Редакция журнала «Башҡортостан уҡытыусыһы» - филиал ГУПРБ Издательский дом «Республика Башкортостан»
» » Ғ. Хөсәйеновтың «Һуңғы тарпан» хикәйәтен өйрәнеү
2017 йыл – Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы
Ғ. Хөсәйеновтың «Һуңғы тарпан» хикәйәтен өйрәнеү


Л.В. ФАЗЛЫЕВА,
Илеш районы Үрге Йәркәй ауылының 1‑се гимназияһы уҡытыусыһы


а
Маҡсат. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғ. Хөсәйеновтың «Һуңғы тарпан» хикәйәтенең идея‑тематик йөкмәткеһен асыу; уҡыусыларҙың үҙ аллы эҙләнеү күнекмәләрен, бәйләнешле телмәрен үҫтереү, проза әҫәрен тикшерергә өйрәтеүҙе дауам итеү; тыуған тәбиғәткә һаҡсыл, тереклеккә мәрхәмәтле ҡараш, миһырбанлылыҡ тәрбиәләү.
Йыһазландырыу. Ғ. Хөсәйеновтың китаптары, уҡыусыларҙың үҙҙәренә оҡшаған эпизодҡа төшөргән һүрәттәре.
Дәрес барышы
Тарпан атҡа – бер арҡан.
Әйтем
I. Инеш. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов – филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, академик. Уның матур әҙәбиәт буйынса «Сәйәхәт дәфтәре», «Батырҙар ҡиссаһы», «Тормош», «Ҡанлы илле биш», «Ил азаматтары» тигән китаптары уҡыусыларға яҡшы таныш. Был әҫәрҙәрендә яҙыусы башҡорттоң данлы тарихы, боронғо көнкүреше, атаҡлы тарихи шәхестәре, батырҙары хаҡында яҙа. Уның боронғо кейек‑ҡоштар, хайуандар тураһында, халыҡтың элекке кәсептәре хаҡында яҙған хикәйәләре лә бар. Шуларҙың береһе – беҙ өйрәнә башлаған «Һуңғы тарпан» хикәйәте.
¤йҙә хикәйәтте уҡып, «өйөр башы»на характеристика бирергә ине. Автор тарпандар тураһында ниндәй мәғлүмәттәр табып уҡый? Тарпандарҙы ни өсөн күпләп ҡырғандар? Уларҙы һаҡлау өсөн кешеләр ниндәй саралар күргән? Ошо һорауҙарға яуап биреп, беҙҙе бөгөн борсоған экологик проблеманың элек‑электән килгән мәсьәлә булыуын аңларбыҙ һәм «Тәбиғәтте һаҡлайыҡ, тәбиғилеккә ни етә» тигән юлға ҡарата фекер йөрөтөрбөҙ.
II. Һүҙлек эше.
Тарпан – Көнсығыш Европаның көньяҡ далаларында йәшәгән, XIX быуаттың урталарында тотош ҡырып бөтөрөлгән, сысҡан һыртлы, көлһыу буҙ төҫлө ҡырағай ат.
Сапсан – етеҙ, тиҙ хәрәкәтле, йылдам, йылғыр.
Һәүерек – өйөргә ҡушыу өсөн өлгөрөп етмәгән йәш айғыр малы.
Ҡонан – ике йәштән өс йәшкә тиклемге айғыр.
Дүнән – дүрт йәшлек айғыр.
Һайҙаҡ – тоҡом өсөн һайлап алынған, айырым йөрөтөлгән йылҡы малы.
Саңдау – йылҡы малының йәйге эҫелә күләгәгә йә еләҫ ергә туплам урыны.
III. Образдар системаһы.
а) кире образдар: тарпандарға хөжүм итеүсе халыҡ;
б) ыңғай образ: турайғыр тарпан;
в) хикәйәт һөйләүсе: Ғәлиулла бабай, автор.
IV. Әңгәмә.
 «Һуңғы тарпан» хикәйәтендә ваҡиғалар ҡайһы быуатта бара? (XIX быуаттағы ваҡиғалар тасуирлана.)
 Әҫәрҙә ниндәй проблема күтәрелә? (Иң беренселәрҙән булып экологик проблема күтәрелеп сыға; кешеләрҙең ҡырағай аттарға ҡарата миһырбанһыҙлығы, тереклеккә мәрхәмәтһеҙлеге, ғәҙелһеҙлеге һүрәтләнә.)
 Хикәйәт нигеҙендә ниндәй конфликт ята? (Кешеләрҙең тамаҡ өсөн ҡомһоҙлоғо, тәбиғәткә, тарпандарға ҡарата ҡоротҡостарса яуызлығы; хайуандарға ҡанһыҙ мөнәсәбәте.)
V. Эҙләнеү‑тикшеренеү эше.
Әҫәрҙең төп конфликты – һуңғы өйөр тоҡомло тарпандарҙың баш бирмәй, йүгән, эйәр һалдырмай, кеше ҡулына эйәләшмәй һәләк булыуҙары. (Тарпандарҙың үҙ ирке, азатлығы өсөн көрәше тураһында алдан әҙерләнгән бер нисә уҡыусы дәлилдәр килтереп һөйләй.)
