Редакция журнала «Башҡортостан уҡытыусыһы» - филиал ГУПРБ Издательский дом «Республика Башкортостан»
» » Олуғ мәғрифәтсенең ваҡыт һынауҙарын үткән ижад хазинаһы
Олуғ мәғрифәтсенең ваҡыт һынауҙарын үткән ижад хазинаһы

Бөгөн һәр кешегә төрлө яҡлы мәғ­лүмәттәргә эйә булыу, аң-белемен байы­тыу мөмкинлеге күп. Мәғлүмәттәрҙең ниндәйе генә юҡ: берәүҙәре кешене ысын инсан итешеүгә, зиһенен камилыраҡ, күңел донъяһын байыраҡ һәм матурыраҡ яһауға булышлыҡ итһә, икенселәре яуыз­лыҡ, әшә­келек, вәх­шилек, ҡыҫ­­ҡаһы, шайтаниәт донъяһына этәрә. Тап шул ваҡытта кешелә алға ки­тергә этәргес бирерҙәй, ысын матурлыҡты шөҡәт­һеҙ­ҙән, дөрөҫтө ялғандан һәм ­аҡты ҡа­­ранан айыра белергә булышлыҡ итерҙәй ныҡлы нигеҙҙең булыуы мөһим.

Ә бын­дай ни­геҙ өҙлөкһөҙ, маҡсатҡа ынтылышлы, эҙмә-эҙлекле рухи һәм әхлаҡи-этик тәрбиә алып барғанда ғына формалаша һәм нығына. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҙған быуаттың 80-се йылдары аҙағынан, ул ваҡыттағы СССР-ҙың компартия етәксеһе, тәүге һәм һуңғы Президенты М. Горбачевтың “процесс ҡуҙ­ғалды” идеяһы менән эйфорияға бирелеп йөрөгән осорҙан алып, илебеҙҙә тәрбиә мәсьә­ләһенә иғтибар кәмегәндән-кәмей барҙы. Һөҙөмтәлә, кешене кеше итеүсе рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр башҡа төрлө “хазиналар” менән алмаштырыла баш­ланы. Күп милләтле ҙур дәүләт – СССР тарҡал­ғандан һуңғы тиҫтәләгән йылдар һуҙымында илдә рухи-әхлаҡи климат боҙолдо, тәрбиә дилбегәһе бө­­төн­ләй тип әйтерлек ҡул­дан ысҡынды. Хатта мәк­тәптәрҙә был мәсьә­­­ләгә иғтибар икен­се планға күсә төштө. Һөҙөмтә күп көттөрмәне. Илдә һу­ғыш-та­лаш, уғ­рылыҡ, коррупция, эс­келек, фәхишәлек, наркомания, үҙ-үҙеңә ҡул һалыу, барлыҡ изге төшөнсәләрҙе тапап-емереп, байлыҡ артынан ҡыуыу, ҡан-ҡәрҙәштәрҙе һанламау, тәкәбберләнеү, ғилем, мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт донъяһынан ситләшеү һәм башҡа аяныслы күренештәр сәскә атты; баш-баш­таҡ­лыҡ, яуап­һыҙ­лыҡ, билдәһеҙлек, тө­шөнкөлөк ҡурҡыу атмосфераһын тыу­ҙыр­ҙы. Тәрәнгә китмәй генә бөгөнгө уҡыу­сыларҙың, байлығына һыйыша алмай, мин-минлек сире менән ауырыған атайҙарҙың уҡытыусы һынлы уҡытыусыға ҡул күтә­реүҙәрен йә булмаһа киләсәктә иң гүзәл зат – әсә булырға тейешле ҡыҙ балаларҙың таш бәғерлелеген – бер-береһен эштән сығарғансы, хатта теге донъяға китерлек хәлгә еткергәнсе туҡмауҙарын әйтеү ҙә етә. Шуныһы аяныслы: бындай хәл-күренештәрҙе йыш күрә-күҙәтә, улар хаҡында уҡый, ишетә торғас, үҙебеҙ ҙә һиҙ­мәҫтән уларға әкренләп ағымдағы