Редакция журнала «Башҡортостан уҡытыусыһы» - филиал ГУПРБ Издательский дом «Республика Башкортостан»
» » Мостай йыһаны (Кластан тыш сара)
Мостай йыһаны (Кластан тыш сара)

З.М. ПСӘНЧИНА,
Күгәрсен районының Мораҡ ауылы башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы

Маҡсат. Башҡортостандың халыҡ шағиры М. Кәримдең ижадына байҡау яһау, өҫтәлмә мәғлүмәт туплау; уҡыусыларҙың фекерҙе раҫлау һәм яҡлау, сығыш яһау оҫталығын, зиһенен, һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереү; яҙыусы ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, әхлаҡи һәм мәҙәни тәрбиә биреү.
Күҙалланған һөҙөмтә. Предмет-ара: әҙәбиәт һәм фән, әҫәр һәм ысынбарлыҡ, ижад һәм тормош, рус һәм башҡорт әҙәбиәте, тарих, Башҡортостан мәҙәниәте; әҙәби әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, композицияһын, сюжетын билдәләү, диалог һәм диспут ҡағиҙәләрен, тел-стиль үҙенсәлектәрен өйрәнеү. Шәхсән: әҙәби геройҙарҙан өлгө алыу, аудитория алдында үҙеңде тотоу, сығыш яһау, үҙ аллы, парлап, төркөмдә, командала эшләй белеү күнекмәләрен, телмәр мәҙәниәтен үҫтереү.
Яңы технологиялар. Проект, мәғлүмә­ти-коммуникатив, проблемалы һәм үҫтереүсе уҡытыу, дебат технологиялары.
Уҡыусы эшмәкәрлеге. Кластан тыш сараға үҙ аллы әҙерләнә, өҫтәлмә әҙәбиәттән, сығанаҡтарҙан, электрон ресурстарҙан мәғлүмәт туплай; ҡыҙыҡлы һәм проблемалы һорауҙар, сығыштар әҙерләй, фекерен яҡлай, иҫбатлай, өҙөктәр сәхнәләштерә.
Уҡытыусы эшмәкәрлеге. Ойоштора, хеҙмәттәшлек итә, ижади йүнәлеш һәм кәңәштәр бирә, тикшерә, төҙәтә, баһалауҙа ҡатнаша.
Йыһазландырыу. Компьютер, мультимедиа проекторы, экран, презентация, видеоматериалдар, китаптар күргәҙмәһе (шағирҙың автографы менән китаптар айырыуса иғтибарға лайыҡ).
Сараның барышы
Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ,
Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап,
Тарих арбаһында барасаҡбыҙ.
                                         М. Кәрим
I. Ойоштороу. Сәләмләү, ыңғай психологик атмосфера тыуҙырыу, уҡыусыларҙы ижади эшкә дәртләндереү.
Темаға, маҡсатҡа килеү. М. Кәримдең 4 — 5-се кластарҙа үтелгән әҫәрҙәре бу­йын­са төҙөлгән кроссворд тәҡдим ителә.
1. “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы геро­йы.
2. Украинанан Башҡортостанға килгән ҡыҙ.
3. “Өс таған” повесындағы күл исеме.
4. “Өс таған”да ваҡиғалар барған ауыл.
5. “Өс таған” отрядының башлығы.
6. Йүгерек “таған”.
7. “Өс таған”дағы тау исеме.
8. Мәргән “таған”.
9. “Өс таған”дағы һарыҡ көтөүсе ағай.
10. “Өс таған”дағы малайҙар менергә хыялланған тау.
11. Дүртенсе “таған”дың әсәһе.
II. Уҡытыусының инеш һүҙе. Мостай йыһаны – Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижад донъяһы ул. Бөгөн беҙ был йыһанды иркенләп гиҙербеҙ, ошо ғәжәйеп тарафтағы киң­лек, тәрәнлек һәм яҡтылыҡты иңләрбеҙ, яңы планеталар һәм йондоҙҙар менән танышырбыҙ. Ә балалар – Мостай йыһанының иң һөйөклө йондоҙҙары, уның йә­ме һәм ҡото. Әҙиптең күп юғары исемдәре, премиялары, наградалары  янында балалар өсөн яҙған әҫәрҙәрен баһалаған Х. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара  дипломы ла бар. (Презентация күрһәтелә.)
Һеҙ М. Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йә­ме”нән, “Өс таған”ынан өйрәнгән дуҫлыҡҡа таянаһығыҙ, “Айгөл иле” драма­һындағы, “Ярлыҡау” повесындағы ватансыллыҡ тойғоһона, мөхәббәт хисенә һоҡланаһығыҙ. Артабан “Ай тотолған төндө”, “Салауат”, “Ташлама утты, Прометей!” тра­гедияларынан тарихты һәм үткән быуаттар һулышын, ил һәм халыҡ яҙмышын, рухи азатлыҡ тәмен аңларға өйрәнерһегеҙ, киләсәктә “Мөхәббәттең дүрт миҙгеле”н  кисерергә лә яҙыр әле һеҙгә.
