Редакция журнала «Башҡортостан уҡытыусыһы» - филиал ГУПРБ Издательский дом «Республика Башкортостан»
» » Күңелебеҙ ҙә ҡурсалауға мохтаж
Күңелебеҙ ҙә ҡурсалауға мохтаж

Яҙыусы Д. Бүләковтың “Килмешәк” романында тәбиғәтте һаҡлау проблемалары

Маҡсат. Яҙыусы ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, романды анализлау, уның төп фекерен, проблематикаһын асыҡлау; тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, хәстәрлек тойғоһо, ярҙамсыллыҡ, изгелек сифаттары тәрбиәләү; уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен, уй-фекерҙәрен теүәл һәм аныҡ еткерә белеү һәләтен үҫтереү.
Көтөлгән һөҙөмтәләр.
Шәхси: Д. Бүләков ижадына ҡыҙыҡ­һыныу уятыу, алған белемдең әһәмиәтенә төшөнөү, юғары әхлаҡ сифаттары тәрбиәләү, үҙ һәләтеңде, мөмкинлектәреңде дөрөҫ баһалау һәм кәрәкле йүнәлештә файҙалана белеү.
Предмет: әҫәрҙең исемен һәм авторын белеү, образдарға характеристика биреү, уҡылғанға ҡарата үҙ ҡарашыңды белдереү, романдың темаһын, идеяһын һәм проблематикаһын асыҡлау, ҡуйылған һорауҙарға тулы, аныҡ яуап табыу.
Метапредмет:
– коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: үҙ ҡарашыңды теүәл һәм дөрөҫ итеп еткерә алыу, тиңдәшеңдең яуабын тыңлау һәм аңлау, күмәкләп һәм төркөмдәрҙә килешеп эшләү, диалог һәм коллектив фекер алышыуҙа ҡатнашыу;
– танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: текст өҫтөндә эшләү һәм анализлай белеү, алған белемгә таянып, бирелгән эштәрҙе үтәү, Венн диаграммаһы буйынса эш алымдарын үҙләштереү, “ҠНРҺ-формула” (ҡараш – нигеҙ – раҫлау – һөҙөмтә) төҙөү;
– регулятив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге: дәрестең маҡсатын билдәләү, эшмә­кәрлекте планлаштырыу, үҙеңдең эш­мәкәрлегеңә тейешле үҙгәрештәр индереү, үтәлә торған эш төрҙәренең әһә­­миәтен һәм мәғәнәһен аңлау, дөйөмләштереү, һығымта сығарыу.
Йыһазландырыу. Мультимедиа проекторы, компьютер, экран, дәрескә презентация, яҙыусының портреты, китаптар күргәҙмәһе, гәзит-журналдарҙан өҫтәлмә материалдар.
Дәрес барышы
I. Ойоштороу моменты. Этаптың маҡсаты: уҡыусыларҙа ойошҡанлыҡ һәм әүҙемлек булдырыу, аралашыу өсөн шарт­тар тыуҙырыу.
– Хәйерле көн, уҡыусылар! Дәресебеҙҙе башлайбыҙ.
II. Дәрестең маҡсатын һәм бурыстарын билдәләү. Уҡыусыларҙың уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация тыуҙырыу. Этаптың маҡсаты: уҡыусыларҙың иғтибарын һәм уй-теләген яңы белемде үҙләштереүгә, белем юлдарын табыуға йүнәлтеү.
– Уҡыусылар, слайдта бирелгән һорауҙарға дөрөҫ яуап бирһәгеҙ, бөгөнгө дәресебеҙ нимә тураһында икәнлеген белербеҙ. (Слайдтарҙа һүрәттәр күрһәтелә бара.)
Мәләүез районының Арыҫлан ауы­лынан сыҡҡан яҙыусы, С. Юлаев исемендәге премия лауреаты.
Ситтән килгән, ят ырыу, сит яҡ кешеһе.
Кешенең мөхит менән бәйләнеше һәм биологияның шуны өйрәнә торған бүлеге. (Яуаптар: 1. Динис Бүләков. 2. Килмешәк. 3. Экология.)
– Тимәк, беҙ бөгөн Д. Бүләков ижады тураһында һөйләшербеҙ, яҙыусының “Килмешәк” романы, унда күтәрелгән экология проблемалары буйынса фекер алышырбыҙ.
III. Белемдәрҙе актуалләштереү. Этаптың маҡсаты: яңы материалды үҙләштереү өсөн эшмәкәрлектең билдәле ысулдарын актуалләштереү.
(Д. Бүләков ижады буйынса түбән клас­тарҙа алған белемдәрҙе иҫкә төшөрөү маҡсатында таблица менән эш үткәрелә.)
– Уҡыусылар, һеҙгә таблица тәҡдим ителә. Ул ике бағанаға бүленгән. Һәр береһенә Д. Бүләков әҫәрҙәренән алын­ған образдар урынлаштырылған. Уларҙы иғтибар менән уҡып сығығыҙ һәм ниндәй әҫәрҙән икәнлеген әйтегеҙ.

