Редакция журнала «Башҡортостан уҡытыусыһы» - филиал ГУПРБ Издательский дом «Республика Башкортостан»
» » Һүҙ һәм уның йөкмәтке компоненты
Һүҙ һәм уның йөкмәтке компоненты

Яңы быуын Федераль дәүләт белем биреү стандарттары һәр предмет өлкәһе буйынса теүәл талаптар ҡуя. Бөгөн туған телдәрҙе уҡытыуҙа төрлө ҡараштар, теге йәки был алымдарға өҫтөнлөк биреүгә ынтылыу көслө булһа ла, туған тел дәрес­тәре, тәү сиратта, туған тел тураһында төплө төшөнсә бирергә, уның нескәлектәрен аңлатырға, аралашыуҙа дөрөҫ һәм стилистик яҡтан камил ҡулланырға өйрәтергә бурыслы.

Был мәҡәләлә һүҙ һәм уның йөкмәтке компоненты мәсьәләләренә иғтибар итәм, сөнки һуңғы ваҡытта тел ғилемендә тел күренештәре яңы йүнәлеш – лин­г­во­­культурология аспектында, башҡа фән­ни өлкәләр менән интеграцияланыу һөҙөмтәһендә тикшерелә башланы. Ә традиция буйынса, башҡорт тел ғилемен­дә һүҙ әлегәсә профессор Ж.Ғ. Кейекбаев тәҡдим иткәнсә, лексик, грамма­тик һәм эмоциональ мәғәнә аспектында өйрәнелә. Мәктәп про­грам­ма­­һында ла уны шул планда асыҡлау ҡаралған.
Бөгөн, мәҫәлән, шул уҡ Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын ғә­мәлләштереү өлкәһендә, уҡыусыларға тел тураһында күберәк мәғлүмәт бирергә, телдең мәҙәниәттән айырылғыһыҙ булыуын аңлатырға, һүҙҙең мәғәнәләре бай, компоненттары күп төрлө булыуын ҡабул итергә әҙерләргә кәрәк. Телгә сит телдәрҙән ингән һүҙҙәр арта барған, телмәр мәҙәниәте аҡһаған дәүерҙә үҙ телеңдәге һүҙҙәрҙең ни тиклем оло хазина булыуын аңлау әһәмиәтле. Һүҙ структур тел ғилеме күҙлегенән, шул уҡ ваҡытта хәҙерге яңы ғилми йүнәлеш – антропоцентризм аспектында, мәҫәлән, лингвокультурологияла тағы ла киңерәк, тулыраҡ йөкмәткеле планда концепт, художестволы концепт, база йәки асҡыс һүҙ төшөнсәләре булараҡ та өйрәнелә баш­ланы.
Традицион планға ярашлы һүҙ – телдең төп берәмеге, лексикологияла ла ул үҙәк урынды биләй. Айырым интонация менән әйтелеп, берәй мәғәнә (semasia – атау) белдергән һәм атама булып килә алған өн йәки өндәр йыйылмаһы һүҙ тип билдәләнә. Һүҙҙә һәр ваҡыт тышҡы яҡ – өндәр яңғырашы, хәрефтәр менән бирелеше; эске яҡ – семантикаһы була. Шуныһы ҡыҙыҡлы: профессор Ж.Ғ. Ке­йекбаев үрҙә әйтелгән ике яҡты һүҙҙең төҫө, йөҙө һәм рухи тәбиғәте тип атаған. Атаҡлы телсе фекеренсә, һүҙ телдең төп материалы тип һанала. Һүҙ беҙҙең фекеребеҙҙе, уйыбыҙҙы һүҙбәйләнеш һәм һөйләмдәр аша кәүҙәләндерә һәм аңлы рәүештә фекерләүгә ярҙам итә. Һүҙҙең тышҡы күренеше йәки фонетик йөҙө (төҫө) менән уның эске тәбиғәте, йәғни мәғәнәһе һәр ваҡыт диалектик берҙәмлек тәшкил итә, һәм уларҙы бер-береһенән айырыу мөмкин түгел. Һүҙҙең фонетик йөҙөн саҡ ҡына үҙгәртеү ҙә, мәҫәлән, бер фонема урынына артикуляцияһы яғынан шуға яҡын булған икенсе бер фонема ҡуйыу (өтөү – үтеү, ҡош – ҡуш) уның мәғәнәһе үҙгәреүгә килтерә. Шул рәүешле, һүҙ телдең (телмәрҙең) мәғәнә аңлатыусы төп берәмеге һанала. Ж.