Редакция журнала «Башҡортостан уҡытыусыһы» - филиал ГУПРБ Издательский дом «Республика Башкортостан»
» » А.Ә. Fәлләмовтың ғилми-методик мираҫы бөгөн дә актуаль
А.Ә. Fәлләмовтың ғилми-методик мираҫы бөгөн дә актуаль

Р.Ә. АБУТАЛИПОВА,
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы профессоры,
филология фәндәре докторы

Ағымдағы йылдың март айында Башҡорт дәүләт университеты базаһында күренекле ғалим-методист Абдрахман Әбдрәхим улы Ғәлләмовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған Бөтә Рәсәй фәнни-методик конференцияһы булып үтте. Конференцияла А.Ә. Ғәлләмовтың фәнни-методик һәм педагогик эшмәкәр­леге, йәш быуынды тәрбиәләүҙә ту­ған телдең роле, Башҡортостан Республикаһының мәғариф учреждениеларында, Рәсәй Федерацияһының башҡа ре­­ги­он­дарында башҡорт һәм башҡа телдәрҙе өйрәнеүҙең хәҙерге проблемалары, фәндең традицион һәм яңы йүнә­лештәре шарттарында башҡорт филологияһы, сағыштырма тел ғилеменең проблемалары ҡаралды.
Абдрахман Әбдрәхим улы Ғәлләмов башҡорт грамотаһына өйрәтеү методикаһы фәненә нигеҙ һалыусылар араһында айырым урын биләй. Уның исеме башҡорт теленән тәүге уҡыу китаптары яҙған В. Катаринский, А. Бессонов, З. Айыухановтар менән бер рәттә тора.
А.Ә. Ғәлләмов 1926 йылдың 15 октябрендә Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуа. Тәүге баҫҡыс белемде ул Баймаҡ районының абруйлы уҡытыусылары Әсмә Баймырҙина, Мостафа Зәйнәғәбдинов, Ғәҙел Әҙеһәмовтарҙан ала.
Абдрахман Ғәлләмов 1943 йылда Темәс педагогия училищеһына уҡырға инә. Ә. Ғәлимов, С. Алсынбаев, Ә. Ниғ­мәтуллин, К. Ғәлимов, Г. Измайлова, З. Зөбәйеров кеүек юғары квалификациялы педагогтарҙың йоғонтоһонда үҫмерҙә башҡорт теле һәм уны уҡытыу методикаһы фәненә ҙур ҡыҙыҡһыныу уяна. Артабан ул уҡыуын К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегендә дауам итә. Бында уға башлан­ғыс кластар буйынса методист У. Хөснөтдиновтың (У. Хөсни, Х. Усман) йоғонтоһо көслө була.
1948 йылда А.Ә. Ғәлләмов Белорет педагогия училищеһында эш башлай, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, матур яҙыу дәрестәрен алып бара, студенттарҙың педагогик практикаһы менән етәкселек итә. Училищелағы эш тәжрибәһе Абдрахман Ғәлләмовтың артабанғы яҙмышын билдәләүгә ҙур этәргес була. Бында ул тәү башлап уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү, туған телдең грамматик төҙөлөшө, дәрес­тә һәм дәрестән тыш уҡыу, телмәр үҫтереү мәсьәләләре өҫтөндә әүҙем эшләй, үҙ аллы ғилми хеҙмәттәр яҙа башлай.
Буласаҡ ғалим-методист 1953 — 1957 йылдарҙа Баймаҡ районының Сибай ҡа­сабаһы мәктәптәрендә туған тел, әҙәбиәт, тарих, логика предметтарын уҡыта, баш­ланғыс класс уҡытыусыларының методик берекмәһен етәкләй, ҡала халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы булып эшләй.
1958 йылда А.Ә. Ғәлләмов Башҡортостан уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтына эшкә алына, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса методист, туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кабинеты мөдире була. Бер үк ваҡытта грамотаға өйрәтеү проблемалары өҫтөндә ғилми-тикшеренеү эштәре алып бара, башҡорт «Әлифба»һы, грамотаға өйрәтеү тарихы, грамотаға өйрәтеү методикаһы буйынса ғилми хеҙмәттәр, методик әсбаптар яҙа. 1968 йылдан алып ғүмеренең һуңғы көндәренә (1989 йыл, 19 февраль) тиклем Башҡорт дәүләт университетында доцент вазифаһын башҡара.
