Редакция журнала «Башҡортостан уҡытыусыһы» - филиал ГУПРБ Издательский дом «Республика Башкортостан»
» » Әҙәпкә кемдән өйрәндең? (Яҙыусы һәм педагог Л. Яҡшыбаева әҫәрҙәре буйынса китап уҡыусылар конференцияһы)
2017 йыл — Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы
Әҙәпкә кемдән өйрәндең? (Яҙыусы һәм педагог Л. Яҡшыбаева әҫәрҙәре буйынса китап уҡыусылар конференцияһы)


Г.Ә. ДӘҮЛӘТБАЕВА,
Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы уҡытыусыһы


Маҡсат. Л. Яҡшыбаева ижадына таянып, экология, тәбиғәтте һаҡлау проб­лемаһының күтәрелеше тураһында белем һәм һаҡсыл ҡараш, уҡыусыларҙа һайлаған һөнәренә ғорурлыҡ хистәре, әҙәп, маҡсатлы йәшәү, илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү.
Алып барыусы. Әҙәби тәнҡитсе В.Г. Белинский: «Әҙәбиәт – халыҡтың аңы ул, уның рухи тормошоноң сағыу бер емеше», – тигән. Ысынлап та, һәр кеше китап уҡырға, уны аңларға, йөкмәткеһе буйынса фекер йөрөтә белергә тейеш. Бөгөн беҙ әҙәбиәткә, китап уҡыу аша һай­лаған һөнәребеҙгә ҡарата хөрмәтле мөнә­сәбәт, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләргә тырышайыҡ. Йәшәү­ҙең асылы, маҡсаты хаҡында уйланайыҡ.
Ә хәҙер яҙыусы һәм педагог Лира Әхмәт‑Яҡшыбаеваның тормош юлына байҡау яһайыҡ.
1‑се уҡыусы (экранда – яҙыусы һәм уның китаптар күргәҙмәһе слайды).
Лира Миңләхмәт ҡыҙы Яҡшыбаева 1947 йылдың 15 февралендә Ғафури ра­йо­ны Сәйетбаба ауылында тыуған. 1970 йылда Баш­ҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 1992 йылдан – Сибай ҡала­һы­ның мәктәп‑интернатында, 1997 – 2002 йылдарҙа 13‑сө башҡорт мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Л. Яҡшыбаева күңелендә йөрөгән әйтер һүҙҙәрен проза жанрында уҡыусыға еткерә. 2009 йылда «Мөжәүир хәҙрәт» әҫәре өсөн – Р. Өмөтбаев исемендәге, 2011 йылда «Һы­нау­ҙарҙан туҡылған яҙмыш» китабы өсөн Ж. Кейекбаев исемендәге премияларға, «Башҡортостан», «Йәшлек» гәзиттәренең, «Шоңҡар» журналының йыл лауреа­ты исеменә лайыҡ була. Ул – рухыбыҙҙы байытыр, күңелебеҙҙе сафландырыр «Ауыл ҡатыны» (2000), «Сәйер бү­ләк» (2000), «Бөтәбеҙгә бер Ер шары» (2013), «Мөжәүир хәҙрәт», «Табын иле изге­лә­ре», «Ғабдулла Сәйеди», «Зәйнулла ишан», «Әүлиәләр аманаты», «Һынау­ҙар­ҙан ту­ҡылған яҙмыш», «Ашҡаҙар вальсы», «Вә­рәҙәкүл аҡсарлағы» (2013), «Халҡыбыҙ изгеләре» (2014) китаптарының авторы.
Алып барыусы.Лира Яҡшыбаеваның «Бөтәбеҙгә бер Ер шары» китабында бирелгән «Бөтәбеҙгә бер Ер шары», «Вәрә­ҙекүл аҡсарлағы», «Ырыҫлытау ыласыны» повестары – һөнәри белем биреү уҡыу йорттары студенттарына дәрестә ҡулланыу өсөн бик ҡулайлы әҫәрҙәр. «Бө­тәбеҙгә бер Ер шары» повесына күҙәтеү яһайыҡ.
2‑се уҡыусы (слайд). «Тыуған ерем! Ниндәй гүзәлһең һин! Тулҡынып аҡҡан йылғаларың, сылтыр шишмәләрең, йырып сыҡҡыһыҙ ҡарағай урмандарың, икһеҙ‑сикһеҙ ҡылғанлы далаларың, мең төрлө сәскә еҫе аңҡытҡан болондарың, болоттарға ашҡан тауҙарың, урман‑ҡыр тулы йәнлектәрең, өҙҙөрөп һайрар ҡош­тарың – былар барыһы ла минең тыуған илемдә!
