Редакция журнала «Башҡортостан уҡытыусыһы» - филиал ГУПРБ Издательский дом «Республика Башкортостан»
» » Дәрестәрҙә һүҙ төркөмдәрен өйрәнеү алымдары
Дәрестәрҙә һүҙ төркөмдәрен өйрәнеү алымдары


Мәктәп программаһында һүҙ төркөмдәрен өйрәнеүгә ҙур урын бүленгән. Башланғыс кластарҙа уҡыусылар һүҙ төркөмдәрен дөйөм төшөнсәләр аша ғына үҙләштерһә, өлкән кластарҙа иһә, ябайҙан ҡатмарлыға күсә барып, ентекле өйрәнә башлайҙар. Мәҫәлән, башланғыс кластарҙа сифаттар билдәне белдергән һүҙ төркөмө булараҡ ҡына өйрәнелә, ә өлкән кластарҙа төп һәм шартлы сифаттар, сифат дәрәжәләре кеүек төшөнсәләр ҙә  барлыҡҡа килә.
Уҡытыусы дәрес барышында үтелгән тема буйынса мәғлүмәтте тулыһынса биреп бөтә алмай. Уҡыусыларҙың үҙ аллы шөғөлләнеүенә, уйланыуына ҡоролған эштәр, ҡыҙыҡлы уйындар һүҙ төркөмдәрен еңел үҙләштереүгә, уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереүгә булышлыҡ итә. Командаларға бүлеп, үҙ-ара ярыш формаһында үткәргән саралар уҡыусыларҙа сәм һәм ҡыҙыҡһыныу уята, әүҙемлек, яуаплылыҡ тойғоларын арттыра.
Балаларға үтелгән һүҙ төркөмөнөң бөтә үҙенсәлектәрен сағылдырған ҙур булмаған шиғыр, хикәйә, әкиәт яҙырға тәҡдим итергә мөмкин. Был эште  өйгә эш итеп алдан биреү отошлораҡ. Миҫал өсөн исем һүҙ төркөмөнә, уның килеш категорияһына арнап яҙылған шиғырҙы килтерәйек:
Исемдәрем минең – Исем,
                                               Йөрөтә мине һәр есем.
Сифат, күренеш, билдәләр,
Предмет, әйбер, матдәләр.
Алты  төрлө күлдәгем бар,
Һәр көн кейәм береһен.
Яңыларын кейеп торам,
Һалып торам керлеһен.
       (Күлдәктәрҙе «килеш»  тиҙәр,
                                              Шуны ла һәр кем белһен).
Эште бер ни тиклем еңеләйтеү өсөн әҙер әҫәр биреп, уны үҙгәртергә ҡушырға, шулай уҡ әҫәрҙе һүҙ төркөмдәренең үҙенсәлектәрен сағылдырып дауам итергә мөмкин.
«Дауам ит» уйыны балаларҙың һүҙ байлығын үҫтереүгә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, уҡыусы берәй сифат әйтә әләкәй), икенсеһе алда әйтелгән һүҙҙең аҙаҡҡы хәрефенә башланған сифат әйтергә тейеш әшел). Бындай һүҙ көрәшендә һүҙлек запасы бай булған уҡыусы йәки команда еңеү яулай.
Уҡытыусы, уҡыусыларға һөйләмдәрбиреп, уларҙан кәрәкле һүҙ төркөмөн табыу, уға анализ яһау кеүек күнегеүҙәр тәҡдим итә ала. Мәҫәлән, бирелгән шиғыр юлдарында төшөп ҡалған ялғауҙарҙы ҡуйып, был һүҙҙәрҙең ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарауын билдәләргә:
Азат бул, иркәҡош(тай)күк йөҙөндә
Йәшә, үҫ, нурлы гөл(дәй)ил күгендә.
«Һорауыма яуап тап»  уйыны ла балаларға бик оҡшай. Уҡыусылар, йәки командалар бер-береһенә  үҙҙәре төҙөгән төрлө һорауҙар бирә, башватҡыстар, ребустар тәҡдим итә.
Дәресте  сәхнәләштереү формаһында алып барыу ҙа бик отошло:  уҡыусылар үтелгән һүҙ төркөмөнөң грамматик категориялары сифатында сығыш яһай, уларҙың үҙенсәлектәрен сағылдырырға тырыша. Мәҫәлән, рәүеш темаһын үткәндә рәүеште батша итеп, рәүеш төркөмсәләрен батша ҡыҙҙары итеп уйнарға була. Уларҙың үҙ-ара  диалогтарында һүҙ төркөмөнөң үҙенсәлектәре сағылырға тейеш. Мәҫәлән:
Уф, кисә ҡунаҡҡа барғайным, бөгөн өйҙә генә ултырырмын ул, иртәгә, бәлки, урман-яландарға сығып килермен. (Бында ваҡыт рәүеше тураһында һүҙ барғанын аңлайбыҙ).
Уҡыусыларҙың һәр береһенә һүҙ төркөмө бүлеп биреп, һүҙ төркөмдәре батшалығы яһау ҙа бик ҡыҙыҡлы буласаҡ. Һүҙ төркөмдәре бергә тупланышып, әйтәйек, ҡылымды үҙ араларынан ҡыуып  ебәрәләр, уны кәрәкмәгән һүҙ төркөмө тип һанайҙар. Бынан һуң уҡыусылар тик ҡылымһыҙ ғына һөйләшергә тейештәр. Шул ваҡытта ҡылымдың ниндәй кәрәкле һүҙ төркөмө икәнлеге бик тиҙ асыҡлана.
Шулай уҡ, суд формаһында үткәрелгән дәрес тә уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡ һәм үҙенсәлекле буласаҡ. Ғәйепләнеүсе – ниндәйҙер һүҙ төркөмө, әйтәйек, рәүеш. Судта рәүеште һүҙ төркөмдәре сафынан алып ташлау мәсьәләһе тора. Адвокат һәм шаһиттар рәүеште яҡларға, уның бик тә кәрәкле һүҙ төркөмө икәнен иҫбат итергә тейештәр. Миҫал:
Адвокат:
Дәрәжәләр булмаһа әгәр ерҙә
Ниҙәр булыр ине донъяла!
Айлы кистәр булмаҫ оҙонораҡ,
Бәхетебеҙ килмәҫ тиҙерәк,
Үтә бәхетһеҙ көндәребеҙ
Елеп кенә үтмәҫ тиҙерәк.
Ә төндәр һуң булмаһа оҙонораҡ
Йоҡоң туймаҫ һинең һис кенә.
Минең һүҙ шул, рәүеш ағайҙы
Алып ташлап булмаҫ һис кенә.
Күреүебеҙсә, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле  ойошторолған дәрестәр уҡыусылар өсөн күңелле ял да, теманы еңел үҙләштереү сараһы ла булып хеҙмәт итә.
Ә.М. ЮНЫСОВА,
Учалы районының Илсе мәктәбе уҡытыусыһы