Ғ. Кейекбаев тәғлимәтендә һүҙ һәм уның семантикаһына ҡағылышлы йәнә бер үҙенсәлекле билдә бар. Мәшһүр ғалим фекеренсә, һүҙҙең мәғә­нәһе бөтә тулылығы һәм биҙәктәре менән фәҡәт телдең динамикаһында ғына асыла. Уныңса: «...телдең динамикаһында билдәле фонетик шарттарҙа һүҙҙәрҙең фонетик комплексындағы ҡалыплашҡан үҙгәрештәр, шул тел күҙлегенән тәбиғи булыу арҡаһында, һүҙҙәрҙең мәғәнәһен дөрөҫ аңлауға бер ваҡытта ла зыян килтермәй, сөнки ул һүҙҙең өндәр йыйылмаһы өсөн дә, тыңлаусы өсөн дә тәбиғи яңғырай». Телсе һүҙ һәм төшөнсә мәсьә­ләһендә лә аныҡ баһалау тәҡдим итә. «Һүҙҙең мәғәнәһе менән төшөнсә икеһе бер тигеҙ түгел», – тигән ғалим. Ысынлап та, төшөнсә – фекерләү менән бәйләнгән категория һәм ысынбарлыҡтағы күренештең кеше аңындағы сағылышы, икенсе төрлө әйткәндә, төшөнсә әйбер йәки күренештәр билдәһенең кеше аңында дөйөмләшеүе була. Күренеүенсә, Ж.Ғ. Кейекбаев тулыһынса философия­лағы «сағылыш теорияһы»на таянған, шуға күрә һүҙ фекерләү менән бәйләп аңлатыла.
Һүҙ, уның йөкмәтке һәм форма проб­лемаһы уҙған быуаттарҙа уҡ өйрәнелә башлай, һүҙ теорияһына нигеҙ һалына. Мәҫәлән, Ф.Ф. Фортунатов (1848 – 1914), тел һәм фекерләү мәсьәләләре менән бер рәттән, һүҙ һәм уның формаһы тәғлимәтен тәҡдим итә. Был өлкәләге ғилми эҙләнеүҙәр ошо тәғлимәткә таяна. Ғалим, һүҙ – өндәр тупланмаһы, тип ҡарай. Һүҙҙе структур аспектта тулы, ябай һәм ҡатмарлы төрҙәргә бүлеп баһалауҙы тәҡдим итә. Ул һүҙ формаһын өйрәнеүҙе грамматиканың төп бурысы тип иҫәпләй. Тел ғилеменең морфология, синтаксис кеүек бүлектәре һүҙ һәм уның лексик, грамматик һәм эмоцио­наль мәғәнәләрен оҙаҡ ваҡыт тикшереп, төплө ғилми һығымталар яһай.
Хәҙерге тел ғилемендә һүҙ һәм уның йөкмәткеһе тағы тәрәнерәк, киңерәк аспектта тикшерелә, дөрөҫөрәге, тел һәм фекерләү яңыса асыҡлана. Был телде антропоцентризм йүнәлешендә өйрәнеү тенденцияһына, йәғни телде грамматика өсөн түгел, ә уның менән файҙаланыу­сы (носитель языка) өсөн, лингвистик шәхес, этнос өсөн өйрәнеү бурысы менән бәйле. Был маҡсаттан сығып ҡарағанда, әлбиттә, һүҙ һәм уның йөкмәтке компоненты күпкә байыраҡ һәм тағы ла ҡатмарлыраҡ. Мәҫәлән, МДУ профессоры Н.Г. Комлев һүҙ структураһының йөк­мәтке компонентын системалаш­тырыл­ған концепция ярҙамында күҙ алдына килтерә. Схематик рәүештә һүҙҙең мәғә­нә төшөнсәһе түбәндәгесә:
1) аталыусы предмет; 2) предмет ха­ҡын­да күҙаллау (представление); 3) тө­шөнсә; 4) мөнәсәбәт: а) предмет һәм тамға араһында; б) тамға һәм предмет тураһындағы төшөнсә араһында; в) тамға һәм төшөнсә араһында; г) тамға һәм кешеләрҙең эшмәкәрлеге араһында; ғ) там­ғалар араһында; 5) һүҙ – тамға функцияһы; 6) мәғлүмәт инварианты; 7) ысынбарлыҡтың сағылышы.
