҫкен проблемаларының береһе – ғәзиздәрҙән-ғәзиз үҙ балаңды сит кешегә һатып ебәреү күренешен һүрәтләй. Кешеләр тормошонда ғына түгел, тәбиғәттә лә күҙәтелә икән бындай хәл. Мәҫәлән, әҫәргә атама биргән кәкүк. Оя ҡормай, ҡошсоғон тәрбиәләмәй улар. (Яңыраҡ белдем: кәкүктәр ағыулы бөжәктәр менән туҡлана, шуға ла ҡошсоҡтарын ашатмай, үҙҙәре үҫтермәй икән. Тәбиғәткә таң ҡалырлыҡ.) Кәкүк кешеләр аңында бала тәрбиәләмәгән заттарҙың символы булып формалашҡан. Әлиә Саматова әҫәрендәге символик образ да бик урынлы. Ана бит: «Кәкүк йомортҡаһының себеше сыҡҡан», – тиеште халыҡ. Шулай уҡ автор, параллель күренеш итеп, әҫәрҙә сағыласаҡ ваҡиғаларға ишара рәүешендә себештәренең береһен йәберләгән ҡара тауыҡты һүрәтләүҙе оҫта ҡуллана. Сәғирәнең һәм уның берҙән‑бере Моталлаптың телмәренә иғтибар итәйек: «Эй, Хоҙайым, йүнһеҙ тауыҡ, үҙ себешеңде үҙ итә алмайһың, ә!»; «Инәй, шул ҡара тауыҡ кисә лә себешен суҡый ине. Инәй кеше балаһын шулай ыҙалатмай инте ул, ивет?!».
Уҡытыусы, кеше психологияһын яҡшы тойомлаған автор драматик ваҡиғаларҙы тәрән психологизм менән һүрәтләй: «Сәғирәнең сикә тамырҙары сәғәт теле һымаҡ йыш‑йыш һуға башланы, күҙе маңлайынан бына‑бына атылып сығыр төҫлө тойолдо. Бая йотоп ебәрелгән төйөр был юлы тамағына тығылды»; «Йоҡо бүлмәһенә килеп ингән әсәһен таныманы Моталлап. Әйтерһең дә, уны туңдырып, боҙға әйләндереп баҫтырып ҡуйғандар. Күҙҙәре көҙгөһөн туңған йылға боҙо кеүек үтә күренмәле, йөҙө ап‑аҡ, ә ҡулдары ҡышҡы сатлама һыуыҡта бейәләйһеҙ йөрөгәндәге кеүек өшөгән. Ә тауышы?! Шундай ят һәм һалҡын, тән зымбырлап китә». Күренеүенсә, кеше эмоцияларын, күңел кисерештәрен һутлы тел, образлы сағыштырыуҙар, фразеологик берәмектәр ярҙамында ышандырырлыҡ итеп һүрәтләй Әлиә Саматова.
Ни өсөн үҙ сабыйын сит-ят әҙәмдәргә һатып ебәрә һуң Сәғирә? Байыу, кейенеү-яһаныу, йорт бөтәйтеү өсөн түгел. Ни тиклем аяуһыҙ күренмәһен, Моталлап өсөн алған төргәктәге аҡсаға ул ҡағылып та ҡарамай, хатта ҡәһәрле төргәкте һуңынан утҡа ташлай...
...Ауылдың иң һылыу ҡыҙы Сәғирә ҡаланан килгән машиналы Йыһангир­ҙың татлы теленә ышана. Етмәһә, әхирәте йөрәк ялҡынын дөрләтә: «Аптырайым та ул һиңә, нәмәһе менән оҡшамай Йыһангир? Шул тиклем шәп егет, ҡалала йәшәй. Их, миңә булһа ине ул! Ҡалаҡ­ҡа ғына һалып йота торған кавалер бит, ә?»
