Редакция журнала «Башҡортостан уҡытыусыһы» - филиал ГУПРБ Издательский дом «Республика Башкортостан»
» » Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре аша халыҡ йолаларын үҫтереү һәм һаҡлау
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре аша халыҡ йолаларын үҫтереү һәм һаҡлау

Туған телде һаҡлау – һәр милләттең иң мөһим бурысы. Бөгөң ЮНЕСКО мәғлүмәте буйынса ер йөҙөндә ете меңгә яҡын тел иҫәпләнә. Шуларҙың күбеһе юҡҡа сығыу ҡурҡынысы аҫтында тора, сөнки матбуғатта, мәҙәниәттә һәм башҡа өлкәләрҙә ошо телдәрҙең дүрттән бер өлөшө генә ҡулланыла. ЮНЕСКО мәғлүмәттәре буйынса, үткән быуатта 600 тел юҡҡа сыҡҡан, ә әлеге ваҡытта ике аҙна эсендә бер тел йәшәүҙән туҡтай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2009 йылда башҡорт теле лә ЮНЕСКО тарафынан “юғалыу ҡурҡынысы янаған” телдәр исемлегенә индерелде.
Туған телде һаҡлау – һәр милләттең иң мөһим бурысы. Бөгөң ЮНЕСКО мәғлүмәте буйынса ер йөҙөндә ете меңгә яҡын тел иҫәпләнә. Шуларҙың күбеһе юҡҡа сығыу ҡурҡынысы аҫтында тора, сөнки матбуғатта, мәҙәниәттә һәм башҡа өлкәләрҙә ошо телдәрҙең дүрттән бер өлөшө генә ҡулланыла. ЮНЕСКО мәғлүмәттәре буйынса, үткән быуатта 600 тел юҡҡа сыҡҡан, ә әлеге ваҡытта ике аҙна эсендә бер тел йәшәүҙән туҡтай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2009 йылда башҡорт теле лә ЮНЕСКО тарафынан “юғалыу ҡурҡынысы янаған” телдәр исемлегенә индерелде.

Туған телде ҡабатланмаҫ феномен булараҡ һаҡлау – кешелек алдындағы иң мөһим бурыстарҙың береһе. Туған телдә халыҡтың рухи байлығының нигеҙе һалынған, тел аша һәр милләттең һәм бөтөн кешелектең мәҙәниәте һәм фәнни байлыҡтарының ишеге асыла, тел аша халыҡ йолалары быуындан быуынға тапшырыла. Халыҡта юҡҡа ғына «Телең барҙа илең бар, илең барҙа иркең бар» тип әйтмәйҙәр. Тел – һәр халыҡтың милли мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө, ул алдағы быуындарға рухи ҡомартҡы ғына түгел, милли мәҙәниәттең артабанғы үҫешенә йоғонто яһаусы фактор ҙа. Башҡорт теле лә, башҡа телдәр кеүек үк, төрлө фәндәр буйынса тупланған ғилемдәрҙе һыйҙырыусы күренеш булараҡ, үҙенең һүҙлек байлығында, фразеологияһында башҡорт халҡының тарихи тәжрибәһен нығыта, уның эске донъяһын сағылдыра, менталитетының үҙенсәлеген күрһәтә, мәҙәни традицияларҙың берлеген, уның күсәгилешлеген тәьмин итә. Шуға күрә туған телде халыҡтың тарихы, мәҙәниәте менән тығыҙ бәйләнештә өйрәнергә кәрәк.
Башҡортостан – күп милләтле республика, шуға ла тел мәсьәләһе төбәктә һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Республикала 70-тән ашыу милләт халҡы йәшәй, шулар араһынан рус, башҡорт, татар, сыуаш, украин, белорус, мордва, мари, удмурт, латыш, немец һәм башҡа халыҡтар тығыҙ урынлашып бер ауылда, йәки районда көн күрә, һәр милләт халҡы үҙ-ара туған телендә һөйләшә. Төрлө милләт халҡы тығыҙ аралашып йәшәгән ерлектә телдәргә ассимиляция хәүефе янауы тәбиғи.
Донъя илдәренең күпселегендә күҙәтелгән сәйәси тотороҡһоҙлоҡ беҙҙең илебеҙ сәйәсәтенә ҡағылмай ҡалмай. Шуныһы ҡыуаныслы, тотороҡһоҙлоҡҡа ҡарамаҫтан, башҡорт халҡының рухи байлығын өйрәнеү һәм һаҡлау буйынса төрлө йүнәлештәрҙә эш дауам итә. Күренекле ғалимдар һәм яҙыусыларыбыҙ үҙ милләтеңде һанға һуҡмау (милли нигилизм) күренешенең дә, милләтеңде башҡа милләттәрҙән өҫтөн ҡуйырға тырышыуҙың да йәмғиәт өсөн берҙәй зарарлы һәм хәүефле булыуын һәр саҡ иҫкәртә килде.
