Редакция журнала «Башҡортостан уҡытыусыһы» - филиал ГУПРБ Издательский дом «Республика Башкортостан»
» » Яуығыҙ, ап-аҡ ҡарҙар
Яуығыҙ, ап-аҡ ҡарҙар

ЗИЛӘ ӘҘЕЛГӘРӘЙЕВА,
Баҡалы районының Иҫке Ҡорос  мәктәбе уҡытыусыһы.
      Яуығыҙ, ап-аҡ ҡарҙар
Әкрен генә яуған ҡар бөртөгө
Биттәргә килеп ҡуна.                      
Ошо сихри матурлыҡтан                
Шиғыр юлдары тыуа.                    
Күңелдә тыуған хистәргә
Нисек кенә түҙәһе.
Бар донъяны берҙәй итеп
Килә ҡосоп үбәһе.
Янымда яҡын кешеләр –
Миңә тағын ни кәрәк?!
Ауыр, ҡыйын саҡтарҙа беҙ
Бер-беребеҙгә ныҡ терәк.
Барған ғүмер юлыбыҙҙа
Булды төрлө һынауҙар.
Үтте инде ул саҡтар ҙа
Һына яҙып ҡалыуҙар…
Кинәт иҫкән йомшаҡ елдәр
Биттәрҙән һыйпап үтте.
Барса  ҡараңғы уйҙарҙы
Эйәрләп алып китте.
Яуығыҙ әйҙә, ап-аҡ ҡарҙар,
Ерҙе аҡлыҡ ҡаплаһын.
Ҡайғы-хәсрәт, һағыштарға                  
Ерҙә урын ҡалмаһын.  

                         
Бабичҡа
Тау биттәренә ултырып
Шиғыр яҙам һинең турала.
Шишмәләй урғыла уйҙарым,
Күңел хистәремә сорнала.
Йәшләй киттең, ашыҡтың,
Яҙылмаған йырың ҡалды бит.
Тағы киләм тинең, был яҡтарға,
Көтөп күҙҙәребеҙ талды бит.
Яттан һөйләп шиғырыңды,
Йырлап, көйләп йырҙарыңды,
Менеп айға һәм тауҙарға
Эзләйбеҙ юлдарыңды.
Милләтеңде алға әйҙәп,
Булдың бик күп ерҙәрҙә.
Шиғырҙарың оран булып
Яңғырай төрлө телдәрҙә.
Күккә менеп, һорамайса
“Айҙың нурын урланың”.
Ижад емештәрең менән
Халҡың күңелен нурланың.
Ай битенән йырҙарыңды
Алып уҡыйбыҙ табып.
Йылдар үтә, һин хәтерҙә –
Онотмай һине халҡың.
Ялтланың һин күк йөҙөндә,
Йәшен булып йәшнәнең.
Ҡалдың беҙҙең хәтерҙәрҙә
Йәме булып йәшәүҙең.
Яҙмыш
Яҙмыш бит ул – эйәрле ат,
Алып саба төрлө тарафҡа.
Михнәтен дә, шатлығын да бирә
Тормош тигән карапта.
Берәүҙәргә тура килә
Йүгәнһеҙ юртаҡ аттар.
Алда көтә билдәһеҙлек,
Илтеп ҡайҙарға ташлар?!
Ә берәүҙәр эйәрләйҙәр
Йыуаш һәм тыйнаҡтарҙы.
Яҙмыш бит ул – шундай нимә
Яратмай ҡурҡаҡтарҙы.
Был яҙмыштан ни көтәбеҙ,
Беребеҙ ҙә аңламай.
Уңыштар бар, һағыштар бар –
Юҡҡа сәстәр салланмай.
       Өйөрөлөп ҡарҙар яуа
Ҡарҙар яуа, яуа ап-аҡ ҡарҙар,
Өйөрөлөп ергә төшәләр.
Әйтерһең лә ошо аҡ тәңкәләр
Аҡ нур булып миңә күсәләр.
Күңелдәге шатлыҡ-ҡыуаныстар
Ошо аҡлыҡ менән урала.
Барыһы ла бергә ҡушыла ла
Әйләнәләр дауыл-буранға.
Ниндәй көскә эйә аҡлыҡ-паҡлыҡ,
Насар уйға юҡтыр урын да…
Күңелдәге уйҙар тына төшә,
Тыныслана төшә буран да.
Яуһын әйҙә ергә аҡ бәхеттәр,
Ҡото булып тыуған еремдең.
Аҡрын ғына яуған ҡарҙай, тыныс
Үтһен ине көнөм, төнөм дә.
Уфтанмайым
Йылдар үтә, йәшлек ҡала
Уҙған юлдарыбыҙҙа.
Иҫкән елдәр сиртеп уҙа
Күңел ҡылдарыбыҙға.
Төрлө елдәр иҫһәләр ҙә,
Бирешмәйсә йәшәйем.
Күңел сиртер шиғыр яҙып,
Тормошомдо йәмләйем.
Йәшлек үтте тиһәм дә мин,
Үкенмәйем үткәндәргә.
Ҡулымды болғап ҡаламын
Мине уҙып киткәндәргә.
Эх, тип уфтанмайым мин,
Ғүмер әрәм уҙмаған.
Яҙырмын тағы шиғырҙар,
Ҡәләмем әле туҙмаған.