Ышана Сәғирә татлы телле кавалерға. Кәкүк булып сыға уныһы. Әҙер ояға йомортҡа һала ла ҡалаһына олаға. Халыҡтың ауыҙын ябып буламы: «Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа шул», «Маҡтаулы ҡыҙ туйҙа эш боҙа», «Йә, ауыҙ һыуығыҙҙы ҡоротоп маҡтай инегеҙ, күрһәттеме алиһәгеҙ!», тип йән үртәйҙәр. Йыһангирҙың дуҫы, ҡыҙҙы элек тә яратып йөрөгән Ғәфүр, кеше һүҙенә, әсәһенең ризаһыҙлығына ҡарамай, Сәғирәгә өйләнә. «Кеше балаһын үҫтерәңме инте хәҙер? Миңә үҙ ейәнем кәрәк, зина ҡылып яралған тыума түгел!» – әсәһенең был һүҙҙәре әллә ниндәй йөрәкте ташҡа әйләндерер! Аҙ иламай Сәғирә. «Һығылып илаған саҡтарында йоморайып килгән ҡорһағына һуҡҡысланы. Бөтә күңеле менән баланың тыумауын теләне... Әммә, нисек кенә тырышмаһын, йөрәк аҫтындағы яралғы йәшәүгә сат йәбеште». «…Моталлап теремек, мыҡты булып үҫеп китте. Ҙурайған һайын атаһына нығыраҡ оҡшап, әсәһенең күңел яраларына тоҙ һалды. Ғәфүр бер тапҡыр ҙа «улым» тип әйтмәне балаға, исеме менән генә өндәште». Ә бер көн килеп : «Күрше ауылға бер ғаилә күсеп килгән, ти инәйем. Уллыҡҡа сабый эҙләйҙәр икән, көсөгөңтө шуларға бирәһең, юғиһә... », – тип йөрәк өҙгөс хәбәр һала. Нишләһен Сәғирә, атаһы Бирғәле ағайҙың үлеменә сәбәпсе булған, ауыл халҡынан, ҡәйнәһенән әсе һүҙҙәр ишеттергән, Ғәфүрҙән ҡағы­лып‑һу­ғы­лып йәшәүҙәргә дусар иткән Моталлаптан берҙән-бер ҡотолоу сараһына бара, яттарға һатырға риза була...
Повеста беҙ алда әйткән символик образ – кәкүктең йәнә бер художество фунцияһы бар. «Кә-күк, кә-кү-үк... Бер, ике, өс, дүрт...» Уллыҡҡа һатылған Моталлап, килмешәк, Мишка, Сайра өсөн Муталлапчик булып, күрше ауылда үҫә, әсәһенең килеп алыр көнөн көтөп, һағынып йәшәй. «Кәкүк, кәкүк, миңә нисә йәш?» Биш бармағын бөкләй Моталлап, ә бер нисә йылдан ун бармағын да. «Бала күңеле уйын менән дауаланды. Ошо ауылға, урамға, кешеләргә, өйгә, Сайра менән Ғиндуллаға яйлап өйрәнде малай. Иң мөһиме – кәкүк тауышын онотто. Ғөмүмән, уға иғтибар итмәне: һыуындымы, үпкәләнеме, асыуы килдеме...» Әҫәрҙең эпилог өлөшөндә һүрәтләнгәнсә, бәләкәс кенә шыҡһыҙ өйҙөң ҡаҡ иҙәнендә өшөп уянған Моталлап өсөн иҫке генә радионан ағылған йыр ҙа юҡҡа түгел, йөкмәткене байыта, ҡатмарлы яҙмышҡа дусар булған геройҙың характерын тулыландыра төшә:
...Кәкүк, кәкүк, әйтсе миңә,
Күпме минең ғүмерем?
Күпме минең был донъяла
Шатлыҡтарым, күререм?
