Редакция журнала «Башҡортостан уҡытыусыһы» - филиал ГУПРБ Издательский дом «Республика Башкортостан»
» » Рух шишмәһе – Аҡ шишмә
Рух шишмәһе – Аҡ шишмә

Назар Нәжми ижадында һәр быуын уҡыусыһы үҙенә яҡын һәм изге төшөнсәләрҙе таба. Шағир йәшәйештең, тормоштоң, кешелектең мең-мең хистәр ташҡынын, серҙәрен тик үҙенсә аса, фекер һәм моң иленә әйҙәй. Шуға ла уның әҫәрҙәре ихласлығы, тормошсанлығы менән күңелдәрҙе арбай, берсә хисләндерә, берсә уйландыра.

Назар Нәжми ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем тынғыһыҙ ижадсы булып ҡалды. Әгәр алдараҡ яҙылған әҫәрҙәре ғалимдар тарафынан тикшерелһә (К. Әх­­мәтйәнов, Ғ. Хөсәйенов, Р. Бикбаев, М. Хәмиҙуллина, З. Шәрипова, Ә. Хәбиров, З. Әлибаев һ.б.), туҡһанынсы йылдарҙағы шиғырҙары хаҡында фекерҙәр әйтелмәгән әле.
Шуға ла шағирҙың ХХ быуаттың 90-сы йылдарында яҙылған шиғри әҫәрҙәренең идея-тематик йөкмәткеһен байҡап китеү Назар Нәжми шәхесен тулыландырыуға бер аҙ булышлыҡ итер тигән фекерҙәмен.
Туҡһанынсы йылдар башындағы һүҙ азатлығы менән бәйле эйфория Назар Нәжмиҙең ижадына ҡағылманы ла кеүек: ваҡиғаларға ул аҡһаҡалдарса айыҡ аҡыл менән баҡты. «Аҡ шишмә» (1997) йы­йынтығына баш һүҙендә ул шулай тип яҙҙы: «...хәҙер донъяның тар ситлеге емерелде, быуа йырылды бит! Был йырылыуҙың да ыңғай һәм кире яҡтары күренә башланы: бер яҡтан, ул һүҙ ирке­нә килтерһә, икенсе яҡлап, һүҙҙең ҡәҙерен юғалтыуға, яҙылғандарының да һыуы күплегенә алып килде. Бына шул ағымда, ташыуҙа үҙ асылыңды һаҡлап ҡала алмау ҡурҡынысы ла бар». Әйтергә кәрәк: ил, халыҡ, хатта кеше күңеле өсөн боролош­ло йылдарҙа ла шағир үҙ Аҡ шишмәһенә – тыуған еренә, туған йырына, тыуған иленә, туған теленә, тыуған өйөнә һәм туған көйөнә, үҙ иманына һәм инаныуы­на тоғро ҡалды. Осорҙоң һәр ваҡиғаһына үҙ ҡарашы, үҙ фекере булды шағирҙың: кемдәргәлер эйәрмәне, кемделер әрлә­мәне – үҙ заманынан өҫтөн ижады менән рух асылын һаҡланы.
Уның быуат аҙағындағы әҫәрҙәренең тематикаһы киң генә: мөхәббәт лирикаһынан алып сәйәси-ижтимағи, милли-тарихи, сатирик, фәлсәфәүи лирикаға ҡарағандары ла бар. Был осорҙа шағирҙы борсоған төп мәсьәлә халыҡ яҙмышы, милли асылдың һаҡланыуы ине: «Бөгөнгө Тәфтиләүҙәр», «Ике йөҙлө», «Мискә», «Кетәк әтәсе», «Телдәр», «Күп милләтле», «Быйылғы ҡыш шундай оҙон булды...»
Халыҡ өсөн тел ул – милли һауа,
Ҡояш һәм һыу, изге, өммәтле;
Әсә телһеҙ халыҡ – тере мәйет,
Шундай халыҡ ысын милләтме? –
тигән риторик һорау ҡуя шағир «Кетәк әтәсе» (1987) шиғырында. Телде һәр кем­гә лә изге төшөнсәләр менән сағыштырыу, «тере мәйет» эпитетының ҡулланы­лышы, һис шикһеҙ, һиҫкәндерә уҡыусыны.
«Бөгөнгө Тәфтиләүҙәр» (1996) шиғырында Назар Нәжми, бөгөн дә Тәфти­ләүҙәр бар, тип иҫкәртә. Әгәр элеккеләр ғәскәр, ҡорал менән эш итһә, бөгөнгөләрҙең ҡулында вазифа, урын, исем икәнлеген әйтә.