III. Ә хәҙер Мостай йыһанына юл алайыҡ, уның ижадына арналған “Аҡыллылар бәйгеһе”н башлайыҡ. (Алып барыусылар сыға.)
Ҡыҙ. Мостай Кәрим йыһанында
         Кемдәр шәп гиҙә икән?
         Яҙыусының әҫәрҙәрен
         Кемдәр шәп белә икән?
Егет.          Саҡырайыҡ барыһын да
         Бөгөнгө ярыш-шоуға.
         Көйәрмәндәр тик ултырмаҫ,
         Ҡатнашырҙар уйында.
Ҡыҙ. Башлайыҡ, дуҫтар, бергәләп
         Белем, зиһен ярышын.
         Жюри ҙа ғәҙел баһалар
         Сәмле бәйге барышын.
Егет. Этап һайын беҙҙең уйын
         Була барыр тик сәмле.
         Ә һеҙ алҡышлағыҙ, дуҫтар,
         Бәйгеләр үтһен йәмле!
(Сәхнәгә командалар саҡырыла.)
IV. Бәйге барышы.
1. Сәләмләү.
         “Өс таған” командаһы:
         Һаумыһығыҙ, һаумыһығыҙ,
         Башлана беҙҙең уйын!
         Был – зирәктәр бәйгеһе,
         ШТК – ул КВН,
         КВН – ҡыҙыҡ уйын.
         Командабыҙ –“Өс таған,”
         Девизыбыҙ бар тағын.
         Мостай ағай өйрәткән,
         Китаптарында әйткән:
         “Белемле булыу кәрәк,
         Белем – һәр кемгә терәк!”.
“Кендек” командаһы:
Килдек беҙ ҙә – “Кендектәр”,
Сәләм, ҡыҙҙар-егеттәр!
Шаттар, тапҡырҙар клубы –
ШТК булһа,
Шаян, отҡорҙар клубы – ШОК була.
Берәүгә  шок булмаһын,
Уйындан ситтә ҡалмаһын,
Уйнап-уйлап туймаһын,
Башлап-ташлап ҡуймаһын,
Ә “Кендектәр” еңеү яулаһын!
2. Презентациялар бәйгеһе. (Командалар алдан әҙерләнә. 1-се команда — М. Кәримдең тормош юлына, 2-сеһе уның  ижадына арналған 3-әр минутлыҡ презентацияларын күрһәтә.)
3. Капитандар ярышы. Бирелгән өҙөк буйынса шиғырҙарҙың исемен билдәләргә һәм уларҙы яттан дауам итергә:
А)    Ер шарының картаһына
       Ҡараһаң яҡшы ғына...
Б)    Рус түгелмен,
       Ләкин россиян мин...
4. Һорау – яуап.
Командалар бер-береһенә һорауҙар бирә, яуап ҡайтара.
(Мәҫәлән: “Уҡытыусыма” йырының ком­позиторы кем? (Айрат Ҡобағошов.) Теге яҡҡамы, был яҡҡамы, тип аптырап торған  ҡыҙ кем ул? (Әлфиә.) Диктаторға нимә бирергә? (Ат.) Әбей урлап уңмаған, ҡыҙҙы урлай алмаған егеттең исеме? (Ҡотлоәхмәт.) Үлмәҫбайҙың дуҫы кем? (Теребай.) Кремлдә һәм Келәштә үҫкән ағас. (Миләш.) М. Кәримдең ниндәй әҫәрҙәре буйынса кинофильм төшөрөлдө, опера, балет яҙылды? (“Ай тотолған төндө” трагедияһы буйынса кинофильм төшөрөлдө. “Ташлама утты, Прометей!” трагедияһы буйынса “Прометей” балеты ҡуйыл­ды. “Ағиҙел тулҡындары” либреттоһына — З. Исмәғилев; “Ҡара һыуҙар” поэ­ма­һына, “Ай тотолған төндө” трагедияһына С. Низаметдинов опера яҙҙы.).)
5. Алфавитты беләһеңме? Командалар алмашлап алфавит буйынса М. Кәримдең әҫәр геройҙарының исемен яҙа.
А – Айгөл, Аҡйондоҙ, Аҡйегет
Б – Банат, Баян, Байназаров
В – Вазифа, Вәзир
Г – Гөлнур, Гөлбәзир, Гера, Гефест
Ғ – Ғабдулла
Д – Диуана, Дәрүиш
З – Зөлхәбирә, Зөбәржәт, Зевс
И – Илмырҙа, Ильяс
Й – Йәмил, Йәғәфәр, Йәнтимер
К – Кендек, Кесе инәй
Ҡ – Ҡәҙерйән, Ҡотлоәхмәт, Ҡотло ҡул Насип
Л – Любомир, Ләйлә, Людмила
М – Мария-Тереза, Мәрәһим һ.б. (Көйәрмәндәр ярҙам итә.)