Телде телдәр хушһынмаһа,
Артылмаҫлыҡ тау булыр,
Булмаҫ дуҫлыҡ, дау булыр,
Дау артында яу булыр,
тип яҙҙы халыҡ шағиры Р. Ғарипов. Был һүҙҙәр милли мәктәп үҫешендә, йәш быуынды тәрбиәләүҙә халыҡ йолаларының, быуындар күсәгилешлегенең, милли аң һәм ғорурлыҡ тәрбиәләүҙең әһәмиәтен дәлилләй.
Бөгөн мәктәптә башҡорт телен яңы быуын стандарттары нигеҙендә өйрәтеү – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы алдындағы төп мәсьәлә. Уҡытыусы үҙ һөнәренең оҫтаһы булып танылыу өсөн заман менән бергә атларға, алдынғы ҡарашлы, һәр саҡ ижади эҙләнеү юлында булырға, һөнәри һәләтен, белемен үҫтерергә ынтылырға тейеш. Уҡытыусы алдында яуаплылыҡ бермә-бер артты – мәктәптә уҡытылған тиҫтәләгән фән араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең абруйын күтәреү, уҡыусыла туған теле менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү, уның бар гүзәллеген онотолмаҫлыҡ итеп бала күңеленә һеңдереү бурысы тора.
Әлеге көндә китапхана фонды башҡорт телендәге китаптар һәм матбуғат баҫмалары менән тәьмин ителгән, мәктәп  «Аманат», «Аҡбуҙат», «Йәшлек», «Йәншишмә», «Ағиҙел», «Ватандаш» журналдарҙы ла ҙур теләк менән уҡый.
Башҡорт халҡында борон-борондан һоҡланғыс йола йәшәй: һәр кеше ике нәмәне яҡшы белергә тейеш. Беренсеһе – үҙенең ырыуын, ете быуыны тарихын, икенсеһе – халыҡ йырҙарын  һәм уларҙың тарихын. Башланғыс кластарҙа уҡыусылар «Бөрйән», «Юрматы» «Ҡыпсаҡ» ырыуҙары темаһы менән таныша, ватан, ырыуҙар тураһында тулы мәғлүмәт ала. Ошо темаға материалдарҙы йыйып альбом төҙөлә. Артабан, теманы дауам итеп, борон-борондан ҡомартҡы булып һаҡланған ырыу шәжәрәләре менән танышабыҙ. Уҡыусы үҙенең ырыуын, тарихын белергә тейеш, шуға ла ырыуы, шәжәрәһе тураһында иркен әңгәмә ойошторорға, һөйләргә өйрәтеүҙе үҙемдең бурысым итеп ҡуям. Уҡыусылар шәжәрәләрен төҙөп, ошо темаға проект әҙерләй. Был дәрестәр ҡыҙыҡлы һәм йәнле үтә.
Икенсе  йола–  халыҡ йырҙарын  һәм уларҙың тарихын белеү. Был тема V класта башлана. Балалар башҡорт халыҡ йырҙары, ҡыҫҡа йырҙар, оҙон йырҙар, таҡмаҡтар менән таныша. Башҡорт йырҙары темаһын үткәндә мин ижади дәрес-уйын үткәрәм. Класс «Уңғандар», «Оҫталар», «Зирәктәр»  төркөмдәренә бүленеп, һәр төркөмгә капитандар һайлана. Дәрес аҙағында ярышҡа йомғаҡ яһалып, еңеүсе билдәләнә. VII класта «Тыуған ил һәм халыҡ берҙәмлеге тураһындағы йырҙар», «Ҡасҡындар тураһындағы йырҙар», «Кантон башлыҡтары тураһындағы йырҙар», «Ҡатын-ҡыҙ яҙмышы  тураһындағы йырҙар» менән танышабыҙ. Был дәрестәрҙә йыр һәр кемдең яҡын дуҫы, серҙәше икәнлеге һыҙыҡ өҫтөнә алына. Ата-бабаларыбыҙ бик боронғо замандарҙан уҡ үҙенең еңеү шатлығын да, юғалтыу-ҡайғыһын да, һағыш-ҡыуаныстарын,  тәбиғәт матурлығына һоҡланыуҙарын да йыр аша аңлатҡан.