Йыһандар хужаһы биргән урын – ул беҙҙең туған халҡыбыҙҙың дөйөм баш йорто. Урмандарға барһаҡ, кәрәкһә, кә­рәк­мәһә лә, сәскәләрҙе өҙөп‑йолҡабыҙ, шишмәләребеҙҙең тамырҙарын ҡо­ротоп, машиналар менән кисеп үтәбеҙ. Урмандарыбыҙҙы ҡырып тунайбыҙ. Завод, фаб­рикаларҙың таҙартылмаған бысраҡ һыу­ҙарын йылғаларыбыҙға ағыҙабыҙ. Һыуҙар ағыулана, йылғалар ауырый, аҙаҡ һайы­ғып, ҡорой. Ер тарихында бындай вәхшилеккә тик әҙәм балаһы ғына һәләтлелер. Һуңғы йылдарҙа хазиналы еребеҙгә байҙар хужа булып алды ла ер аҫты байлыҡтарын мәңге бөтмәҫтәй күреп, Ер‑әсәне талап, көндән‑көн күберәк табыш алырға тырыша», – тип яҙа автор.
«Бөтәбеҙгә бер Ер шары» повесына эпиграф итеп В.И. Вернадскийҙың һүҙ­ҙәре алынған: «Кешелек донъяһы үҙенең үҫеше өсөн генә түгел, тотош Ер планетаһының хәле һәм киләсәге өсөн яуап­лы». Эйе, тәбиғәт яҙмышы кеше ҡулында, ул ярҙам һорай. Был повеста ошондай юлдар бар: «Тиҙҙән – ахырызаман. Ерҙә тормош бөтәсәк, – тип әҙәм аңын томаларға тырышҡан шарлатан аферистар­ҙың, дәлилдәр менән раҫланмаған хәбәр һөйләгән скептиктарҙың, урынһыҙ сәбә­лә­неүсе буш ҡыуыҡтарҙың өңөн тығырға теләйем, – ти Рафиҡ. – Уларса, йәнәһе, йәһәннәмгә әйләнәсәк Ер шарын ниңә һаҡлап ыҙаланырға? Форсат барҙа типтереп йәшәп ҡалырға! Беҙҙән һуң, әйҙә, ерҙең аҫты өҫкә әйләнеп, зил‑зибәр ҡуп­һып, туфан баҫһын». Фән кандидаты Рафиҡтың ене һөймәй шундайҙарҙы: «Әҙме ни беҙҙең арала демагогтар?» – ти ул.
«Бөгөн кешелек донъяһы ҡорбанына ҡаҙалған ҡан эскес ас талпанды хәтерләтә. Ҡайҙа ҡарама – вышкалар, шахталар, карьерҙар. Бер килкеһе Ер‑әсәнең елек майын һура, икенселәре һөйәген кимерә, өсөнсөләре тереләй тиреһен тунай. Тәбиғәт байлығының исраф ителеүе самаһыҙ. Шул сәбәпле һыуҙар эсеүгә яраҡһыҙ булып бысрана, һауа хаяһыҙ ағыулана, урмандар аяуһыҙ ҡырҡыла. Әллә, юғиһә, Йыһан хужаһы Юғары Көс әҙәми затты артыҡ яратып, самаһыҙ иркәләп, үҙе шулай шашындырҙымы?».
Был юлдар әҫәргә уҡыусы бөгөнгө көнгә айыҡ аҡыл менән ҡараһын, килә­сәк тормошто күҙ алдына килтерһен өсөн индерелгән. Повестың төп геройы Рафиҡ Мөғинов ошондай күренештәргә ҡаршы алышҡа сыға, илебеҙ байлығына ҡул һуҙырға йыйынған инвесторҙарҙы фаш итә. Дөйөм халыҡ байлығын туҙҙырып, үҙ кеҫәләрен ҡалынайтырға йыйынған хаяһыҙ коммерсанттарға көрәш иғлан итә һәм ошо ҡатмарлы, тиңһеҙ көрәштә үҙенә теләктәштәр, фекерҙәш­тәр эҙләй.
Геология фәндәре кандидаты, Силәбе политехник институты доценты Рафиҡ Камалетдин улы Мөғинов Екатеринбургта «XXI быуат һәм кешелек донъяһының глобаль тормошҡа күсеүе» темаһы буйынса үтәсәк симпозиумға килә. Форум башланыуға ике сәғәт ваҡыт ҡалғас, ул план‑программа менән таныша. Немец ғалимы Эрнест Фейхтвангерҙың темаһын бер нисә тапҡыр уҡып сыға һәм нимәлер һиҙә, моғайын, һоранырға итәлер, тип шомлана. «Беҙҙә бы­на­мын тигән ҡорамаллы заводтар буш тора, ә һеҙҙә сеймал бар, әйҙә бергәләп хеҙмәтләшлек итәйек, беҙ инвестор булырбыҙ», – тип әйтергә самалайҙыр ҡунаҡ. Ниңә Американың проблемаларын тикшермәй? Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, унда ла хәл бик ҡырҡыу тора.