Ана шулай, әҫәрҙең башынан һуңғы юлдарға тиклем кәкүк образы ваҡиғаларҙы бер епкә теҙеп үҫә килә. Ысынлап та, Моталлаптың, «кәкүк балаһының», яҙмышы ябай түгел. Тыуғансы уҡ атай кешенең хыянатын, тәрбиәләп маташҡан үгәй атайҙың йәберләүен кисерә. ¤лөшөнә төшкәндең иң ауыры – үҙ әсәһенең ят кешеләргә биреп ебәреүе. Әсәһенең килеп алырын көтөп, көндәр һанап йәшәй ул. Әммә ҡырыҫ ысынбарлыҡ тиҫтер малайҙарҙың теле менән яҙмышының асылын аңлата: «Нинтәй инәйең? Ул бит һине һатҡан! Мынау балаһыҙ Сайра менән Ғиндуллаға. Инә­йем шулай тине». Йәне яралы Моталлап барыбер кешеләрҙән биҙмәй. Йәш әтәс­тәй көрмәкләшкән Фәттәх, Саҙрый, Нәҡиптәр менән дуҫлашып ала, Нәзифә менән араларында мөхәббәт уты тоҡана. Һәр ваҡыт донъялағы иң яратҡан кешеһе – әсәһенә ынтыла. Үҫмер сағында боҙҙа шыуып уйнай-уйнай таныш урындарға барып сыға, бала сағы күҙ алдына баҫа. Әмәлгә ҡалғандай, мәкенән һыу алған әсәһен күрә: «Инәйем? ...Эйе, ул! Шул уҡ ҡара толом, шул уҡ буй-һын...»; «Аяҡтарын боҙҙан саҡ айырып, утлы ҡарҙан атланы үҫмер. Әсәһенә өс‑дүрт аҙым ҡалғас, ҡатын башын ҡалҡытты...»
«Ҡаршыһында баҫып торған улын күргән әсәнең зиһенен ут ялманы. Ҡыҙҙырған кеүек ҡапыл эҫегән ҡылысы менән уның ҡулдарын өтөп, биҙрәләре лә ысҡынып тәгәрәне. Береһе мәкегә төшөп, һыңар ҡолағын күрһәтеп әҙ генә ятты ла, һыу йотоп тонсоҡҡандай, бөтөнләй күҙҙән юғалды. Был осрашыу мәлен күрергә теләмәгәндәй, йәнһеҙ биҙрә лә шым ғына һыу төбөнә йәшенде. Сәғирә үҙе лә мәкегә сумыр хәлдә ине, биллаһи, тик аяҡтары боҙға ҡуша туңдымы ни... Ә ҡаршыһында мең һораулы күҙҙәр менән тишерҙәй ҡарап улы тора. Нисек ҡурҡты ул ошо ҡараштан, нисек оялды... Күпме тапҡыр улы эргәһенә барып та, ошо күҙҙәрҙән ҡасып, кире әйләнде бит».
Эйе, яҙмышы еңел булманы Сәғирәнең. Нимә етмәне уға? Моталлабын ҡурсаларға ҡыйыулығымы, бәләкәсен яҡлау, һаҡлау өсөн әсә саялығымы? Дөрөҫ юлды таба алмауы арҡаһында ғүмер буйы ғазап кисерә, әрнеше төндәр буйы йоҡо бирмәй уға. Ярай әле сабыйы, Килмәков Моталлап Ғиндулла улы булып китеп, Сайраның йылы ҡосағында үҫеп етә.
Ҡатмарлы һәм сетерекле проблемаға юҡҡа тотонмаған уҡытыусы һәм әҙибә Әлиә Саматова. Бөгөнгө көндә ғаилә, кеше мөнәсәбәттәре, замандың үҙе ке­үек, ябайҙан түгел. Тыуғас та балалары­нан баш тартҡан әсәләр ҙә, ғәзиз сабы­йын, себеш урынына ла күрмәй, әсә наҙынан мәхрүм иткәндәр ҙә аҙмы? Беҙҙеңсә, әҙибәнең әйтер һүҙе лә шундай әсәләргә, кәкүк һымаҡ ир-аттарға төбәлгән. Повеста йәштәребеҙгә фәһем булыр­ҙай ғибрәтле яҙмыш бәйән ителә. Шуныһы ғына үкенесле: Моталлаптың яҙмышы бәхетле булмай, ғаиләһеҙ ҡалған ир шыҡһыҙ өйөндә: «Инәй, өшөнөм...» тип уяна. Әллә, халыҡ әйткәнсә, «Бер бәхетең булмаһа, булмай икән»ме?
Бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтендә байтаҡ уҡытыусылар булыуы билдәле. Изге һөнәр эйәләре ижадта ла педагог булып ҡала, әҙәбиәттең тормош дәреслеге икәнен тағы бер ҡат раҫлай. Әлиә Саматованың «Кәкүк» повесында ла авторҙың педагогик концепцияһы асыҡ сағыла, тәрбиәүи функция башҡара. Нуриман бабайҙың балаларға һөйләгәне: «Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара ул. Баш­ҡарған эшегеҙ миңә булһа, өйрәнгәнегеҙ – үҙегеҙгә. Гел шулай яҡшы күңелле булығыҙ, яраймы, изгелек бер ҡасан да ерҙә ятып ҡалмай, – тип балаларҙың арҡаһынан һөйөп алды ҡарт. Ике тоҡто (туйра – имән сәтләүеге менән) ике ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, арбаға килтереп һалды. Шунан өсәүләп, сөкөрләшә-сөкөрләшә ауылға табан атланылар. Ике быуын осрашҡас, һис шикһеҙ, һөйлә­шәһе һүҙҙәр күп булғандыр. Уларҙың серен тәгәрмәс шығырлауы ғына йотоп барҙы». Йәнә: «Күпме бәхеттән мәхрүм уның “дуҫы”? Улыңдың тәүге аҙымдарын күреү – үҙе бер ғүмер бит. Әйтерһең дә, ғүмерең яңынан башлана. Кескәй генә тәпәйҙәре менән ул һинең эҙеңдән атлаясаҡ, бейеклектәргә үрмәләйәсәк, дала киңлектәрен күрәсәк, төпһөҙ диңгеҙҙәрҙе гиҙәсәк. Һинең көслө ҡулдарыңа тотоноп, бер нәмәнән ҡурҡмай алға барасаҡ. Ә инде тәтелдәк теле ғүмереңдең һәр минутын шатлыҡ менән тултырасаҡ. Әй, Йыһангир, буш бит һинең йыһаның. Йөрө инде хәҙер шул бушлыҡты гиҙеп. Сәскәнән сәскәгә ҡунып, ғүмереңдең көҙө еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалырһың әле, сиңерткә!». Ғаилә һәм тәрбиә проблемаларын күтәргән әҫәрҙә педагогик концепция бик урынлы, ул әҫәрҙең уҡыусыға тәьҫирен бермә-бер күтәрә.
Әлиә Саматованың «Кәкүк» повесы хаҡлы рәүештә тәжрибәле яҙыусыларыбыҙҙың хуплауына лайыҡ булды, «Ағи­ҙел» журналы уҡыусылары ла ыңғай фекер туплағандыр. Эйе, әҙәбиәтебеҙгә художестволы әҫәрҙең форма һәм йөк­мәт­ке үҙенсәлектәрен аңлаған, герой характерын тыуҙырыу ҡеүәһенә эйә, психологизм асылына төшөнгән әҙибә килде. Беҙҙе, беренсе сиратта, авторҙың образлы теле һәм үҙенсәлекле стиле арбаны. Назар Нәжмиҙең русса уйлап, башҡортса яҙған шағирҙар тураһындағы фекере булды. Әлиә Саматова башҡорт­са фекерләүе һәм яҙыуы менән алдыра. «Кәкүк» повесында автор телмәре хәҙерге башҡорт әҙәби теленә нигеҙләнһә, персонаждарҙың теленә Инйәр буйы ҡатайҙарының тел үҙенсәлектәре хас. Яҙыусы әҫәр теле туҡымаһында балалар телмәрен дә уңышлы ҡуллана. Ҡайһы бер миҫалдарҙы ғына күрһәтәйек: «Бөгөнкә мыныһы ла етеп торор. Ана, Мишканың инәһе бы яҡҡа табан килә. Таванты ялтыратайыҡ. Инәйеңә беҙҙе ошаҡ­лаһаң, Мишка, ысматри, өлөшөңә алаң, белтеңме!»; «Йыһангир, алтыңа ҡара, мынта һиңә ҡала юлдары түгел»; «Ҡояҫ­та ҡыҙынып, беҙҙең еләкләрҙе аҫап ята инте, – тип ҡыҫылды Саҙрый»; «Улар кү-ү-үп итеп мәмәй әпкиләләрме?»; «Әллә әппәр, инәй, тәмне булты!» – тип бите менән ҡулын һыйпағас, ултырғысынан төшөп, тышҡа ыңғайланы». Шулар менән бер рәттән, автор ҡылым­дарҙың ҡыҫҡа, ябай телмәр стиленә хас булған формаһын актив файҙалана, улар ерле һөйләш колоритын бирә, башҡорт теленең диалект үҙенсәлектәрен сағылдыра: йөрөйөң, алаң, бешерәң, күрмәйеңме, ятаң һ.б.
