Редакция журнала «Башҡортостан уҡытыусыһы» - филиал ГУПРБ Издательский дом «Республика Башкортостан»
» » Ноғман Мусиндың “Шунда ята батыр һөйәге…” романында халыҡсанлыҡ өлгөләре
Ноғман Мусиндың “Шунда ята батыр һөйәге…” романында халыҡсанлыҡ өлгөләре

Ф.Т. КҮЗБӘКОВ,
Башҡорт дәүләт университеты профессоры

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин алты тиҫтә йылдан артыҡ ижад итеү осоронда утыҙлаған повесть һәм хикәйәләр, дүрт роман, дилогия, трилогия авторы, башҡорт әҙәбиәте тарихында һайланма әҫәрҙәренең ун ике томлығын сығарған берҙән-бер һүҙ оҫ­таһы булып танылды. Яҙыусы үҙ әҫәрҙә­рендә туған телебеҙҙең мөғжизәгә тиң мөмкинлектәрен ювелирҙарса ҡулланып, милли колорит менән һуғарылған тәбиғәт күренештәрен, үҫеш-үҙгәрештә бирелгән образ-характерҙар галереяһын, берсә һәүетемсә, берсә ҡайнап-урғылып аҡҡан тормош ваҡиғаларын аңға ла, йөрәккә лә үтерлек итеп тасуирлай алды.
Әлбиттә, бер фирҡәлелек дәүерендә әҙип коммунистик идеология шауҡымының тиҫкәре эҙемтәләрен дә кисерҙе. Шуға ла уның 1990 йылдарға тиклемге әҫәрҙәренә ваҡиғалар үҫешенең тура һыҙыҡлылығы, геройҙарҙың башлыса ыңғай һәм кире типҡа ғына бүленеүе хас. Әйтергә кәрәк, ул осорҙа был “бәлә” яҙыусыларыбыҙҙың береһен дә урап итмәне, тиерлек. Айырма бары шунда: кемдер илдә алып барылған сәйәсәткә ихлас инанып ижад итте, кемдер ҡараны аҡ тиеүҙән тартынманы. Һоҡланғыс талант эйәһе Ноғман Мусин һәр саҡ йөрәк ҡушыуынса ижад итте, үҙ заманының улы булып, тормош ағышын күпселек осраҡта халҡы күҙлегенән баһаланы.
Авторҙың яҙыусылыҡ оҫталығы, донъяны, йәшәйеште күҙаллау һәм баһалау кимәле Алдар батырға арналған эпик ҡоласлы романында уңышлыраҡ асылды. Әҫәрҙең төп геройы – ҡапма-ҡаршылыҡлы характерлы, көслө ихтыярлы шәхес. Уны совет осоронда идеаль итеп һүрәтләнгән райком секретары (“Яралы кеше тауышы”) менән бутау мөмкин түгел. Шулай уҡ ул легендаларға торошло Төлкөсуранан да (“Мәңгелек урман”) ныҡ айырыла.
Алдар Иҫәкәев, тарихи шәхес булараҡ, бығаса төрлө яҙма документтар, халҡыбыҙҙың ижади хәтере аша ярайһы асыҡ төҫ­мөрләнһә лә, яҙыусының тойом-һиҙемләүе, художестволы күҙаллауы уны тәрәнерәк аңларға ярҙам итә. Йылҡы малы ғына ете меңдән ашыу иҫәпләнгән бай аҫабаның әҫәр һуҙымындағы эш-хә­рәкәте, ҡатмарлы яҙмышы, тулы ҡанлы тормошо, уйланыуҙары, икеләнеү-өмөтләнеүҙәре психологик яҡтан ышандырырлыҡ итеп һүрәтләнә. Алдар батыр ҡатнашҡан ваҡиғалар башҡорт илендәге хәлдәрҙе генә сағылдырып ҡалмай, ә Рәсәйҙәге һәм күрше мәмләкәттәрҙәге ошо осор һулышы менән тығыҙ үрелештә художестволы тасуирлана. Иң мөһиме — әҫәрҙе ерлекле итеүсе халыҡсанлыҡ сифаты романдың һәр күҙәнәгенә тиклем үтеп инә. Башҡорт мөхитендә тыуып-үҫеп, уның тарихи яҙмышын, рухи ҡиммәттәрен, ауыҙ-тел ижады гәү­һәр­ҙәрен ҡанына һеңдергән әҙип тәбиғәт күренештәрен, конкрет хәл-ваҡиғаларҙы, төп геройҙы, эреле-ваҡлы персонаждарҙы халыҡ күҙлегенән сығып ҡылыҡ­һырларға, баһаларға ынтыла. Бында ниндәй ҙә булһа идеологияның баҫымы һиҙелмәй.
Н. Мусиндың “Шунда ята батыр һөйәге” романында халыҡсанлыҡ сифаты менән һуғарылған тасуирҙарға иғтибар итәйек. (Миҫалдар 6-сы томдан алынды.)
Тәбиғәт күренештәрен һүрәтләү.
Ирәндек яғынан иртәле-кисле көҙ тындары бәрелә башланы. Таңға ҡырау төшә лә һорғолт тут сыбарлаған ергә ялпаша башлаған үләндәрҙетуңдырып, аҡ ҡылау менән ҡаплай. Ҡояш нурҙары көндө имшеттеме, ергә төрлө төҫтәге ағас япраҡтары яуырға керешә. Ҡайҙа ғына ҡарама, ялан да ялан. Күк ҡабағы офоҡҡа барып төртөлгән ергәсә һирәк-мирәк убаларҙан, йырын буйҙарында үҫкән ҡыуаҡтарҙан башҡа ер битен биҙәгән һис ни күрмәҫһең. Һирәк-мирәк күҙгә салынған ауылдары уя буйҙарына боҫоп ултырған.