Рафиҡ Камалетдин улы инвесторлыҡты «экономик эгоизм» тип ҡарай һәм уға юл ҡуйылмаһын өсөн көрәшә. Үҙенең ғалимлыҡ бурысын ул, беренсе сиратта, иленә, халҡына, милләтенә, киләсәккә янаған хәүефте алдан күреп, ваҡытында туҡтатырҙай саралар табыуҙа күрә.
Көткән форум башлана. Сығыштар бик көслө була. Бигерәк тә, немец ғалимы Эрнест Фейхтвангер әфәнде:
– Ер шары – ерҙә йәшәгән бөтә халыҡтыҡы. Ул – уртаҡ өйөбөҙ. Беҙ уны бергәләшеп һаҡларға бурыслы. Уралды ғына алайыҡ. Уртаса бер квадрат километр ергә егерме‑егерме биш кеше тура килһә, Японияла – өс йөҙ утыҙ бер кеше, Бөйөк Британияла – ике йөҙ утыҙ алты кеше, Рәсәйҙә ун кеше тура килә. Глобализацияны мин шулай аңлаймын: Ер шарында урын һәр халыҡҡа, ер аҫты һәм ер өҫтө байлыҡтары һәр илгә тигеҙ, һәр милләткә тиң бүленергә тейеш, – ти. Бындай сығышҡа ҡаршы Рафиҡ Мөғинов ҡаты итеп үҙ фекерен еткерә:
– Ҡайһы бер сит ил инвесторҙары Башҡортостан, Көнбайыш Себер тарафтарында үҙҙәренең яңы технологияһын файҙаланып, ҙур килем алырға тырыша. Икенсе төрлө әйткәндә, беҙҙең тәбиғәт ресурстарын һәм осһоҙ эшсе көсөн ҡулланып байырға ынтыла. Уларҙы беҙҙең экологияның зарар күреүе, тирә‑яҡ мөхиттең бысраныуы, халыҡтың һаулығы ҡаҡшауы һис кенә лә борсомай. Беҙ, Башҡортостан ғалимдары, бындай контракттар төҙөлөүгә ҡаршы сығырға те­йеш­беҙ. Минеңсә, һәр ил үҙ сеймалын үҙе самалап һаҡсыл тотонһон.
Бындай сығыш, әлбиттә, берәүгә лә оҡшамай. Симпозиумдан сит ил вәкилдәре бик ауыр уйҙар менән ҡайта.
Икенсе көндө Рәсәй Фәндәр академияһы Рафиҡ Камалетдин улына тиҙҙән Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Рио‑де‑Жанейрола үткәрәсәк конференцияһында сығыш яһау тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә. Рафиҡ был ҡыуаныслы хәбәрҙе ихлас ҡабул итә. Яҡшы тәрже­мәсе булараҡ, һөйгәне Линараны ла үҙе менән алып бара һәм уңышлы сығыш яһап, БМО ғалимдары араһында таны­лыу яулап, үҙ иленә ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡайта егет.
3‑сө уҡыусы. Әҫәрҙә шулай уҡ мөхәббәт проблемаһы ла ярылып ята.
Рафиҡ Мөғинов Мейәс йылғаһы бу­йында тәүге мөхәббәте Линараны осрата. Стәрлетамаҡ балалар йортонда тәрбиәләнгән ауыр яҙмышлы Линара Баш­ҡорт дәүләт университетының сит телдәр факультетында уҡып йөрөй. Ғәйбәт һүҙ, күңелде таш итер хат уны Екатеринбург ҡалаһындағы уҡыу йортона күсергә мәж­бүр итә. Уҡыу менән бер рәттән, төрлө форумдарҙа, симпозиумдарҙа тәржемәсе булып йөрөгәндә, ул яңынан тәүге мө­хәб­бәтен –Рафиҡты осрата.
Һөйгәне менән ҡауышҡан Рафиҡ, илебеҙҙә күтәрелгән тәбиғәтте һаҡлау проблемаһы буйынса, хәҙер ихласлыҡ менән бергә эшләй башлай. Ғөмүмән, повесть бөгөнгө көн проблемаһы – тыу­ған ерҙе, тәбиғәтте, уның байлыҡтарын һаҡлау хаҡында.
Илебеҙҙә 2017 йыл Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тип иғлан ителде. Китаптың авторы Л. Яҡшыбаева был проблемаларҙы алдан күреп, уҡыусыға киләсәккә хәүеф янауын иҫкәртергә, ер‑һыуҙарыбыҙҙы, тәбиғәтебеҙҙе һаҡлар­ға кәрәклекте аңлатырға ынтыла.