Бындай баһалауға Н.Г. Комлев XIX – XX быуаттарҙа һүҙ йөкмәткеһенә ҡарата йәшәп килгән ҡараштарҙы системалаштырыу аша килә. Мәҫәлән, автор ошондай һылтанмалар килтерә: «Язык есть деятельность теоретического разума в собственном смысле, т.к. он явля­ется ее внешним выражением» (Гегель). «Язык есть звуковое выражение мысли, проявляющийся в звуках, процесс мышления» (А. Шлейхер). Күренеүенсә, ғалимдар һүҙҙе кешенең фекерләү, донъяны ҡабул итеү эшмәкәрлеге менән тығыҙ бәйләгән. Тимәк, һүҙ, ул аңлатҡан мәғәнә ысынбарлыҡтағы предмет һәм төшөнсәләрҙең кеше аңындағы субъектив сағылыш һөҙөмтәһе булып тора.
Әйтелгәндәр менән бер рәттән, Н.Г. Ком­лев XIX быуат тел ғилемендә тәҡдим ителгән денотат һәм коннотат кеүек лингвистик төшөнсәләрҙе һүҙ компоненты менән бәйләй. Тел менән ҡы­ҙыҡ­­һыныусыларға был терминдарҙы, улар аңлатҡан мәғәнәне белеү мөһим. Денотат – кеше йәки субъекттың реаль йәки уйлаған, күҙ алдына баҫтырылған объекты (предмет, төшөнсә). Беҙҙе уратып алған ысынбарлыҡ күп һанлы денотаттарҙан тора. Телселәр коннотацияны түбәндәгесә аңлата: 1) төшөнсә йөкмәткеһе; 2) юлайҡан (попутный) мәғәнә; 3) хис-тойғо элементы. Был төшөнсә, ғә­ҙәттә, кеше психологияһы, субъективлыҡ, социаль факторҙар менән бәйләп аңлатыла, йәғни бер үк денотатҡа күп төрлө коннотация – шәхси баһалау булырға мөмкин. Билдәле булыуынса, кеше телмәре ифрат ҡатмарлы психик һәм нейрофизиологик процесс, унда субъекттың баш мейеһе һәм үҙәк нерв системаһы әүҙем ҡатнаша. Шуға ла, схеманан күренеүенсә, һүҙ һәм уның компоненттары күп төрлө.
Мәҫәлән, лингвокультурология фәне предметы булған «поле компоненты» үҙе генә лә бер нисә кимәлдә өйрәнелә. Һәр бер һүҙҙең йәки лексик берәмектең се­ман­тик полеһы йәҙрәнән (ядро), яҡын һәм алыҫ периферияларҙан тора. Әйтәйек, «йөрәк» төшөнсәһенең йәҙрәһе «йө­рәк» схемаһы менән бирелә. Уның яҡын периферияһы түбәндәге лексемаларҙан хасил: 1) орган (ҡан әйләнешен тәьмин итеүсе үҙәк эске орган); 2) йән (күңел, бәғер); 3) кешенең эске донъяһы (батыр­лыҡ, ҡурҡаҡлыҡ); 4) хис-тойғо (мөхәббәт, ҡайғы, һағыш); 5) психик процестар (хәтер, фекерләү). “Йөрәк” йәҙрәһе ме­нән бик күп образлы ассоциациялар, йәғ­­ни алыҫ перифериялар хасил була: “йөрәк түрендә”, “ҡуш йөрәк­ле”, “йөрәге таш”, “йөрәге ҡайнап кит­те.” М.Х. Әх­тәмовтың “Башҡорт халыҡ мә­ҡәл­дәре” (Өфө, 2007) хеҙмәтендә “йө­рәк” компоненты ингән бер нисә йөҙ мәҡәл теркәлгән. Был үҙе үк һүҙ һәм уның мәғәнә компоненттарының ифрат күп төрлөлөгө хаҡында һөйләй. Телебеҙҙең байлығы, нәфислеге, мәғәнә төҫмөрҙәренең төрлөлөгө ошондай миҫалдарҙа асыҡ сағыла. Ижади эшләүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, дәрестең маҡсатынан, мөмкинлегенән сығып, ана шул тел байлығын миҫалдар менән, һүҙ һәм уның мәғәнә компоненттары йәһәтенән өйрәнһә, белем алыусылар туған тел менән нығыраҡ ҡыҙыҡһыныр, уның нескәлектәрен тәрән белер, телмәрҙәрендә башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ һәм урынлы ҡулланыр ине. Ошо урында 2017 – 2018 уҡыу йы­лында башҡорт теле һәм әҙәбиәте бу­йынса уҙғарылған төбәк-ара олимпиа­данан башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе IX класс уҡыусылары иншаларындағы типик стилистик хаталарҙы күрһәтке килә. Бына уларҙың ҡайһы бер­ҙәре: “Бөтөрөп әйткем килә, беҙ тарихыбыҙҙы белергә тейешбеҙ”, “Бик эшһөйәрле, эше өсөн хаҡ та һорамаған”, “Ҙур хәрефтән кеше булып ҡалайыҡ”, “Иң ярат­ҡан һәм таныҡланғаны, әлбиттә, “Урал батыр”, “Мин бә­ләкәй булғанда ми­ңә өләсәйем әкиәттәр һөйләй торғайны”, “Бер әйтеү бар: кеше үҙ тарихын белмәй икән, уның киләсәге юҡ”. Ә бит туған телеңде белеү уның лексик байлығын тәрән үҙләштереүҙе, һүҙҙәрҙе, фразеологик берәмектәрҙе, мәҡәл-әйтемдәрҙе дөрөҫ һәм стилистик йәһәттән урынлы ҡулланыуҙы, телмәр культураһына эйә булыуҙы талап итә.