VI класта А. Ҡобағошовтоң «Ҡарға бутҡаһы тәмлеме», Т. Ҡарамышеваның «Кәкүк сәйе» әҫәрҙәре менән танышабыҙ, был байрамдарҙың мәғәнәһен аңлатабыҙ. Ҡарға бутҡаһы һәм Кәкүк сәйе – башҡорттарҙа борондан килгән байрамдар. Дәрестә уҡыусылар башҡорттарҙың кейем-һалымы, биҙәнеү әйберҙәре менән дә таныша, тәбиғәт күренештәрен тасуирлай.  Шулай уҡ VI класта милли аштар тураһында белешмә ала. Башҡорттарҙың туҡланыу рационы менән танышып, эсемлектәр һәм аш төрҙәре, уларҙың нисек эшләнеүе (бешерелеүе) тураһында ла белешмә алабыҙ.  М. Өмөтбаевтың «Башҡорт ҡорото», Н. Сафиндың «Бишбармаҡ» исемле әҫәрҙәре менән дә таныштыҡ. Уҡыусылар башҡорт милли аштары темаһына реферат яҙҙы.  «Мин умартасы булһам…» темаһына яҙылған иншалар ҙа ҡыҙыҡлы булды.
Мәҡәлдәрҙә, шиғырҙа, халыҡ йырҙарында төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрөп яҙыу балаларҙы башҡорт ауыҙ-тел ижады менән  таныштырып ҡына ҡалмай, ә уның  тел отҡорлоғон да үҫтерә. Шулай уҡ дәрестәрҙә «Башҡорт йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре» тураһында әңгәмә ойоштороуҙы киң ҡулланам. Башҡорт халыҡ әкиәттәрен һәм риүәйәттәрен өйрәнеү уҡыусының белемен нығытыу һәм  һүҙлек запасынарттырыу менән бер рәттән, халыҡтың рухи сығанағын, мәҙәниәтен, йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен тулыраҡ аңларға булышлыҡ итә. Эҙмә-эҙлекле эш һөҙөмтәһендә уҡыусылар үҙ халҡының рухи байлығын нығыраҡ аңлай, башҡа халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтенә, мәҙәниәтенә, тыуған еренә ихтирам менән ҡарарға өйрәнә.
Башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ, дәрестән тыш саралар миңә   балаларҙың ижади һәләттәрен асырға ярҙам итә, уҙың  фекерләү ҡеүәһе арта, зиһене нығый. Февраль айында беҙҙең мәктәптә  V – IX класс уҡыусылары араһында шәжәрә байрамы үтте.  Унда  Шәйхутдинова Юлиә һәм Ғиләжева Ғәлиә үҙҙәренең шәжәрәләрен төҙөп, бай материал йыйҙы. Ғиләжевтар ғаиләһе укытыусылар династияһы менән данлыҡлы. Ғәлиә лә үҙенең киләсәген  мәктәп һәм уҡытыу эше менән бәйләргә уйлай. Шәйхутдинова Юлиәнең шәжәрәһе лә жюри ағзаларына бик оҡшаны.
Июнь айында үткәрелгән «Кәкүк сәйе» байрамы балаларҙың күңелендә йылы хистәр ҡалдырҙы. Уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә был байрамды үткәреүҙе артабан да дауам итергә кәрәк тигән теләк белдерҙе.
Башҡорт халҡының йолаларын үҫтереү һәм һаҡлауҙа ғаиләнең роле бик ҙур. Нәҫел тамырын һаҡлаусы – ата; нәҫел ҡото, нәҫел тамырын  донъяға яралтыусы, нәҫел ырыҫы – әсә. Ғаиләлә әсә менән ата мөнәсәбәте нисек, ниндәй кимәлдә ҡуйылған, ана шунан сығып баланың рухи үҫеше билдәләнә. Ғаилә усағы баланың рухи яҡтан сәләмәт булып үҫешендә хәл иткес роль уйнай.  «Ана һөтө менән кермәгәнде, тана һөтө менән  кермәй» тигән әйтем дә бар. Тыуған ер йылыһы, тыуған төйәк тойғоһо, милли тел, милли рух, нәҫел шәжәрәһе, нәҫел тамырын юллау – былар барыһы ла  ғаиләлә бала күңеленә май кеүек ағыла  торған әҙәп-әхлаҡ ҡанундары. Әгәр ғаилә үҙ балаһында бындай сифаттар тәрбиәләмәй икән, милләте алдындағы бурысын да үтәмәй, тигән һүҙ.
Халҡыңдың үткәне, ғөрөф-ғәҙәте менән ҡыҙыҡһыныу оло быуын кешеләренә хас. Әгәр ҙә уҡыусы үҙ халҡының рухи ҡаҙаныштары менән бәләкәйҙән танышһа, халҡының үткәнен, мәҙәниәтен яҡшы белһә, ул үҙе лә  рухи яҡтан байый. Уға был үҫешендә ярҙам итеү, йүнәлеш биреү беҙҙең бурысыбыҙ булып тора. Мин уҡыусыларымда халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә,  тыуған ауылыбыҙҙың һәм мәктәптең йолаларына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә тырышам. Үткәнде хөрмәт итергә, бөгөнгөнө һаҡларға һәм киләсәккә өмөт менән ҡарарға өйрәтәм.

И.Ф. САБИТОВА.
Кушнаренко районының Иҫке Ҡамышлы мәктәбе уҡытыусыһы