Мәғариф өлкәһендәге һәм ғилми- тикшеренеү эштәрендәге уңыштары өсөн Абдрахман Әбдрәхим улы Ғәлләмов «РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы», «Башҡорт АССР-ның атҡаҙан­ған уҡытыусыһы» тигән маҡтаулы исем­дәргә лайыҡ була, 1975 йылда К. Ушинский миҙалы менән бүләкләнә.
А.Ә. Ғәлләмов 1967 йылда Ж.Ғ. Ке­йек­­баев етәкселегендә башҡорт телен уҡытыу методикаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Ғилми хеҙмәттә башҡорт грамотаһына өйрәтеү методикаһы тәүге тапҡыр фәнни нигеҙҙә яҡтыртыла. Хеҙмәттең төп ҡиммәте булып ике мөһим ҡағиҙә тора. Беренсенән, Абдрахман Әбдрәхим улы өн-хәрефтәрҙе өйрәнеүҙең яңы тәртибен индерә. Ул грамотаға өйрәтеүҙе телмәрҙә иң йыш ҡулланылған 6 һуҙынҡы өн-хәрефтән (а – ә, о – ө, у – ү) башлауҙы тәҡдим итә һәм үҙ фекерен төплө итеп фәнни яҡтан дәлилләй.
Билдәле булыуынса, тәү башлап уҡыр­ға өйрәтеү ижекләп уҡыуға нигеҙләнә. Ә ижекте һуҙынҡы өндәр яһай: һүҙҙә нисә һуҙынҡы өн, шунса ижек була. Телмәрҙә йыш ҡулланылған был алты һуҙынҡыны алдан өйрәнеү һәр яңы тартынҡы өн менән күп төрлө ижек һәм ике-өс өндән торған һүҙҙәр төҙөү мөмкинлеге бирә: ат, от, ут, үт; тот, тут. Уҡыусылар тәүге дәрестәрҙән үк һүҙҙәр һәм ике-өс һүҙҙән торған һөйләмдәр уҡый башлай.
Өн-хәрефтәрҙе өйрәнеүҙең яңы тәртибе башҡорт грамотаһына өйрәтеүҙә айырыуса мөһим. Башҡорт телендә тартынҡы өндәр ҡалын hәм нәҙек һуҙынҡы өндәр эргәһендә ассимиляцияға бирелеп, ҡаты йәки ярым йомшаҡ әйтелә: ат – эт; бор – бөр; ут – үт; ҡул – күл. Был үҙенсәлек ижектәрҙе әйткәндә асыҡ күренә: тартынҡыны әйтер алдынан беҙ үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән иғтибарҙы унан һуң килгән һуҙынҡыға йүнәлтәбеҙ (мө-), һуҙынҡының сифатын тартынҡы өнгә күсереп, телмәр ағзаларын һуҙынҡы өндө әйтергә әҙерләйбеҙ. Шунан һуң ғына ижекте әйтәбеҙ. Тимәк, дөрөҫ уҡыу өсөн иң башта ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙың айырмаһын үҙләштерергә кәрәк. Сағыштырығыҙ: рус телендә тартынҡылар үҙҙәре ҡаты һәм йомшаҡҡа бүленә һәм уларҙы билдәләү өсөн махсус тел саралары (ь, я, ю, е, ё) ҡулланыла: угол – уголь; вагон – огонь; мал – мял.
Абдрахман Әбдрәхим улы хеҙмәтенең икенсе мөһим үҙенсәлеге – башҡортса уҡыу грамотаһына өйрәтеүҙә телмәр өндәрен анализлау hәм синтезлау методын ҡулланыу мөмкинлеген ғилми яҡтан нигеҙләү, уны башҡорт теленең эске ҡанундарына, лексик, грамматик, фонетик үҙенсәлектәренә һәм яҙыуҙағы шартлы билдәләр системаһына яраҡлаштырыу.