6. Музыкаль бәйге.
Әҙиптең “Өс таған” повесында егеттәр мәргәнлек, уҙыш, көрәш буйынса көс һынаша. Беҙ ҙә ярышабыҙ: белем һәм отҡорлоҡ, һөнәр һәм юмор, талант һәм тапҡырлыҡта кем уҙыр ҙа кем еңер? М. Кәрим һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы ҡайһы команда күберәк белә? (Командалар йырҙар башҡара.)
7. “Хаталарҙы төҙәт”. “Беҙҙең өйҙөң йә­ме” повесынан хаталы өҙөк бирелә һәм уны дөрөҫ итеп төҙәтеү һорала. Был мәлдә көйәрмәндәр менән уйындар үткәрелә.
8. “Шағирға һәйкәл ҡой”. Мостай йы­һанында ниндәй планеталар астығыҙ, исемдәр бирәйек. (Уҡыусылар шағир ижадына, булмышына тура килгән һүҙҙәр тәҡдим итә.)
М – матурлыҡ, мөхәббәт;
О – оҫталыҡ, олпатлыҡ, остаз;
С – сафлыҡ, сәнғәт, сәм;
Т – талант, тоғролоҡ, тылсым;
А – аҡыл, аҡһаҡал, афарин;
Й – йөрәк, йәм, йондоҙ;
К – көс, камиллыҡ, классик;
Ә – әүлиә, әҙип, әҙәбиәт;
Р – рух;
И – илһам, иман, илһөйәр;
М – моң, маяҡ.
9. Театрлаштырылған тамаша.
“Кендектәр” менән “¤с таған”
Ярыша отҡорлоҡта,
Тапҡырлыҡта, батырлыҡта,
Сослоҡта, матурлыҡта.
(М. Кәрим әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштерелә.)
10. Сәсәнлек бәйгеһе. Командалар “М”, “К” (Мостай Кәрим) хәрефтәренән генә торған һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙөй. Мәҫәлән: 1) Кисә Кәримә Күмертауға киткәс, кәзәһе кәбеҫтәһен, кишерен кимергән. 2) Миңлебаев Мораттың малайы машина майлап маташа.
11. Ребустар. М. Кәрим әҫәрҙәре исеменә ребус төҙөү йәки әҙер ребустар сисеү.
12. Китап – белем шишмәһе. Командалар М. Кәрим һәм китап тураһында синквейн төҙөй. (Көйәрмәндәр менән китап тураһында йомаҡтар ҡойоу, мәҡәлдәр, цитаталар әйтеү ойошторола.)


Мостай Кәрим 
 Китап
Талантлы.
Кәрәкле.
Үлемһеҙ.
Файҙалы.
Йәшәй.
Өйрәтә.
Яна.
Белем бирә.
Ижад итә. 
Тәрбиәләй.
Халыҡ шағиры – 
халыҡ улы.
 Китап – 
белем шишмәһе.
Әҙәбиәтебеҙ
аҡһаҡалы
Яҡын дуҫ
            
                          
Китап тураһында мәҡәл, йомаҡтар, ҡанатлы һүҙҙәр:
1. Китап – яҡын дуҫ. 2. Китап – белем шишмәһе. 3. Ҡат-ҡат ҡатлама, аҡылың булһа, ташлама. 4. Ағас түгел, япраҡлы, тун түгел, тегелгән. 5. Һөйләшә белмәй үҙе, белем бирә һәр һүҙе. Дуҫлашһаң уның менән, аҡылың артыр гелән. 6. Битенә мәрйен һибелгән, күҙ нурҙары түгелгән. 7. “Үҙемдәге бөтә яҡшылыҡтар өсөн китаптарға бурыслымын” (М. Горький).
V. Йомғаҡлау. Бына беҙ һеҙҙең менән Мостай йыһанын гиҙеп ҡайттыҡ. Йыһангирҙәр, әҙиптең ижад донъяһы оҡшанымы һеҙгә? Ниндәй яңылыҡтар белдегеҙ, ниндәй яңы планеталар астығыҙ? Һабаҡ алдығыҙмы, һығымталар яһанығыҙмы, асыштар булдымы?
Эйе, Мостай йыһаны икһеҙ-сикһеҙ ул, тәрән дә, киң дә, яҡты ла. Шағир унда – изге пәйғәмбәр ҙә, сая Прометей ҙа, олпат сәсән дә, батыр Салауат та! Һеҙ, ошо йыһанды гиҙгән балалар, ниндәй бәхетле! Белемдәрегеҙ һеҙгә ҡанат ҡуйҙы, йыһандарға алып осто. Киләсәккә юлдарығыҙ аҡ, оҙон, еңеүҙәргә бай булһын!