1. Тәлғәт.
1. Ирмәк.
2. Әнүр ағай.
2. Нәжибә апай.
3. Ғүмәр.
3. Ғизетдин бабай.

(Яуаптар: 1-се бағана – “Ҡара икмәк” хикәйәһе, 2-се бағана – “Эҫе ҡар” повесы.)
– Афарин, уҡыусылар! Д. Бүләков әҫәрҙәрен яҡшы үҙләштергәнһегеҙ. Яҙыу­­сы ижадын артабан да өйрәнеүҙе дауам итәйек.
IV. Яңы белемде тәү тапҡыр үҙләштереү. Этаптың маҡсаты: яңы теманы өйрәнеү маҡсатында уҡыусылар менән әңгәмә-анализ ойоштороу, әҫәрҙең идея-­проблематикаһын асыҡлау.
1. Әҫәрҙең яҙылыу осоро.
– Роман нисәнсе йылда ижад ителгән? Был осорҙа илебеҙҙә ниндәй үҙгәрештәр була? (“Килмешәк” романы 1984 – 1987 йылдарҙа, илебеҙ өсөн көсөргәнешле осорҙа, ижад ителә. Ул ваҡыттағы ил башлығы М.С. Горбачев “үҙгәртеп ҡороу­ҙар” сәйәсәтен тормошҡа ашыра башлай. Афған һуғышы бара. 1986 йылдың 26 апрелендә Чернобыль АЭС-ында булған ҡот осҡос шартлау тереклеккә, тәбиғәткә ныҡ зыян килтерә, кешеләрҙең һаулығын ҡаҡшата.)
2. Романдың йөкмәтке үҙенсәлектәре.
– Әҫәрҙә ниндәй ваҡиғалар яҡтыртыла? (Нурихановтың орден алыуы, Йөҙшишмәгә Яубаҫаровтың килеп төшөүе, уның колхоз председателе урынбаҫары итеп һайланыуы, Атбатҡанды ҡотҡарыу өсөн көрәш, ПМК егеттәренең Екәнкүлдә ҡыр ҡаҙын атыуы, Байгилденең Яубаҫаровты машина менән тапатыуы, Таштимерҙең ауылға орден тағып ҡайтып төшөүе, Нуриханов менән Яубаҫаровтың бер туған булып сығыуы кеүек ваҡиғалар яҡтыртыла.)
3. Образдар системаһы.
– Әҫәрҙең төп образдарына кемдәрҙе индерәбеҙ? (Яубаҫаров менән Нуриханов­ты.)
– Венн диаграммалары (Джон Венн – инглиз логигы һәм философы) ярҙамында Яубаҫаров һәм Нуриханов образдарына сағыштырма характеристика би­рәйек. (Слайдта Венн диаграммалары күрһәтелә.)
(Эш дәфтәрҙә башҡарыла. Уҡыусылар фигуралар эсендә күрһәтелгән образдарға хас сифаттарҙы яҙып сығалар. Түңәрәктәр киҫешкән урында образдарҙы дөйөм­ләш­тереүсе һыҙаттар яҙыла.)

