Редакция журнала «Башҡортостан уҡытыусыһы» - филиал ГУПРБ Издательский дом «Республика Башкортостан»
» » Изге Торатау янында – Юрматылар йыйыны
Изге Торатау янында – Юрматылар йыйыны

Изге Торатау янында – Юрматылар йыйыны

Юрматы ырыуының беренсе йыйыны яңы тарихта 1992 йылда Торатау итәгендә ойошторола. 1993 йылда Ишембайҙа юрматыларҙың мәҙәниәт фестивале үтә. Унан һуң, юрматылар өлгөһөндә, башҡа ырыу вариҫтары ла йыйындар үткәрә башлай. Юрматылар йыйыны төрлө йылдарҙа Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Ғафури райондарында, Өфөлә уҙғаны бар. Быйылғы йыйын туғыҙынсы тапҡыр үткәрелә.

Хәҙерге Ишембай, Мәләүез, Федоровка, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Ауырғазы һәм Ғафури райондарында юрматы ырыуы вариҫтары йәшәй. Шулай уҡ юрматылар Баҡалы, Мишкә, Миәкә, Шаран райондарында, Салауат, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Туймазы, Өфө ҡалаларында төпләнгән. Юрматы ауылдары Ырымбур өлкәһендәге Туҡ һәм Соран йылғалары буйында, Татарстан Республикаһының дүрт районында, Свердловск, Силәбе өлкәләрендә лә бар. Венгрияла ла сығышы менән юрматы ырыуына ҡараған кешеләр йәшәй.
Юрматылар – башҡорттарҙың иң ҙур һәм иң боронғо ҡәбиләләренең береһе. Уларҙың тамғаһы – һәнәк, ҡошо – әтәлге, ағасы – аҡ өйәңке, ораны – «Аҡтайлаҡ». Юрматыларҙың тарихын XIII – XIV быуаттан күрһәтергә мөмкин.
Юрматы ырыуы башҡа ырыуҙарҙан киң территориялары менән генә түгел, ә хәрби көстәре, уҡымышлы зыялылары менән дә айырылып торған. Бөтә башҡорттар кеүек үк, улар ҙа йылҡысылыҡ, һунарсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән, һәр төрлө һөнәрселек ҙур роль уйнаған. Юрматылар араһынан Миндеғол Юлаев (Ҡараһаҡал), Ҡаһым Мырҙашев (Ҡаһым түрә), Әхмәтзәки Вәлиди, бер туған Ҡарамышевтар һәм башҡа тарихи шәхестәр билдәле.
Йыйында Юрматы ырыуының яңы идараһы һайланды, уставы ҡабул ителде, гимны һәм гербы раҫланды. Идара рәйесе итеп бер тауыштан Р.Ш. Иҫәнов яңынан һайланды.
Торатау янындағы байрам программаһында мәҙәни бүлек, тирмәләр күргәҙмәһе, 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы Ҡаһым Мырҙашев призына – милли көрәш, ырыу батыры Килмәк Нөрөшев призына йәйәнән уҡ атыу буйынса «Мәргән уҡсы» турнирҙары ойошторолдо. Йыйылған халыҡ бик ҡәнәғәт ҡалды.
Юрматы йыйынында билдәләнгән маҡсаттарҙы барлау киләсәк быуын, башҡорт халҡы һәм, ғөмүмән, республикала йәшәгән халыҡтар өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.

С.К. ХӘКИМОВ.
(Фотоһүрәттәр тышлыҡтың 3-сө битендә.)