Редакция журнала «Башҡортостан уҡытыусыһы» - филиал ГУПРБ Издательский дом «Республика Башкортостан»
» » Дәрестәрҙә Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарының үтәлеше
Дәрестәрҙә Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарының үтәлеше

Л.Р. МУЛЛАҒӘЛИЕВА,
Борай районы Борай ауылының 2-се гимназияһы уҡытыусыһы, “Башҡорт
теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы — 2017” төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе

Бөгөн белем биреү системаһы, мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәр  дәрестәргә яңы талаптар ҡуя. Улар Федераль дәүләт белем биреү стандарттарында асыҡ сағылыш таба.
ФДББС индереү шарттарында башҡорт теле дәрестәренә түбәндәге талаптар     ҡуйыла.
Методик яҡтан дөрөҫ ойошторолған дәрес яҡшы йыһазландырылған кабинетта үткәрелергә тейеш. Дәресте заман талаптарына ярашлы итеү өсөн компьютер, интернет, мультимедиа проекторы, электрон дәреслектәр булыуы мотлаҡ.
Уҡытыусы үҙенең һәм уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген алдан планлаштырып, дәрес башында маҡсат, бурыстарҙы аныҡ билдәләргә тейеш. Уны уҡыусыларҙан билдәләтеү отошлораҡ.
Дәрес проблемалы һәм үҫтереүле булырға, уҡытыусы уҡыусыларҙы эшмәкәрлеккә, класташтары менән хеҙмәттәшлеккә йүнәлтергә бурыслы. Бирелгән эште төркөмдәрҙә башҡарыу ҡулай тип табыла. Был осраҡта уҡыусылар аралаша, бер-береһенең белемен тулыландыра, башҡаларҙы тыңларға өйрәнә.
Уҡытыусы проблемалы һәм эҙләнеү ситуациялары ойоштора, уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген әүҙемләштерә. Яңы стандарттар буйынса уҡыусыға әҙер белем һәм мәғлүмәт биреү түгел, ә уларҙы үҙ аллы эҙләнеп табырға өйрәтеү маҡсаты ҡуйыла. Ниндәйҙер ҡыҙыҡлы ситуация, проблеманы сисеү аша табылған белем  хәтерҙә нығыраҡ һаҡлана.
Репродукция — аҙ, ә ижад һәм ижадташлыҡ күберәк булырға тейеш. Элек тема аңлатҡандан һуң, мәҫәлән, сифаттарҙы табыу, дәрәжәләрен билдәләү йәки сифаттарҙы тейешле урындарына ҡуйыу кеүек репродуктив биремдәр ҡарала ине. Бындай эштәрҙе үтәгәндә уҡыусы тар фекер йөрөтә, уның универсаль уҡыу күнекмәләре үҫешмәй.
Ваҡытты рациональ ҡулланыу, һау­лыҡ һаҡлау һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеүе — төп шартттарҙың береһе. Дәрестең ваҡыты сикләнгән, шуға ла уны файҙалы итеп ҡулланыу мотлаҡ. Яңы стандарт буйынса мәктәптә һаулыҡ һаҡлауға ҙур урын бирелә. Уны ла төрлөсә хәл итергә мөмкин: 5-се, 6-сы кластарҙа ял минуттары үткәрергә йә, киреһенсә, ҡулдарҙы партаға һалып, баштарҙы терәп тып-тын ғына ятып торорға, был ваҡытта тыныс ҡына көй уйнатырға мөмкин. ¤лкәнерәк  кластарҙа, ял иттереү өсөн, спорт, сәләмәтлек менән бәйле, уҡыусы өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштырып, тестар эшләтеп була.
Уҡыусының дәрес үҙәгендә булыуын хәтерҙән сығарырға ярамай. Ҡайһы бер уҡытыусылар дәрестең күп ваҡытын үҙҙәре һөйләп үткәрә. Беҙгә, киреһенсә, уҡыусыларҙы күберәк, файҙалыраҡ эшмәкәрлеккә йәлеп итергә кәрәк.
Уҡыусыларҙың мөмкинлектәрен һәм шәхси үҙенсәлектәрен, кластың профилле булыуын, уҡыусыларҙың тырышлығын иҫәпкә алыу мотлаҡ. Әлбиттә, биремдәр, алымдар кластың белем кимәленә ҡарап  һайлана. Улай ғына ла түгел, уҡыусыларға төрлө ауырлыҡтағы эштәр бирелә. Белем кимәле бер булған уҡыусылар менән эште төркөмдәрҙә баш­ҡарырға мөмкин.
Кире бәйләнеш булдырылырға        тейеш.
Дәрестең йылы мөнәсәбәттә үтеүе мөһим.
Рефлексия булыуы мотлаҡ. Ул дә­рес­тә һәр саҡ булды, ләкин әле талап ителгән кимәлдә түгел, ә “Дәрес оҡшанымы, тема аңлашылдымы?” кеүек һорау­ҙар аша ойошторола ине. Хәҙер иһә рефлексия: “Ниндәй маҡсаттар ҡуйғайныҡ? Маҡсаттарға ирештекме? Нисек? Һөҙөмтәләр ниндәй? Тағы ла нимәләр эшләргә те­йеш­һегеҙ? Бөгөнгө белемде тормош­та ҡайҙа һәм нисек файҙаланырға мөмкин? Һинең ҡайһы эшең бигерәк тә уңышлы килеп сыҡты? Киләсәктә нимә өҫтөндә эшләргә кәрәк?” кеүек һорауҙар менән бәйле.
