Редакция журнала «Башҡортостан уҡытыусыһы» - филиал ГУПРБ Издательский дом «Республика Башкортостан»
» » Халҡыбыҙҙың тоғро улы
Халҡыбыҙҙың тоғро улы

Мәғариф өлкәһендә киң танылыу яулаған уҡытыусы, ме­тодист, ғалим, филология фән­дәре кандидаты Фәнзил Бүләк улы Санъяров үҙенең матур юбилейын билдәләй. Ул тыуған көнөн ҙур уңыш­тар, ижади емештәр менән лайыҡлы ҡаршылай.

Шиғри күңелле, йор һүҙ­ле йәш белгес хеҙмәт юлын Ҡырмыҫҡалы районының Алайғыр һигеҙ йыллыҡ мәк­тәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып баш­лай. Күп тә үтмәй, уны мәктәптең директоры итеп билдәләйҙәр. Етәкселек итеүҙә бер тәжрибәһе булмаған Фәнзилгә был эш оло сынығыу мәктәбе була. Ошо дә­үе­рҙән алып уның мәғариф өлкәһендә тын­ғыһыҙ ҙа, ҡатмарлы ла, шул уҡ ва­ҡытта күңеленә яҡын ижади хеҙмәте башлана.
Мәктәп директоры булып эшләгән осорҙа ул үҙен оҫта ойоштороусы булараҡ таныта. Тиҙҙән уны Көйөргәҙе районы мәғариф бүлегенең инспекторы, һуңынан методик кабинет мөдире итеп үрлә­тәләр. Район мәктәптәрендә уҡытыусыларҙың белем сифатын күтәреү, яңынан-яңы уҡытыу технологияларын индереү, уҡытыусыларға методик ярҙам күрһәтеү бу­йынса уға, әлбиттә, күп көс түгергә тура килә. Уҡытыусылар ҙа, район халҡы ла тырыш белгесте үҙ итә, күптәр уның кәңәш-фатихаларына таяна.
Киң ҡолас менән эшләргә яратҡан ижадсыны район күләмендәге эш кенә ҡәнә­ғәтләндермәй башлай, яңы­нан-яңы бурыстар ҡыҙыҡ­һындыра. Ошондай ниәттәр республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөгә күсеү теләген уята.
90-сы йылдарҙа респуб­ли­кала киң ҡолас алған «Йыл уҡытыусы­һы» конкурсында кемдәр генә үҙ көсөн һынап ҡарамай. Фәнзил Бүләк улының дуҫтары ла, коллегалары ла уға ошо ярышта ҡатнашырға тәҡдим итә. Уйланған ниәт – эш­ләнгән эш, тигәндәй, 1993 йылда Ф.Б. Санъяров Башҡортостан Республикаһында үткәрелгән «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнаша һәм Гран-при яулай. Ҡабул ителгән тәртип бу­йынса республиканың «Йыл уҡытыусыһы» исемен яулаған кеше Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан үткәрелгән конкурста Башҡортостан Республикаһының данын яҡларға тейеш була.
Бына, көсөргәнешле һынауҙарҙан һуң, сәхнәгә башҡорт милли кейемендә Фәнзил Бүләк улы килеп сыға, һыҙҙырып ҡурайҙа уйнай һәм башҡорт халыҡ йыры «Сибай»ҙы һуҙып ебәрә. Зал бер минутҡа тын ҡала, ә йыр тамамланғас, барыһы ла аяҡ өҫтө баҫып, бәйгесене алҡышлай. Һөҙөмтәлә, ул был конкурстан лайыҡлы рәүештә «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы» исемен алып ҡайта.
Өфөлә уны тағы яуаплыраҡ вазифа көтә. Ф.Б. Санъяровты Ғ. Әлмө­хә­мә­тов исемендәге Республика музыкаль тәр­биә биреү гимназия-интернатына директор итеп тәғәйенләйҙәр. Бындай типтағы уҡыу йортонда директор булыу ауыл мәктәбе етәксеһе булыуҙан ҡырҡа айырыла. Шуға ла етәксегә үҙ өҫтөндә күп эшләргә, республика буйлап музыкаға һәләтле балаларҙы эҙләп табырға, ата-әсә­ләрҙе уларҙы гимназияға уҡырға алып килергә өгөтләргә лә тура килә. «Тырышҡан – таш­ҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан», тигәндәй, Ғ. Әл­мө­хәмәтов исемендәге Республика музыкаль тәрбиә биреү гим­назия­-интернаты музыкаға һәләтле бик күп егет-ҡыҙҙарҙы тәрбиәләп, оло сәхнәгә сығара. Уларҙың күп­тәре республика сәхнәләренең сағыу йондоҙҙарына әйләнде. Ижад итергә ярат­ҡан етәк­сегә был уҡыу йортонда эшләүе үҙе бер асыш, ҡыуаныс була.