Шулай ҙа автор телендә күҙгә йышыраҡ ташланғаны сағыштырыу сараһылыр. Бындай художестволы һүрәтләү сараһын әҙибә бер күренеш йәки әйберҙе уртаҡ сифаттары булған икенсе күренешкә йәки әйбергә оҡшатып, асыҡлау маҡсатында бик уңышлы файҙалана. Сағыштырыуға хас булған синтетик, аналитик һәм синтетик‑аналитик формалар киң ҡулланыла. Улар авторҙың донъяны художестволы ҡабул итеүенә, образлы фекерләүенә бәйле. Миҫалдар: «¤йҙә ике мәйет ҡалды: береһе – донъя менән әле генә хушлашҡан себеш, икенсеһе – тереләй ҡатҡан ҡатын»; «Ояһын таба алмай сәбәләнгән ҡош кеүек, яуапһыҙ һорау ҡатындың мейеһен ҡайнатты»; «Шунан ҡапыл нимәнелер иҫенә төшөрөп, итәгенә ут ҡапҡандай тышҡа атылды»; «¤рк­кән ҡоралайҙай баҫып торған әсәһен күргән Моталлап уның йәш тулы күҙ­ҙәренән ҡарашын айырманы». Бынан тыш әҙибә фразеологизмдар менән дә оҫта эш итә. Ҡайһы бер фразеологик берәмектәр халыҡсан булһа (түбәһе күккә тейгәндәй булды, балтаһы һыуға төш­кәндәй йөрөнө), икенселәре автор теленә генә хас: артынан йәйғорон күккә элеп, боҙға әйләндереп баҫтырып ҡуйғандар. Ғөмүмән, повестың тел байлығы, лексик ҡатламдарҙың төрлөлөгө, мәҡәл‑әйтем­дәрҙе уңышлы файҙаланыуы, халыҡсанлығы авторҙың художестволы һүрәтләү оҫталығына эйә булыуын таныта.
Йыйып ҡына әйткәндә, хәҙерге башҡорт прозаһына ярайһы уҡ бай тормош тәжрибәһе туплаған, кешеләр күңелен аңлаған, үҙ геройҙарын ҡатмарлы психик ситуацияларҙа һүрәтләй алған, туған халҡының тел байлығына, моңона эйә булған яҙыусы килде. Ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлиә Саматова! Педагогик йәмәғәтселек «Кәкүк» повесын халыҡҡа еткереүҙә ситтә ҡалмаҫ, тип уйлайым, сөнки өлкән класс уҡыусылары, йәштәр араһында матур ғаилә ҡороу, киләсәктә бәхетле ғүмер итеү проблемаларын аңлатыу – заманыбыҙҙың иң актуаль мәсьәләләренең береһе. Был йәһәттән, һис шикһеҙ, яҙыусы мөҡәддәс эш башҡарған. Уҡытыусы һәм әҙибә Әлиә Саматоваға артабан да ижади үрҙәр яулауын теләйбеҙ!