Һүҙ уңайында “база һүҙ”, “асҡыс һүҙ” кеүек лингвомәҙәниәт терминдары ха­ҡында ла бер нисә фекер әйтмәксемен. Хәҙерге башҡорт тел ғилеме әйләнешенә был төшөнсәләр академик М.В. Зәйнуллин тарафынан индерелде. Ғалим, мәҫәлән, “Асҡыс һүҙҙәр һәм мәҙәниәттең асҡыс концепттары” мәҡәләһендә былай тип яҙҙы: “Асҡыс һүҙҙәр” һәм “Мәҙәниәттең асҡыс концепттары” үҙ янында милли мәҙәниәттең күп өлкәләре тупланған йәҙрә төшөнсәләре булараҡ анализлана ала. Уларҙы өйрәнеү төрлө мәҙәниәттәргә эйә булған халыҡтарҙың ҡиммәттәр системаһын, йола һәм традицияларын асыҡларға булышлыҡ итә”. Ысынлап та, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, ҡиммәттәр системаһын аңлар өсөн түбәндәге асҡыс һүҙҙәрҙе, база концепттарын атау етә: “ир-ат”, “атайсал”, “һабантуй”, “намыҫ”, “ябайлыҡ”, “ҡаһарманлыҡ”.
База төшөнсәләрен, асҡыс һүҙҙәрҙе тел дәрестәренән тыш башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу процесында ла уңышлы ҡулланып була. Хәҙерге әҙәбиәт ғилемендә “художестволы концепт” термины йыш ҡулланыла башланы. Был, ысынлап та, шулай: мәҫәлән, Ноғман Мусиндың киң билдәле романы – “урман”, Мостай Кәрим ижады тулыһынса – “мөхәббәт”, Роберт Байымовтың “ҡурҡыу” художестволы концепттары ярҙамында әҙәби әҫәр булып ойош­ҡан. Беҙгә Баязит Бикбайҙың “Ер” поэмаһы буйынса Өфө, Мәләүез, Нефтекама ҡалаларында асыҡ дәрестәр серияһы үткәреү бәхете тейҙе. Поэманы өйрәнеү, уның идеяһын, художестволы асылын аңлау, бөгөнгө көн менән бәйләп уҡытыу “Ер” база төшөнсәһенә таянып алып ба­рылды. Шул рә­үеш­ле, 1936 йылда, социа­лизм триумфы ваҡытында ижад ителгән классик поэма заманса һулыш алды, белем алыусылар үҙ аллы “Ер”гә бәйле тарихи, лингвистик, әҙәби, ижтимағи һәм хоҡуҡи мәғлүмәт үҙләштерҙе.
Хәҙерге заман ҡуйған талаптар нигеҙендә ойошторолған башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың телде өйрәнеүен йөкмәткеле, методик яҡтан теүәл, ҡыҙыҡлы итеп уҡытыу өсөн күп төрлө алымдар бар. Телгә һөйөү тәрбиәләү, әсә теленең бар нескәлектәрен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуҙа һүҙ һәм уның мәғәнә компоненттарын сис­темалы итеп үҙләштереү маҡсатҡа яраш­лы. Юҡҡа ғына халыҡ: “Тел тигән даръя бар, уның төбөндә мәрйен бар”, – тимәгән.
Ф.Б. САНЪЯРОВ,
Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты доценты,
РФ һәм БР Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы, филология
фәндәре кандидаты