ғәҙәти күренеш итеп ҡарай, күнегә баш­лайбыҙ, киҫкен кире мө­нә­сәбәт­тәребеҙ, нәфрәтле тойғоларыбыҙ, асыҡтан-асыҡ протест белдереү­ҙәребеҙ наҡыҫланған­дан-наҡы­ҫая бара. Шулай, үҙебеҙ ҙә һиҙ­мәҫтән, кешелек йәмғиәте өсөн хәүефле ҡоралдан да ҡурҡынысыраҡ, уны әкренләп эстән коррозиялай, кимерә, ҡаҡшата торған күренеш – битарафлыҡ һаҙлығына бата барабыҙ. Ошондай шарттарҙа йәмғиәттең тәүге ячейкаһы булған ғаиләнән алып барлыҡ даирәһендә лә аҡыл, идеологик, физик, әхлаҡи-этик, хеҙмәт тәрбиәһенә иғтибарҙы көсәйтеү кәрәклеге көн кеүек асыҡ. Ниһайәт, илебеҙҙә ошоно аңлау тенденцияһы һиҙелә башланы. Мәҫәлән, йәш быуынға физик, хәрби-патриотик тәрбиә биреү мәсьә­ләһенә иғтибар күҙгә күренеп көсәйә төштө. Ошондай һәм башҡа йүнәлештәге тәрбиә мәсьәләләрен хәл итеүҙә мәктәптең роле айырыуса ҙур. Минеңсә, хәҙер ҙә мәктәп, быуаттар буйына килгәнсә, балаларға яҡшы аң-белем генә түгел, матур тәрбиә биреүсе иң төп, иң илаһи усаҡ булып торорға тейеш. Ата-бабаларыбыҙ аҡыл тәрбиәһе менән рухи-әхлаҡи тәрбиәне бер ҡасан да айырып ҡарамаған. Халыҡ педагогикаһы донъяһы ла, әлмисаҡтан йәшәп килгән мәғариф системаһы тарихы ла, күренек­ле ғалим-әҙиптәребеҙҙең, фекер эйә­ләренең эшмәкәрлеге һәм ижад емештәре лә шул хаҡта асыҡ һөйләй. Юҡҡамы ни әйле ырыуы башҡорттарының бөйөк вәкиле Ҡол Ғәли (1174 – 1248) ХIII быуат баштарында уҡ үҙенең “Ҡисса-и Йософ” (1233) исемле киң ҡоласлы поэтик әҫәрендә аҡыл менән әхлаҡи камиллыҡты, инсанлыҡты тышҡы гүзәллектән юғары, иң һоҡландырғыс, иң сағыу матурлыҡ итеп һүрәтләй. Мәшһүр мәғрифәтсе шағирыбыҙ Мифтахетдин Аҡмулла ла ХIХ быуат аҙаҡтарында тиккә генә:
Иң әүәл паклау кәрәк эстең керен,
Эстә тулып ятмаһын һаҫыҡ эрен.
Аһ, дәриға! Эс таҙарһын, эс таҙарһын,
Булмаһа, файҙа бирмәҫ ҡоро белем, –
тип яҙмаған.
Башҡорт ижтимағи-мәҙәни тормошо тарихында тәрән эҙ ҡалдырған ошондай шәхестәр араһында ХIХ быуат аҙағы – ХХ быуат баштарында ижад майҙанына килгән мәғрифәтсе әҙип һәм ғалим Ризаитдин Фәхретдин улы Фәхретдиновтың (1859 – 1936) эҙләнеүҙәре офоҡтарының ғәйәт киң, ғилми һәм ғилми-педагогик хеҙмәттәренең, әҙәби әҫәрҙәренең һәм публицистик яҙмаларының йөкмәткеһе тәрән булыуы менән айырылып тора. Был осорҙағы башҡорт ижтимағи фекерен, тео­логияһын (Алла һәм дин белеме хаҡындағы тәғлимәтен), мәҙәниәтен, әҙәбиәтен, журналистикаһын һәм гуманитар фәнен, шул иҫәптән, педагогика һәм методика кеүек тармаҡтарының үҫеш кимәлен уның күп яҡлы ижади эшмәкәрлегенән тыш күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.