Кеше аңын томаларға
Беҙ оҫта булып киттек,
Ҡап-ҡара тарихты ап-аҡ
Еп менән ямап бөттөк, –
тип заман еле ыңғайына барыуҙы, «төрлө-төрлө хәйлә ҡороп, милләт көрәге тоттороп, милләтте көрәттереү» сәйәсәтен тәнҡитләй. Лирик герой халыҡтың киләсәген күҙалларға тырыша, «азатлыҡ­ты теләнәбеҙ, булмаҫын белә тороп», тип шик тә белдерә. Был мотив «Быйылғы ҡыш шундай оҙон булды» (1995) шиғырында ла дауам итә. Күпте күргән етмеш ете йәшлек аҡһаҡал – лирик герой илдә барған ваҡиғалар, Чечнялағы ҡан ҡойош өсөн ныҡлы ҡайғыра, «бүлгелә лә хакимлыҡ ит, тигән йыртҡыслыҡ»ты, «ялған тыныслыҡ»ты фашлай.
Замандың ғына түгел, кешеләрҙең дә үҙгәрешенә оло быуын яҙыусылары ҡапыл ғына күнегә алманы. «Кемгә ҡул би­рергә» (1995) әҫәрендә Назар Нәжми­ҙең лирик геройы ла бөгөнгө рух­һыҙлыҡҡа хайран ҡала, хәйлә һәм алдашыу заманын күңеле менән ҡабул итә алмай:
Суҡынды әҙәм аҡсаға,
Ҡороп бара рух.
Йән әрней, нишләп ҡалыр, тип
Рухһыҙ тормош.
Кемгә ҡул бирергә хәҙер?
Ҡул ҡулды йыуа.
Минең ҡулды йыуаһы юҡ,
Йыуынмаған донъя!
Заман күренештәренә һис тә битараф түгел ул. Ә йән әрнетер хәл-ваҡиғалар осрап тора бит!
«Әрнеү» шиғырында (1997) ҡурай тартып хәйер һорап тороусыны күреп, әсенә:
Хәйер һоратырлыҡмы ни, Урал,
Байлыҡтарың, рухың, хазинаң?
Замандың шатлығы ла, борсолоуҙары ла риторик һорауҙарҙы күбәйтте шул был йылдарҙа.
«Һәр бер өйҙә» (1995) тигән шиғырының аҙаҡҡы ике юлында халыҡтың ысын­барлыҡҡа ашмаған хыялдарына ишара яһала:
Эй, ҡыҙғаныс, өмөт менән йәшәп,
Бар йәшәүең булһа өмөтһөҙ.
Ғөмүмән, Назар Нәжмиҙең был осор­ҙағы сәйәси-ижтимағи шиғырҙары дө­рөҫ­лөктө ярып һалыуы, замандаш күңелендәге тиҫкәре үҙгәрештәрҙе һиҙгер тойоуы, киләсәк өсөн борсоулы уй-тойғоларға бай һыҙланыулы мотивтары менән характерлана.
Туҡһанынсы йылдарҙа йәшәү мә­ғәнә­һе, ғүмер, кеше хаҡы мотивтары кеүек фәл­сәфәүи проблемалар йыш урын ала шағир ижадында. Яҙмыш, ижад мәсьә­ләләре лә шиғыр юлдары булып теҙелә: «Яҙмыш», «Шаляпин ҡаяһы», «Халыҡ эте», «Шиғыр яҙып...», «Хаҡлыҡ һәм ял­ған», «Шағир һәм ваҡыт»... Күпме уйланыу, тойғолар ташҡыны, һоҡланыу, йөрәкһенеү был шиғыр юлдарында!
Назар Нәжми һуңғы йылдарҙа күренекле шәхестәр образына йыш мөрә­жәғәт итә – арнауҙар («Үҙең әсә, үҙең һаман бала», «Табышыу», «Шиғыр» һ.б.), мәҙхиәләр («Зәки Вәлиди рухына»), мәрҫиәләр («Рөстәм Яхин иҫтәлегенә», «Шәриф Биҡҡол иҫтәлегенә», «Яҡуп Ҡолмой иҫтәлегенә», «Сибғәт Хәким иҫтәлегенә» һ.б.) байтаҡ яҙа.
Әйтергә кәрәк: был шиғырҙарҙа биографик план ғына күҙ уңында тотолмай. Уларҙа үткән һәм бөгөнгө заманды бәйләүсе фәлсәфәүи уйланыуҙар ҙа, көнүҙәк проблемалар ҙа урын ала. Мәҫәлән, Марат Кәримовҡа арнап яҙылған «Шиғыр» (1995) әҫәрендә шағир бөгөнгө әҙәби процесты тәнҡитләй:
Уңда – шиғыр, һулда – шиғыр,
Алда, артта ла шиғыр.
Шиғриәттең тәгәрмәсе
Әйләнә шағыр-шоғор.
Лирик герой йәндең тынғыһыҙ бушлығына килтергән, күңелде игәп биҙҙергән шиғырҙар араһында ҡәләмдәшенең яҙғандарын уҡып шатланыуы хаҡында белдерә.
