Редакция журнала «Башҡортостан уҡытыусыһы» - филиал ГУПРБ Издательский дом «Республика Башкортостан»
» » Кәтибә Кинйәбулатова лирикаһында ҡатын-ҡыҙ образы («Һыу, һауа» шиғырын өйрәнеү)
Кәтибә Кинйәбулатова лирикаһында ҡатын-ҡыҙ образы («Һыу, һауа» шиғырын өйрәнеү)

М.Ғ. КИНЙӘБАЕВА,
Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Яратҡол мәктәбе уҡытыусыһы

Маҡсат. Лирика һәм лирик герой төшөнсәһенә аңлатма биреү; К. Кинйәбулатова шиғырҙарындағы лирик геройҙа шағирәне күреү һәм лирик герой исеменән уның һәм замандаштарының  уй-тойғоларын дөйөмләштереү; шағирә ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Йыһазландырыу. 1. Презентация. 2. К. Кинйәбулатованың портреты, китаптар күргәҙмәһе. 3. Шағирәнең тауышы яҙылған аудиотаҫма һәм уның һүҙҙәренә яҙылған йыр.
Дәрес барышы
Уҡытыусы. Һәр шағирҙың ҡайғы-шатлыҡтары, һөйөү-нәфрәте, тәбиғәте һәм тормош менән бәйләнеше үҙенсә, йәғни һәр кемдең үҙ яҙмышы. Лирик геройҙы ул үҙ донъяһынан, бала саҡтан күңеленә һеңгән,  күңелендә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырған йәки нәфрәт тыуҙырған, ниндәйҙер сәбәп менән аңына көслө тәьҫир иткән ваҡиғаларҙан ала.
Нимә ул лирика, һәм кем ул лирик герой?  Лирика – шағирҙың хис-тойғоларын, уй-кисерештәрен, теге йәки был ваҡиға, күренеш уңайы менән тыуған тойғоларын сағылдырыу. Лирик әҫәрҙәге «мин»де әҙәбиәттә лирик герой тип йөрөтәләр.
Кәтибә Кинйәбулатованың лирик геройы – боролмалы, һикәлтәле юлдар үткән, һыҡраныуҙар аша ҡайнар күҙ йәштәре түккән ҡатын-ҡыҙ. Был  хәл-ваҡиғалар «Һыу, һауа» шиғырында сағы­лыш таба.
1. «Һыу, һауа»  шиғырын өйрәнеү.
Шиғырҙы уҡыусының тасуири  уҡыуы.
Йөкмәткеһен асыҡлау өсөн һорау­ҙар.
А. Шиғырҙа лирик герой тормошондағы ауырлыҡтар нисек һүрәтләнә? (Атаһы, ауыл уҡытыусыһы, репрессияға эләгә, һуғыш, аслыҡ осоронда мәрхүм булып ҡалған һеңлеһенең балаларын, үҙ туғандарын ҡарап үҫтереү, аҙаҡтан әсәһенең үлеме – барыһы ла уның иңенә төшә.)  
Б. Атай-әсәй киҫәттеләр мине:
– Һин, тип, ҡыҙым, беҙҙең дәү бала,
Аңлайһыңдыр, был кескәйҙәр өсөн
Һин кәрәкһең нәҡ тә һыу, һауа.   (Уҡы­у­­­сылар шиғыр юлдарының мәғәнәһен асыҡлай.)
В. Был һүҙҙәрҙе ата-әсәһенең васыя­ты, аманаты итеп ҡарарға буламы?
Г. Лирик герой ата-әсәһенән ҡалған васыятты үтәйме? (Уҡыусылар шиғырҙан өҙөктәр табып уҡый.)
Ғ. Шиғырҙың төп геройы – ҡатын- ҡыҙ. Бөйөк Ватан һуғышываҡытында уға ауырлыҡтарҙы күп кисерергә тура килә. Бәғзе берәүҙәр ошо ҡыйынлыҡ­тарға сыҙамай, бөгөлөп төшә. Лирик ге­рой был михнәттәрҙе еңеп сығырлыҡ көстө ҡайҙан ала? (Ул ғаиләлә өлкән бала була, шуға ла барыһы өсөн дә үҙен яуаплы итеп тоя. Үҙенән бәләкәй туғандары  уға ышаныс менән ҡарай. Атай-әсәй урынына ҡалған өлкән апай уларҙы ҡарап, үҫтерергә, кеше итергә тейешлеген аңлай. Кешеләргә йәшәр өсөн һыу, һауа нисек кәрәк булһа, ул да кескәйҙәргә шулай кәрәк. Лирик герой һуғыш ваҡытында замандаштарына ла еңел түгеллеген белә, үҙендә ауыр­лыҡтарҙы еңер көс таба.)