Әйтергә кәрәк, үҙ заманында уҡ киң белемгә эйә зат булараҡ танылыу алған Р. Фәхретдинов эш вазифалары буйынса иң беренсе сиратта дини эшмәкәр: имам-хатип, ҡазый, мөфтөй; үҙләштергән белеме менән дә дини тәғлимәт белгесе – теолог. Уның был йүнәлештәге эшмәкәрлеге прогрессив характерҙа булыуы менән айырылып тора. Ул дини фанатизмды, нигеҙһеҙ төрлө ырым-ыша­ныуҙарҙы, шарлатанлыҡтарҙы кире ҡаға, исламды яңы шарттарға ярашлы итеп, “милләткә хеҙмәт иттереү” яғында тора. Уның дин белгесе, дини мәғ­рифәтсе-ағартыусы булараҡ яҙған хеҙ­мәт­тәре (“Ислам нигеҙҙәре”, “Ғәрәп лө­­ғәте (те­ле) вә уның ғалимдары”, “Мөхәммәт пәй­ғәмбәр”, “Мәшһүр әҙәм­дәр” һ.б.), һис һүҙһеҙ, айырым өйрәнеүгә һәм хәҙерге заман талаптарына яраш­лы баһалауға лайыҡ. Әммә шулай ҙа башҡорт ижтимағи фекере һәм мәҙәниәте өсөн Р. Фәх­ретдинов – иң элек тарихҡа, этнографияға, тел һәм әҙәбиәт ғилеменә, педагогикаға һәм методикаға, тәрбиә мәсьә­ләләренә ҡағылышлы хеҙмәттәр яҙған ғалим-педагог.
Тормош юлының егерме йылы мәҙ­рәсә тормошона бәйләнгән, унда шәкерт, хәлфә булған, аҙаҡ бер ни тиклем мөдәррис (өлкән уҡытыусы) вазифаларында эшләгән кеше булараҡ, Р. Фәхретдинов шул замандағы мәктәп-мәҙ­рә­сәләрҙәге уҡыу-уҡытыу һәм тәрбиә эш­тәре торошон яҡшы белә, мәғариф сис­темаһын нисек яҡшыртыу тураһында күп уйлана. Был өлкәлә реформалар үткәреү кәрәклеген тоя, төрлө пландар ҡора. Үҙенең уй-теләктәрен һәм ҡараштарын ҡағыҙға ла төшөрә. 1887 – 1888 йылдарҙа донъя күргән тәүге дүрт китабының береһе “Китабе әл-иғтибар”ҙа (1888) йәштәр, шәкерттәр өсөн кәрәк әҙәп-әхлаҡ, һөнәр һәм кәсеп, мәғариф һәм фән, дин һәм донъяуи тәртип-низамдар хаҡында мәғрифәтселек ҡараштары менән уртаҡлаша. Ә 1889 йыл яҙыл­ған, цензура рөхсәт бирмәүе арҡа­һында ҡулъяҙма хәлендә ҡалған китабында мәғрифәтсе-педагог ҙурыраҡ мәсьәләләр ҡуҙғата. Халыҡтың аң-белемен, мәҙәниәтен күтәреү, әхлағын камиллаштырыу өсөн ул мәктәп-мәҙрәсәләрҙә уҡыу-­уҡытыу тәртиптәрен һәм алымдарын тамырынан үҙгәртергә, дини дәрестәр менән бергә донъяуи фәндәрҙе уҡытыу­ҙы индерергә, мәктәп-мәҙрәсәләр янын­да китапханалар асырға саҡыра, яңы дәреслектәр һәм ҡулланмалар баҫтырыу, хатта башҡорт һәм татар халыҡтары өсөн “бер ислам гәзите” сығарыу мәсьә­ләләрен күтәреп сыға. Был тәҡдимдәре менән Р. Фәхретдинов асылда мосолман мәғарифы өлкәһендә реформалар яһау программаһын ҡуя. Уның ошолай әүҙем эҙләнеүҙәре тиҙ арала йәмәғәтселектең иғтибарын үҙенә йәлеп итә. Йәш ғалим-педагог хаҡында ыңғай фекерҙәр әйтелә, уға ҙур өмөттәр бағлана башлай. Мәҫәлән, күренекле татар мәғрифәтсе ғалимы Шиһабетдин Мәржәни: “Был егет өмөтлө”, – тип белдерһә, башҡорт мәғрифәтсе шағиры Мифтахетдин Аҡмулла иһә: “Хөрмәтле Ризаитдин – бер камил зат”, – тип яҙа.
1900 йылда Өфөлә мосолман зыялыларының ҙур ғына кәңәшмәһе уҙғарыла. Унда яңы ысул, мәктәп-мәҙрәсәләр өсөн яңы программа проекты, орфография мәсьәләләре тикшерелә. Риза ҡазый Фәхретдинов, элек үҙе төҙөгән программаһындағы фекерҙәрен үҫтереп, реформа хаҡында сығыш яһай. Артабан ошо фекер-ҡараштары юҫығында бер-бер артлы китаптар яҙып баҫтыра. Мәғрифәтселек идеялары менән һуғарылған был китаптарында ул тәүге урынға аң-белем менән йәнәш кешене төрлө йәһәттән тәрбиәләү мәсьәләһен ҡуя. Уның фекеренсә, кеше — тәрбиә емеше, тәрбиәһе ниндәй — кешеһе шундай. Уҡымышлы, тәрбиәле, эшсән, тырыш кешеләр күберәк булған һайын, йәмғиәт тормошо ла яҡшырасаҡ, әҙәп-әхлаҡ камиллашасаҡ, дин нығынасаҡ, мәҙәниәт, фән үҫәсәк, әҙәмдәр муллыҡҡа, бәхеткә тейе­нәсәк, ти ул.