Республика өсөн милли кадрҙар әҙерләүсе Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты етәксеһеҙ ҡалған бер мәлдә абруйлы уҡыу йортона кемде директор итеп ҡу­йыр­ға тигән һорау килеп тыуа. Күп уйлағандан һәм ветерандар менән кәңәш­ләшкәндән һуң, Фәнзил Бүләк улының кандидатураһына туҡталалар. 2000 – 2004 йылдарҙа Ф.Б. Санъяров ошо гимназия­-интернатты етәкләй. Ул эшләгән осорҙа индерелгән байтаҡ инновацион эш алымдары билдәле уҡыу йортоноң тарихын байы­та.
Республикала халҡыбыҙҙың мәшһүр эпосын ятҡа һөйләүселәр конкурсы киң танылыу ала. Эпосты башҡарыусылар­ҙың сығыштарын тыңлап йөрөй торғас, Фәнзил Бүләк улын Урал батыр образы тамам арбап ала, мәшһүр ҡомартҡыбыҙҙы нығыраҡ өйрәнеү теләге уны ғилми эшкә алып килә. Ул 1999 йылда профессор М.В. Зәйнуллин етәкселегендә «Урал батыр» эпосының теле һәм стиле» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Диссертация яҡлағандан һуң Фәнзил Бүләк улы ғилми эш, эҙләнеүҙәр менән шөғөлләнә башлай. Ул Башҡорт дәүләт университетына өлкән уҡытыусы итеп эш­кә саҡырыла. Егәрле хеҙмәткәрҙе күп тә үтмәй башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканының фән һәм уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары итеп үрләтәләр.
Ошо йылдарҙан башлап ул Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының баш­ҡарма комитет ағзаһы итеп һайлана һәм мәғариф, фән, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса комиссия рәйесе вазифаһын атҡара.
Фәнзил Бүләк улын һәр ваҡыт уҡытыусы һөнәре нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра, үҙенә тарта. Ул Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһына уҡы­тыу­сы булып эшкә килә. Бында ысын-ысындан мауыҡтырғыс тормош башлана. Башҡорт теле уҡытыусылары өсөн семинар-вебинарҙар, ғилми-практик конференциялар, уҡытыусыларҙың квалификацияһын кү­тәреү буйынса курс­тар, улар өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеү – ошондай файҙалы, кәрәкле саралар ойоштороу уның бар ваҡытын, булмышын биләй. Бушаған араларҙа «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналына һәм башҡа баҫмаларға мәҡә­ләләр яҙа, мәғариф өлкәһендә эшләгән кешеләр тураһында очерктар, һүрәтлә­мә­ләр ижад итә, телевидение һәм радио тапшырыу­ҙарында ҡатнаша. Һө­ҙөмтәләр ҙә оҙаҡ көттөрмәй: ул М. Өмөтбаев һәм Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияларға лайыҡ була. Ф.Б. Санъяров – Башҡортостан Республикаһының Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы.
Күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте өсөн уға «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыу­сы­һы» тигән маҡтаулы исем бирелә, «Башҡортостандың мәғариф алдын­ғы­һы» билдәһе менән бүләкләнә.
Һүҙҙе йомғаҡлап, шуны әйтке килә: Фәнзил Бүләк улы ҡайҙа, кем булып эш­лә­үенә ҡарамаҫтан, һәр эшкә, һәр баш­­лан­ғысҡа ижади ҡарауы, яуаплы­лығы, үҙенә лә, башҡаларға ла талапсанлығы менән коллегалары араһында лайыҡлы ихтирам яулай.
Ошондай матур, файҙалы, башҡаларға өлгө тормош менән йәшәүсе филология фәндәре кандидаты, уҡытыусы, методист, ғалим Фәнзил Бүләк улы Санъяровты «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы редакцияһы коллективы һәм редколлегия ағзалары исеменән 65 йәшлек ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ, ижади уңыштар, һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ!
М.Б. ЮЛМӨХӘМӘТОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре,
Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре,
педагогия фәндәре кандидаты