Д. Шиғырҙың аҙағын уҡыу. Ниңә автор һаман үҙен кешеләргә кәрәктер, ти? Кәрәктер, ти, хас та һыу, һауа? (Үтте ауыр саҡтар, килде тыныс тормош. Зәңгәр нур аша ҡар яуа (был бәхет, шатлыҡ символы). Лирик герой дәртләнеп эшкә бара. Ҡасандыр үҙе ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡандағы кеүек, башҡаларға уның көс өҫтәр, рухи ныҡлыҡ бирер шиғырҙары кәрәк.)
Е. Шиғырҙағы лирик геройҙы дөйөм­ләштерелгән образ тип әйтеп буламы? (Шағирәнең һәм уның замандаштарының уртаҡ яҙмышы, дөйөм характер һыҙаттары, уй-тойғолары лирик геройҙың типиклығын билдәләй. Һуғыш осорондағы ауырлыҡтар, аслыҡ, михнәт сигеү – был осор кешеләренең уртаҡ яҙмышы ул.)
2. «Һыуға барам»  шиғыры.
Кәтибә Кинйәбулатованың лирик геройын шулай уҡ «Һыуға барам», «Минуттар», «Мин бик яуаплы», «Ауылыма ҡайтып киләмен», «Сәй», «Бер һүҙем бар» һәм уҡытыусы булып эшләгән йыл­да­рына бағышлап яҙылған «Ал ҡына» шиғырҙарында күрергә була. (Уҡыусы шиғырҙы тасуири уҡый.)
1990 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөнөң эсәр һыуы фенол менән ағыулана һәм бик күптәрҙең һаулығы ҡыл өҫтөндә тороп ҡала. Быларҙың барыһын да халыҡ менән бергә кисергән шағирә  тетрәткес хәлгә тыныс ҡала алмай, тойғоларын шиғыр юлдарына һала.
Ул көйәнтәһеҙ (көйәнтәләр ҡалған ауылда), ике биҙрә тотоп баш ҡалала һыуға бара. (Шиғыр  тасуири уҡыла.)
Ана алда халыҡ йүгерә,
Иләҫ-миләҫ килә уйҙарым:
Барам да ул, сират торам да ул…
Таҙа микән һуң был һыуҙары?..
Һыуға барам әле таш юлдарҙан
Йәншишмәгә тугел, мискәгә.
Өп-өр яңы хәсрәт – һыуға сират,
 Һыуһыҙ ҡалдыҡ, һыу юҡ эсмәгә.
Үлмәҫ йәнгә – үле балыҡ, тиҙәр.
Үле балыҡ?  Тулы йылғала!..
Яуызлыҡтың ҡайҙа баш-аяғы,
Кем яуаплы бындай донъяға?
Һыуға барам, ямғыр яуа.
Ҡарлы ямғыр.
Был тәбиғәт эше – ерунда!
Үлмәҫ йәнгә – үле балыҡ, тиҙәр,
Ике биҙрәм ике ҡулымда.
Йомғаҡлау.
Күренекле шағирә Кәтибә Кинйәбулатова поэзияһындағы лирик герой ифрат тормошсан, бай натуралы, тәрән кисерештәргә эйә шәхес булып күҙ алдына баҫа. Лирик герой, бер яҡтан, шағирәнең үҙ биографияһы менән бәйле күп яҡтарҙы дөйөмләштерә, икенсенән, ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙ яҙмышын, быуын, ил биографияһын типиклаштыра. Бына шуғалыр ҙа шағирәнең лирик геройы уҡыусыны тулҡынландыра һәм тәрән уй-хистәргә һала. (Дәрес аҙағында Кәтибә Кинйәбулатованың үҙе башҡарыуында «Юҡ һүҙ юрамағыҙ!», «Эй ғүмеркәйҙәрҙең үтеүҙәре» шиғырҙары, Р. Хазғәлиев башҡарыуында шағирә һүҙҙә­ренә яҙылған «Ямғыр яуып, йәшен йәшнәһә лә» йыры тыңлана.)