Тәрбиәнең башы — ғаиләлә, тәү тәрбиәселәр — атай менән әсәй, тигән фекер менән “Тәрбиәле ана” (1898), “Тәрбиәле ата” (1898), “Тәрбиәле бала” (1898), “Тәрбиәле ҡатын” (1898), “Шәкертлек әҙәбе” (1899) исемле педагогик юҫыҡтағы өгөт-нәсихәттәр серияһын ижад итә. Был хеҙмәттәр мәктәп-мәҙ­рәсәләрҙә ҡулланма дәреслектәр урынына файҙаланыла. Уларҙың артынса Р. Фәх­ретдинов “Әҙәбе тәғлим” (“Әҙәплелек тураһындағы тәғлимәт”, 1902) тигән хеҙмәтен һәм ошо әҙәп-әхлаҡ хаҡындағы тәғлимәткә бәйле “Ғаилә” (1902), “Нәсихәт I” (малайҙарға, 1903), “Нәсихәт II” (ҡыҙҙарға, 1903), “Нәсихәт III” (өлкәндәргә, 1903) тигән китаптар серияһын донъяға сығара. Уларҙа: “Бөтмәй торған мираҫ – гүзәл тәрбиә биреү икәнен белегеҙ”, – тип ға­лим-педагог балаларға, шәкерттәргә, оло кешеләргә үҙ-ара мө­нә­сәбәттәр, мөғә­мәләләр, үҙеңде тотоу, яҡшы тәрбиә ха­ҡын­да өгөт-нәсихәттәр бирә, үрнәк алыр­лыҡ кешеләр һәм ваҡиғалар хаҡында һөйләй. Ғаиләләге һәм мәктәп-мәҙ­рәсәләрҙәге тәрбиәне ул физик, дини, әхлаҡи, аҡыл һәм хеҙмәт тәрбиәләренә бүлеп ҡарай. Айырыуса аң-белемде, әхлаҡты һәм хеҙмәтте тәрбиә эшенең үҙәгенә ҡуя, уның умыртҡа бағанаһы тип иҫәпләй. Уныңса, тап ошо “өс таған”ға эйә булғанда ғына, ке­ше­ләрҙең хыял-ынтылыштары тормошҡа ашасаҡ, киләсәге бәхетле буласаҡ, йәм­ғиәт алға китәсәк. Шуныһы мөһим: был мәсьә­ләләрҙә мәғрифәтсе педагог халыҡ, йәм­ғиәт мәнфәғәттәрен кеше­ләр­ҙең шәхси мәнфәғәттәренән өҫтөн ҡуя. Мәҫәлән, белем алыуҙың маҡсатын ул үҙеңә ниндәйҙер дан-дәрәжә яулауҙа түгел, ә йәм­ғиәткә “файҙалы кеше булыуҙа” күрә, шунан сығып, ҡан-ҡәрҙәш­тәрен “һис бер ваҡыт ғилемгә тәкәбберлек күрһәтмәҫкә”, “белем һәм тәрбиә юлын­да һис бер нәмә ҡыҙғанмаҫҡа”, “ки­таптар ... әҙәби әҫәрҙәр уҡып”, күңел күҙҙәрен асырға, аҡылдарын арттырырға, белемдең “бөтмәй торған байлыҡ” икәнлеген һис кенә лә онотмаҫҡа саҡыра. Шул саҡта ғына арабыҙҙан “милләт өсөн олуғ шәриф (изгелек) эшләгән һәм бө­йөк йәдкәр ҡалдырған” шәхестәр үҫеп сығасаҡ, ти ул һәм “һәр кешенең, һәр милләттең бәхетле булыуының төп сәбәбе белем” булыуын айырым-асыҡ һыҙыҡ өҫтөнә ала. Ул ата-әсәләрҙе балаларының “өҫ-баштарынан артығыраҡ аҡылдарын” тәрбиәләргә, халҡына, иленә файҙа килтерерҙәй фекерле, эҙләнеүсән шәхестәр – милләт аталары һәм әсәләре булып формалашыуҙарына улар донъяға килгән үк көндән нигеҙ һала башларға саҡыра.