Дәлилдәр:
а) тарпандарҙың байтағы һилерәк яҡтарға тарала;
б) өйөр башы айғырҙың үтә сослоғо, ажарлығы арҡаһында бер нисә генә өйөр иҫән ҡала;
в) ҡарт айғыр менән йәш айғыр өйөр өсөн яман алыша;
г) тарпандар йонсоу йылда тибен ерҙәр эҙләп китә;
ғ) йәш айғыр үҙ өйөрөн бүреләрҙән ҡурсып алыша;
д) бер ҡырағай мал, йәшәргә тырышып, йылҡы көтөүен ҡырлай башлай;
ҙ) байҙың хеҙмәтселәре тарпанды аҙбарға ябып ҡуялар, ә ул иреккә, азатлыҡҡа ысҡынырға теләп, алйып стенанан‑стенаға һуғыла, сапсып, бәрелеп‑орола, башын‑моронон емереп, һырт‑ҡабырғаларын һыҙырып бөтә. Стенаға бәреп, һул күҙен сығара. Бер нисә көн бесән‑һыуҙан баш тарта. Был ҡыланыштары ирекһеҙ иткән әҙәмдәргә ҡаршылыҡ күрһәтеүе булғандыр, бәлки;
е) яҙ көнө тарпан ҡолонлай. Болонға сығарғас, ул ғәйеп була. Күпмелер ваҡыт юғалып йөрөгәндән һуң, килеп ҡолонон тотҡонлоҡтан ҡотҡарып, икәүләшеп юғалалар;
ё) аяғы һынғас, кешеләр был тарпанды ҡыҙғанып, уға ағастан тояҡ яһайҙар. Баш бирмәҫ, ирек һөйөүсе хайуан ағас таяғын тибеп һындырып, ашау‑эсеүҙән баш тартып, аяҡ өҫтө йән бирә.
VI. Әҫәр буйынса һорауҙар.
Автор ниндәй күренештән һуң Ғәлиулла бабайҙың хикәйәтен иҫкә төшөрә? (Һабан атының өнһөҙ илағанын күргәс.)
 Тарпандар нисек көн иткән? (Текстан табып уҡырға.)
 Турайғыр һәм уның өйөрө нисек һәләк була? (Турайғырҙы һәм уның өйөрөн кешеләр уҡтар, һөңгөләр менән ҡаҙап үлтерәләр. Һуңғы тарпан өйөрө шулай һәләк була.)
 Тарпан бейә ирекһеҙлекте нисек кисерә? (Ирек һөйөүсе тарпан сикләүҙе, бикләүҙе бик ауыр кисерә, хатта ашау‑эсеүҙән баш тарта.)
 Тарпандарҙы кешеләр ни өсөн күпләп ҡырған? (Һуғымға, тәмле ите өсөн.)
 Тарпан тоҡомло аттарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн кешеләр саралар күргәнме? (Башҡа тоҡомло аттар менән ҡушып ҡараған.)
 Был саралар ярҙам иткәнме? (Юҡ, сөнки тәбиғәт үҙенекен иткән, яңы яһалма нәҫел тарпанлығын юғалтҡан. Тәбиғилеккә ни етә?)
VII. Хикәйәт буйынса фекер алышыу.
 Ә хәҙер, уҡыусылар һәр берегеҙ дәфтәрҙәрегеҙҙе алып, хикәйәткә ҡарата үҙегеҙҙең уй‑фекерегеҙҙе яҙып (4 – 5 һөйләм), класташтарығыҙға уҡып ишеттерегеҙ. Хикәйәттең йөкмәткеһе буйынса һүрәт төшөрөргә теләүселәр, һүрәт төшөрөгөҙ. (Аҙаҡ һәр уҡыусы үҙ эше менән таныштыра.)
VIII. Йомғаҡлау.
Был тетрәндергес хикәйәтте уҡығас, күңелгә төрлө уйҙар килә, бик күп һорауҙар тыуа. Ни өсөн әҙәм балаһы шул матур, ғорур заттарға ҡул күтәрҙе икән? Хәҙерге ваҡытта ла тарпандар көн итһә, беҙҙең тәбиғәт нисегерәк булыр ине? Әлбиттә, был һорауҙар яуапһыҙ ҡала. «Һуңғы тарпан» әҫәре хикәйәт кенә түгел – хәҡиҡәт. Һүрәтләнгән ваҡиғалар 1879 – 1881 йылдарҙа Яйыҡ буйы далаларында булған. Тарпандар һуңғы өйөрөнә тиклем аяуһыҙ ҡырылып, юҡҡа сығарыла. Уларҙы тәмле ите өсөн йөҙәрләп‑меңәрләп аулағандар. Һуңғараҡ, тоҡомдо һаҡлап ҡалыу ниәте менән, бүтән ат тоҡомдары менән ҡушып, тергеҙергә теләгәндәр. Ләкин тәбиғәт үҙенекен иткән. Яңы яһалма нәҫел бер нисә быуындан ғәҙәти хәленә, элекке тоҡомона кире ҡайтҡан, тарпанлығын юғалтҡан. Ошоларҙан сығып, һығымта яһайыҡ: тәбиғәтте, тәбиғилекте һаҡларға, кәрәк ваҡытта ҡурсаларға, яҡларға кәрәк. Сөнки һәр зат, һәр тоҡом үҙ булмышында матур, күркәм. Һеҙ, уҡыусылар, – киләсәк быуын кешеләре, тәбиғәтте һаҡлағыҙ, ҡулығыҙҙан килгәнсә байытығыҙ.