«Аҡ шишмә» китабына баш һүҙендә шағир, уҡыусыны һиҫкәндереп, шулай тип яҙа: «Яңы шиғырҙарҙан ғына торған әлеге китабым ... минең ише һикһәнгә етеп килгән кешегә аҙаҡҡы шиғри йыйынтыҡ булыуы ла ихтимал...». Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа яҙылған шиғырҙарында ла Назар Нәжмиҙең лирик геройы был донъяның фанилығы хаҡында йыш уйлана («Йәшеллеккә быйылғылай юҡ ине һоҡланғаным», «Башҡа донъя»), үткән­дәр­гә ҡараш ташлай («Әсәйемә», «Андыҙ тамыры»).
Йәшәйеш менән мәңгелеккә һаубуллашыу күренешенең ҡотолғоһоҙлоғон ул фәлсәфәүи планда, хатта, нисек кенә ғәжәп булмаһын, оптимистик күҙлектән, йәшәйештең тағы бер этабы тип ҡарай:
Әгәр миндә бар тиһәләр
Хоҙайҙан бер, тик бер осҡон,
Шул да еткән упмаҫ өсөн
Билдәһеҙлек тигән упҡын.
«Һуңғы йырым, иң һуңғыһы булма» тип үҙ йырына өндәшеүҙән ҡурҡмай ша­ғир. Сирләп ятҡанда «шуны эшлә, быны яҙ», тип шағирҙы сирле итеп күреп күнекмәгән кешеләрҙе лә битәрләмәй ул:
Әгәр үлһәм («үлгәс» тимәйем мин),
Күнекмәһә, ышанмаһа ине
Дуҫтарым да, күргән-белгәндәр ҙә,
Дошмандар ҙа минең үлемгә.
Назар Нәжмиҙең «Ҡыш һәм төн» (1997), «Йәштәш» (1994), «Миңеште шыр­шылары» (1995) кеүек фәлсәфәүи шиғырҙары кеше ғүмеренә мәҙхиә булып ҡабул ителә. Уның «Ҡандаулы тау» (1994) йырындағыса:
Ҡандаулы тау башында ел,
Бөгөн ел тынған икән.
Тыуған ерҙең гүзәллеген
Кем күреп туйған икән?
Кем йырлап туйған икән?
Назар Нәжмиҙең һуңғы йылдарҙа яҙылған мөхәббәт лирикаһы унан алдараҡ яҙылғанынан бер аҙ айырыла. Аяуһыҙ ваҡыт үҙенекен итә, сәстәрҙе сал баҫа, күңел ярһыуҙары һүрелә. Шулай ҙа лирик герой:
Миңә бит һин еңел бәхет түгел,
Һиңә тиң булырға күп кәрәк.
Һинең өсөн минең яныуҙарым
Бөтә ғазаптарҙан көслөрәк, –
тип белдерергә үҙендә көс таба икән, әлбиттә, шағир өсөн һөйөү – ул мәңгелек. «Был минуттар оноторлоҡ түгел», «Һөйгәнемә сәләм әйтегеҙ», «Лилиәгә ике шиғыр», «Гөлнәфис, Нәфисәм» кеүек шиғырҙарында Назар Нәжми стиле өсөн хас эске моң һәм тасуирлыҡ дауам итә.
Был шиғырҙар ХХ быуат аҙағында яҙылған. Ике тиҫтәнән ашыу ваҡыт үтһә лә, улар бөгөн генә яҙылған кеүектәр...
Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми үҙе иҫән саҡта сыҡҡан китабында шулай тип яҙа: «Китабыма исемде «Аҡ шишмә» тип ҡуйҙым. Уны шулай атауым үҙе лә серле булып сыҡты, сөнки тәүге «Тамсылар» (1950) исемле китабымдағы тамсылар, тама-тама ташты тишеп, шишмә урғылтҡандар икән, шиғырҙарымды иһә – шул тамсыларға, ә шишмә ағышын үҙемдең ярты быуаттан ашыу ижадыма оҡшатып ҡуям. Тағы шуныһы ғәжәп: тәүге китабым ун өс йыл буйына яҙылһа, һуңғыһы өс йыл эсендә (шул уҡ күләмдә) ижад ителгән шиғыр­ҙарҙан ғибәрәт». Ысынлап та, Аҡ шишмә – шағирҙың сафлыҡ, ихласлыҡ бөрк­кән, күңел һыуһындарын ҡандырыр ик­һеҙ-сикһеҙ ижадының символы бит ул. Киләсәккә ышаныс уятыусы, йәшәү көсө, рухи ныҡлыҡ сығанағы булған был Аҡ шишмә шифалы ла, илһамлы ла, серле лә һәм моңло ла...
Л.Р. КИРӘЕВА,
Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы доценты,
филология фәндәре кандидаты