Р. Фәхретдинов, шәхес формалаштырыуҙағы иң төп факторҙарҙың береһе булып әхлаҡи тәрбиә тора, тип иҫәпләй. Уныңса, “яҡшылыҡ һәм әҙәп”, “матур холоҡ”, әхлаҡлылыҡ – кешенең асылы, йәмғиәттәге именлек күрһәткесе. Был күрһәткес ғаиләнән, атай-әсәй һәм балаларҙың, туғандарҙың һәм дуҫ-иштәр­ҙең, ғөмүмән, кешеләрҙең үҙ-ара итәғәтле, ихлас мөнәсәбәттәренән, күркәм холоҡтарынан башлана. “Холоҡтоң тө­ҙөк булыуы – үҙе олуғ байлыҡтыр, – тип яҙа мәғрифәтсе. – ...Шәрәфлек (бәхетле булыу) – гүзәл холоҡта һәм тәрбиәлә, әҙәптә һәм ғилемдәлер”. Гүзәл холоҡ, әҙәплелек кешене бөтә йәһәттән дә матур итә. Шул матурлыҡтың иң ҙур күрһәткесе – ата-әсәләргә, өлкәндәргә, милләткә һәм тыуған илгә булған һөйөү һәм ихтирам. Мәҫәлән, ватанға һәм милләткә ҡарата мөнәсәбәт хаҡында бына ниндәй фәһемле юлдарҙы яҙа ул: “Күге аҫтында йәшәгән, һауаларын һулаған, һыуын эскән, икмәген ашаған ватаны­ғыҙҙы ныҡ һөйөгөҙ, уның исемен бө­йөк итеү өсөн тырышығыҙ. Ватан – һәр кем алдында ғорурланырлыҡ хазина. Шу­ға күрә ватан өсөн малығыҙҙы ҡыҙғанмағыҙ һәм көстәрегеҙҙе аямағыҙ. Ватан хаҡында бындай фиҙаҡәрлек күрһәтмәгән кеше унда йәшәргә лайыҡ түгел.
Ата-әсәгеҙҙе, яҡын ҡәрҙәштәрегеҙҙе нисек һөйһәгеҙ, милләтегеҙҙе лә шулай һөйөгөҙ. Милләтегеҙ өсөн хеҙмәт итеүҙе йәнегеҙ өсөн бәхет тип белегеҙ. Милләтегеҙгә белем һәм мәғрифәт таратығыҙ. Араларына дуҫлыҡ һәм мөхәббәт орлоҡтары сәсегеҙ”.
Хеҙмәт тәрбиәһе тураһында фекер йөрөткәндә, Р. Фәхретдинов тәүге план­ға һөнәр үҙләштереүҙе, тырышлыҡты ҡуя. Ул: “Һис бер нәмәһе юҡ кеше фәҡир түгел, һөнәре һәм тырышлығы юҡ кеше фәҡирҙер”, – тип иҫәпләй һәм замандаштарын үҙ ғәйрәт-көстәренә таянып, тырышлыҡ менән һөнәр үҙләштереп, үҙ ризыҡтарын табып йәшәргә өндәй. “Һис кемгә күктән алтын яуғаны һәм ерҙә үлән үҫкән кеүек үҫеп торғаны юҡтыр, – ти мәғрифәтсе. – … Эшһеҙ һәм хәрәкәт­һеҙ тик ятмағыҙ… Бөгөн бөтәсәк эште иртәгәгә ҡалдырмағыҙ... Эштәрҙе кеше күрһен һәм маҡтаһын өсөн түгел, файҙаһы булһын өсөн эшләгеҙ. Файҙалы эш бөгөн булмаһа ла, бер ваҡыт күҙгә күренер һәм… баһаланыр”.
Р. Фәхретдиновтың төрлө быуын кешеләренә аң-белем, тәрбиә биреү мәсьә­ләләренә арналған хеҙмәттәр серияһы халыҡтың күп быуатлыҡ тормош тәж­рибәһенә, мәғрифәтселек идеология­һына нигеҙләнгән башҡорт ғилми-педагогик фекере үҫешендә үҙ заманында уҡ ифрат ҙур роль уйнаны. Ундағы фекер-ҡараштар күптән ваҡыт һынауын үткән, әле лә үҙ ҡиммәтен юғалтмаған рухи хазина булып тора.
Ғ.С. ҠУНАФИН,
Башҡорт дәүләт университеты профессоры, Башҡортостан Фәндәр
академияһының мөхбир ағзаһы