Ғәҙәти дәрестәр уҡыусыларҙың өй эшен тикшереү, дәрестең икенсе өлө­шөн­дә яңы тема аңлатып, нығытыу  һәм өйгә эш биреү менән тамамлана ине. Яңы стандарттар буйынса дәрестә тирә-яҡты танып белеүгә мотивация булдырыу, алған белемде  тормош менән бәйләү, уҡыусыны тормошҡа әҙерләү, мәғлү­мәтте эҙләп табыу, белем һәм күнекмәләрҙе тормошта ҡулланыу мөмкинлеген күрһәтеү төп бурыс булып тора.
Яңы быуын Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы дәрес структураһына үҙгәрештәр индерелде, түбәндәге яңы этаптар билдәләнде:
– белем һәм оҫталыҡты актуалләштереү;
– проблема ҡуйыу;
– гипотезалар тәҡдим итеү;
– проблеманы хәл итеү өсөн кәрәкле белемде эҙләү;
– тәүге (беренсел) белемде нығытыу;
– алған белемде проектта сағылдырыу.   
Предметты өйрәнеү түбәндәге һөҙөм­тәләргә алып килергә тейеш:
шәхсән һөҙөмтәләр: уҡыусы һәр яҡ­лап үҫкән, үҙ аллы белем алырға, ка­мил­­лашырға әҙер шәхес булараҡ формалаша;
метапредмет һөҙөмтәләр: белем алыу нигеҙен тәшкил иткән төп компетенцияларға эйә була, предмет-ара төшөнсәләрҙе үҙләштерә.
Яңы стандарттар буйынса уҡыусыларҙа лингвистик (тел, уҡыусыларҙың баш­ҡорт теленән мәғлүмәтлелеге), аралашыу (коммуникатив, уҡығанды һәм башҡалар һөйләгәнде аңлау, хәҙерге баш­ҡорт әҙә­би теленең нормаларына эйә булыу), этнокультура өлкәһенә ҡараған (культурологик, һынлы сәнғәт әҫәрҙәрен, мәҙәниәтен, халыҡ ауыҙ-тел ижады өлгөләрен белеүе, башҡорт халҡының телмәр әҙәплелеген үҙләштереүе, рухи ҡомартҡыларын ихтирам итеүе) компетентлыҡ булдырыу талап ителә;
предмет һөҙөмтәләре: башҡорт теле программаһы буйынса белем һәм күнекмәләргә эйә була; ижади эшмәкәрлек тәжрибәһен, белем-күнекмәләрен ғәмәли файҙалана ала.
Мәктәп шарттарында универсаль уҡыу эшмәкәрлеге – ул уҡыу-уҡытыу процесында уҡыусыларҙа белем алыуға ыңғай мотивация булдырыу аша яңы белем, күнекмә һәм компетенцияларҙы үҙ аллы уңышлы үҙләштереү, йәғни уҡый белеү мөмкинлеген биреүсе дөйөмләштерелгән эшмәкәрлек.
Универсаль уҡыу эшмәкәрлеге төр­ҙәре дүрт блокка бүленә: 1) шәхси; 2) регулятив; 3) танып белеү; 4) коммуникатив.
Универсаль уҡыу эшмәкәрлегенең был төрҙәре уҡыу программаһындағы һәр фәнде үҙләштергәндә комплекслы, системалы үҫтерелергә тейеш.
Уҡыусыларҙың дәрестән тыш эшмәкәрлеге Федераль дәүләт белем биреү стандарттары талаптарын тулыһынса тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә. Дәрестән тыш эштәр белем биреү процесының бер өлөшө булып тора. Шуға ла уҡыусыларҙың белемен тәрәнәйтеү, эстетик зауығын, ижади һәләттәрен үҫтереү, донъяға ҡараштарын формалаш­тырыу маҡсатынан, мәктәптә клас­тан тыш эштәрҙе ойоштороуға ҙур иғтибар бүлергә кәрәк.
Башҡорт теле буйынса уларҙың төрҙә­ре ғәжәйеп күп: телдән журнал, бәйге, викторина, диспут, ижад түңәрәге, ғалимдар, яҙыусылар менән осрашыу, экс­курсия, конференция. Был эштәрҙең барыһы ла төп программа материалын тәрәнерәк өйрәнеүгә, киңәйтеүгә, уҡыу­сыларҙың телгә, мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныуҙарын арттырыуға хеҙмәт итергә тейеш.
Өй эштәренә талаптар
Башҡорт теленән өй эше дәрестә формалаштырылған универсаль уҡыу ғәмәлдәрен нығытыу маҡсатынан бирелә. ¤йгә стандарт булмаған, мәҫәлән, проб­лемалы ситуацияларға, эшлекле уйындарға, конкурстарға, ярыштарға («кем тиҙерәк? күберәк? яҡшыраҡ?»), ижади эштәргә (инсценировка, лингвистик әкиәт, йомаҡ, проект, ребус, схема) ҡоролған эштәр бирергә мөмкин. Шулай уҡ, белемдәрҙе тикшереү маҡсатынан, тест һорауҙары, төрлө биремдәр менән карточкалар төҙөргә тәҡдим итергә була. Ҡатмарлылығына ҡарап, бер нисә өй эше бирергә мөмкин. Уҡыусы, үҙ мөмкинлегенән сығып, береһен генә башҡара. ¤й эшенең күләме артыҡ ҙур булырға тейеш түгел. Шуға ла  СанПиН нормаларын да хәтергә төшөрөү ҡамасау итмәҫ.
СанПиН 2.4.2. 2821-10 нормаларына ярашлы, барлыҡ предметтарға бирелгән өй эшенең күләме, сәғәттәр һаны түбәндәгесә: 1-се класта өй эше бирелмәй;        2 – 3-сө класта – 1,5; 4 – 5-се класта – 2; 6 – 8-се класта – 2,5; 9 – 11-се класта – 3,5 сәғәт.