Теге йәки был күренешкә халыҡсан баһа биреү.
Йылҡыға ҡылған булдымы, башҡа үләнең ары торһон, ә ҡылған ҡоролоҡ­ҡа бирешмәй. Ул ҡәһәр һуҡ­ҡыр­ҙары оҙаҡ­ла­май йәнә килеп етер… (Һүҙ яһаҡ йы­йыу­­сылар хаҡында.)Айытҡужа улының тирмәһе иркен, ун ике кирәгәле. Йыуан бүрәнәләрҙән нигеҙ ҡороп тартылған. Иҙәндә ике-өс ҡат кейеҙ, ишек яғына ҡоралай тиреләре ҡапланған… Ҡышты йырлап сығырға була… Иҫәкәй, абруй һаҡлап, ҡабаланмай ғына уға (Мәмбәтсураға) ҡарай атланы.
Халыҡ тәжрибәһен дөйөмләштереү.
Өйөр айғырын менеп тә, егеп тә йө­рө­мәйҙәр, ул тик үҙенә тапшырылған эш­те генә башҡарырға – өйөрөндәге йыл­ҡыларҙы ҡарарға тейеш. Етди мәсьә­лә хәл ителгән бындай йыйында бер-береңдән уҙҙырырға тырышып тамаҡ ярыу ғәҙәте юҡ. Һәр кем үҙ һүҙен бик уйлап, берәгәйле әйтергә тырыша. Көндәш бер көн серҙәш булһа, биш көн һөймәҫ. Көн яманлыҡтары бер ни түгел, көндәш менән йәшәү ялҡыта. Талашлы йортҡа ҡот ҡунмаҫ.
Халыҡтың күҙәтеүсәнлеген еткереү.
Елкәһе киң, яурындары төшөнкөрәк, көслө кешеләргә хас булғанса, терһәктәре ян-яҡҡа ҡалтайыбыраҡ тора, тарбанлабыраҡ атлай.
Геройҙарҙың халыҡсан тел менән һөйләшеүе.“Ағайың мал ҡыуып киткәс, ҡа­­рышҡан шикелле, бер кирәгәһе ыс­ҡын­­ды ла ел өрөп тик тора… Атағатаҡ, улай тимәгә ни, еңгәңдең ҡурҙымынан да ауыҙ итмәгәс...” Миңлеғужа: “Ана хәҙер Исәт, Мейәс буйҙарын урыҫ баҫып алып бөттө, зауыт ҡоралар, ер аҡтаралар, ҡәлғә төҙөйҙәр. Беҙҙең кеүек ғүмере баҡый ошонда көн иткән халыҡтан һорау-нитеү юҡ. Бөгөн ана Сәнәй буйынан ҡыуып ебәрҙек. Ә йыртҡыс бер ҡан еҫен тойһа, ҡыуып ебәреп буламы?..”
Башҡорттоң ҡан ҡойошло яуға күтә­релеү сәбәптәрен асыҡлау.
Солоҡҡа бал һалымы арта, кейәүгә бирелгән ҡыҙ­ҙың ҡалымына, һуйылған мал тиреһенә, ба­ҙар­ға, тирмәнгә барған өсөн, һәр дуға һәм ҡамытҡа, мәке сапҡан өсөн, ҡапҡа һәм тәҙрәләргә, мулла һәм мәсеттәргә айырым һалым. Туй үткәргәнгә ун бер алтын, икенсе тапҡыр үткәрһәң – егерме ике, ике күҙгә бер аҡса… Күтәрелеш етәкселәренең береһе Дөмәй Ишкәев йәй урталарында ҡыйырһытылыуҙарҙан аралауҙы батшанан һорау өсөн Мәскәүгә бара. Батша ҡабул итмәй. Һаҡ аҫтында Ҡазанға оҙаталар ҙа Дөмәйҙе аҫалар, ҡалғандарын — төрмәгә. Алдарбайҙың ике­ләнеп йөрөүҙәре һыпырып алғандай юҡ­ҡа сыҡты… Бындай яман көс­тән, муйынын һындыра һуҡмайынса, ҡотолоп булмаясаҡ тигән ҡәтғи ҡарарға килде.
Властың башҡорттар менән әҙәмсә мөғәмәлә итеренә өмөтө аҙаҡҡаса һүнмәй Алдарҙың. Тик уларҙың хыянатсыл сәйә­сәте арҡаһында һәләк була. Шулай ҙа ул батыр исеменә тап төшөрмәй, хал­ҡы­ның арҙаҡлы улы, ил ағаһы булып ҡа­ла.
Күренеүенсә, Ноғман Мусин, тарихи документтарға, халыҡ хәтере ҡәҙерләп һаҡлаған риүәйәттәргә нигеҙләнеп, йыйған, тапҡанын ҡабатланмаҫ талантына ярашлы ижад ҡаҙанында ҡайнатып, арҙаҡлы шәхесебеҙҙең һоҡланғыс художестволы образын иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар солғанышында, башҡорт мөхитендә тыуҙыра алған.