Грамотаға өйрәтеүҙе был методҡа ярашлы ойошторғанда, телмәр өндәре hүҙҙәр, hөйләмдәр һәм бәйләнешле телмәр эсендә анализлана. Бының өсөн уҡыусыла үҙ фекерен әйтеп биреү теләге уятырлыҡ телмәр ситуацияһы булдырыла, диалог, һорау-яуап формаһындағы ябай әңгәмә, бәхәс, фекер алышыу ойош­торола. Телмәр өндәрен анализлау һәм синтезлау эҙмә-эҙлелеген шартлы рәүештә ҡом сәғәте формаһында күҙ алдына килтерергә мөмкин.

Бәйләнешле телмәр
Һөйләм
Һүҙ
Ижек
Өн
Хәреф
Ижек
Һүҙ
Һөйләм
Бәйләнешле телмәр

Абдрахман Әбдрәхим улы тарафынан башҡорт грамотаһына өйрәтеүгә яраҡ­лаштырылған өндәр методының төп положениелары түбәндәгеләр:
• тәү тапҡыр уҡырға өйрәтеүҙең нигеҙен телмәр өндәре өҫтөндә эшләү тәшкил итә;
• грамотаға өйрәтеүҙең бөтә этаптарында өндәрҙе анализлау һәм синтезлау үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә алып барыла;
• ижекләп уҡырға өйрәтеү – грамотаға өйрәтеүҙә төп маҡсаттарҙың береһе;
• балаларҙың фонематик ишетеү һә­ләтен үҫтереүҙә һүҙгә фонетик анализ яһау һәм артикуляцион күнегеүҙәр үткәреү төп роль уйнай;
• уҡырға өйрәтеү яҙырға өйрәтеү менән айырылғыһыҙ бәйләнешле;
• яҙыу – телмәрҙең икенсе баҫҡысы.
Өндәр методы эҙмә-эҙлекле алымдар ярҙамында үткәрелгән анализ һәм синтез күнегеүҙәренән тора. Улар кескәй уҡыусыларҙы грамотаға мөмкин тиклем тиҙ өйрәтеү һәм тәрбиә биреү бурыстарынан сығып билдәләнә. А.Ә. Ғәлләмов­тың өндәр методына ярашлы төҙөлгән «Әлифба» дәреслеге (1962 йыл) күренек­ле методистың иң ҙур ҡаҙанышы иҫәп­ләнә. Дәреслек үҙенең төҙөлөү принциптары, йөкмәткеһе, өн-хәрефтәрҙе өйрәнеү тәртибе менән уға тиклем нәшер ителгән уҡыу ҡулланмаларынан күпкә отошло, шуға ла ул төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, дипломдар һәм дәртләндереү бүләктәренә лайыҡ була.
Ғалим-методистың һуңғараҡ нәшер ителгән хеҙмәттәре лә башҡорт грамотаһына өйрәтеү методикаһына бағышланған. Уның ғилми-методик мәҡәләләре «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында донъя күрә, «Грамотаға өйрәтеү» (1984 йыл), «Алты йәшлектәрҙе уҡырға һәм яҙырға өйрәтеү» (1988 йыл) тип аталған методик ҡулланмалары, грамотаға өйрәтеү буйынса дидактик материал­дар, яҙыу өлгөләренән торған дәф­тәрҙәр баҫылып сыға.
Дөйөмләштереп әйткәндә, Абдрахман Әбдрәхим улы Ғәлләмов башҡорт грамотаһына өйрәтеү барышында ҡулланыу­ға тәҡдим иткән өн-хәрефтәрҙе өйрәнеү тәртибе, телмәр өндәрен анализлау һәм синтезлау алымдары баланы тәү башлап уҡырға һәм яҙырға өйрәтеүҙең иң уңайлы һәм һөҙөмтәле ысулдары һанала. Грамотаға өйрәтеүгә тәғә­йен­ләнгән ҡулланмалары, уҡытыу-методик материалдары, методик эшкәртмә­ләре үҙ-ара тығыҙ бәйле берҙәм ком­плект­ты тәшкил итә. Был хеҙ­мәт­тәр хә­­ҙерге заман мәктәптәре талаптарына тулыһынса яуап бирә, шуға ла Абдрахман Әбдрәхим улы Fәлләмовтың ғилми-методик мираҫы актуаллеген юғалтмай.