Алып барыусы.Л. Яҡшыбаеваның «Ырыҫлытау ыласыны» повесын да уҡып сыҡтыҡ. Яҙыусы унда бик урынлы итеп мәҡәл һәм әйтемдәр ҡулланған. Хәҙер шул мәҡәл һәм әйтемдәрҙең тормошта, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланылышы тураһында һөйләшәйек.
4‑се уҡыусы. «Атаһы ниндәй – улы шундай», «Нәҫеленә ҡара ла балаһын күр», «Алма ағасынан алыҫ төшмәй», «Ишандан – ишан, нишандан нишан тыуа», «Бер ишандан – бер нишан, бер нишандан бер ишан тыуған» – был мәҡәл һәм әйтемдәр повеста бер нисә урында осрай. Математика уҡытыусыһы Тәслимә Ханнан ҡыҙы был әйтемдәрҙе Рамаҙанға дәрес һайын бер нисә тапҡыр ҡабатлай. «Насар уҡый, олимпиадаларҙа ҡатнашмай, Рамаҙан да атаһы юлынан китәсәк», – ти ул. Тик егет ул әйтем­дәр­ҙең мәғәнәһен аңламай һәм ҡайтып олатаһынан һорай. «Нишан» ерәнгес, кил­бәт­һеҙ, хәшәрәт тигәнде аңлата икән. Рамаҙан уҡытыусыға үпкәһен нисек әйтергә белмәй аҙаплана һәм ҡағыҙға: «Һеҙ «Ишандан – ишан, нишандан нишан тыуа», – тиһеҙ. Ә минең олатайым, «Бер ишандан – бер нишан, бер нишандан бер ишан тыуған», ти. Һәр кемдең килә­сә­ге үҙ ҡулында. Атаһы ниндәй – улы ла шундай булырға тимәгән. Мин үҙемсә йәшәйәсәкмен». Хатты уҡығас, уҡытыу­сы үҙ хатаһын аңлай.
Рамаҙандың атаһы Ишбулды ағай ваҡытында алдынғы тракторсы булған. Колхоз тарҡалып эшһеҙ ҡалғас, билдәһеҙлектән эскегә бирелә. Көн һайын иҫерек атай ғаиләһенә тынғылыҡ бирмәй йонсота. Рамаҙан уның кеүек эскесе булырға теләмәй. Нисек итеп атаһынан эскеһен ташлатырға белмәй аптырап йөрөгән егет уның әшнәләре менән бергә эсеп ғауғалашҡандарын видеокамераға төшөрөп ала. Эсеү арҡаһында ауырып китеп, оҙаҡ ҡына больницала ятып ҡайт­ҡан атаһына форсаты сыҡҡанда телевизор аша яҙманы күрһәтә. Үҙенең әшәке ҡыланыштарын күреп аптырауға ҡалған атаһы ғаиләһенән ғәфү үтенә, башҡа эсмәҫкә ант итә. Шунан һуң ғаилә тыныс йәшәй башлай.
5‑се уҡыусы. Клубта фермер Иҙел Шәмсетдинов менән булған осрашыу ҙа Рамаҙан өсөн әһәмиәтле була. Бала сағы көн‑төн айыҡмай эскән атаһы арҡаһында ауыр үткән Иҙел ағай бөгөн – хөкүмәтебеҙҙең юғары наградаһы С. Юлаев ордены кавалеры. Шундай ғаиләнән сыҡҡан Иҙел Шәмсетдинов: «Бер нишандан бер ишан тыуған», ул араҡыны өйөнә яҡынайтмай, әсәһен хөрмәт итеп матур йәшәй.
– Ырыҫлытау ыласыны ул! – ти атай. – Бирешмәне, ныҡ булды, көслө рухлы ир‑егет. Иҙел ағайҙан өлгө алып йәшәргә кәрәк, тигән һығымта яһай Рамаҙан.
Алып барыусы.Эйе, уҡыусылар. Был повестағы мәҡәл һәм әйтемдәр кешенең яҡшылығын күрә, мөмкинлек сыҡҡанда ярҙам итергә кәрәклекте белдерә. Яҡшынан – өлгө, насарҙан фәһем алыр­ға кәрәк. Һәр кемдең киләсәге үҙ ҡулында. Яҡты маҡсат ҡуйып, уға ынтылғандар мотлаҡ уңышҡа өлгәшә, шуға һәр кем үҙен үҙе тәрбиәләргә бурыслы.
Хикмәт һәм аҡыл эйәһе Лоҡман Хәкимдән:
– Әҙәпкә кемдән өйрәндең? – тип һорағандар.
– Әҙәпһеҙҙәрҙән, – тип яуап биргән ул. – Кешенең әҙәпһеҙ, яуыз ҡылығын күрһәм, уны ҡабатлауҙан, уға оҡшауҙан тыйыла инем, – тип яуап биргән ул.