– Романда тағы ла ниндәй образдар хәрәкәт итә? (Атбатҡан һаҙлығының, Аҡтүбә шишмәләренең яҙмышы өсөн борсолоусы Харис Яппаров, тура һүҙле Мәр­йәм Ҡәнзәфәровна, ауыл халҡының теләктәрен, уйҙарын аңлап торған Ҡотлобаев, алсаҡ Мәүсилә, ҡыйыу Таштимер, бөтмөр Сәрбиямал апай, шофер Зөфәр...)
4. Әҫәрҙең идея-тематикаһы.
– Әҫәрҙең төп темаһы ниндәй? (Тыу­ған ергә, тәбиғәткә мөнәсәбәт, уның күркәмлеген, байлығын һаҡлау өсөн көрәш.)
– Әҫәр аша яҙыусы нимә әйтергә теләй? Уның идеяһы ниндәй? (Ысын килмешәк тип беҙ, үҙ тыуған ерендә йәшәп тә, уның өсөн файҙа килтермәгән кешеләрҙе атайбыҙ. Ә Яубаҫаров кеүек тәбиғәттең матурлығы, уның киләсәге өсөн тырышҡан кешеләр килмешәк булмай.)
5. Романда күтәрелгән проблемалар.
– Яҙыусы әҫәрҙә ниндәй проблемалар күтәреп сыға?
1. Кеше һәм тәбиғәт араһындағы бәйләнеш, гармония. (Ҡотлобаевтың: “Әгәр Атбатҡанды киптерһәләр, унан Аҡтүбәгә күсеүҙән дә тартынмаясаҡ Нуриханов. Быйылғы кеүек ҡоролоҡто беҙҙең район ғына ошо Аҡнөгөш арҡаһында белмәй, әллә ни зыян күрмәй ҡала. Ун ике колхоз, бер нисә леспромхоз ултырған уның буйына. Игенселеккә зыян килә, был – бер, икен­сенән, Аҡнөгөштөң һыуы кәмеһә, ҡыу­ғын­сылар өсөн дә проблема килеп тыуасаҡ”, – тигән һүҙҙәре проблеманың ни тиклем ҡатмарлы икәнен күрһәтә.)
2. Тәбиғәттең тәләфләнеүе, тереклектең шишмә күҙ йәштәре менән сеңләп илауы. (Нурихановтың Атбатҡанды киптереү мәсьәләһен райком ултырышында раҫлатып ҡайтыуы, ПМК егеттәренең Екәнкүлдә ҡыр ҡаҙын атыуы ҡурҡыныс тыуҙыра. Шуға ла Харис ағай, әсенеп: “Бынау Атбатҡан эсте бошора. Күрмәйһеңме ни, торба әпкилә яталар… Беҙ генә бит уны тирә-яғын күрән ҡаплағанға “һаҙлыҡ” тип атап йөрөткән булабыҙ. Ата-бабалар һөйләй торғайны, ошо Атбатҡан ер аҫтынан Аҡнөгөш менән ҡу­шылған тип. Шул һыу өҫтәп тора икән йылғаға. …Мин әйтәм, әле Атбатҡан, иртәгә Аҡтүбә шишмәләре… Аҡнөгөшһөҙ тороп ҡалабыҙмы икән?..” – ти.)
3. Мөхәббәткә тоғролоҡ, хистәр саф­лығы. (Мәүсилә менән Таштимерҙең мөхәббәте.)
4. Һуғыш йылы балаларының яҙмышы. (Нуриханов менән Яубаҫаров бер туғандар булып сыға.)
5. Әҙәп-әхлаҡ проблемаһы. (Ғаилә мөнә­сәбәттәре, Байгилденең баш-баш­таҡ­лығы.)
6. Ауыл хужалығын күтәреү өсөн кө­рәш. (Яубаҫаров «Башҡортостан ынйыһы» тигән яңы сорт тары уйлап таба. Хәҙер таулы зоналарҙа бойҙайҙың районлаштырылған яңы сортын үҫтереү, уның уңдырышлылығын ҡырҡа күтәреү өҫтөндә эшләй.)
7. Тормошта үҙ урыныңды табыу. (Яубаҫаров, алдында ниндәй генә кәртәләр ос­раһа ла, кешелек сифаттарын юғалтмай, намыҫлы, көслө рухлы булып ҡала белә.)
V. Уҡыусыларҙың аңлауын беренсел тикшереү. Этаптың маҡсаты: уҡыусыларҙың яңы материалды тулы аңлауын һәм йөкмәткеһенә төшөнөү кимәлен асыҡлау.
1.“Кәңәшсе” алымы. 2017 йыл Башҡортостанда Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы булды. Ошо уңайҙан Нурихановҡа тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ? (Уҡыусылар кәңәштәрен дәфтәрҙәргә яҙа.)
2. Төркөмдәрҙә эш. Өҙөккә тап килгән ер-һыу атамаһын яҙырға. (2 төркөмгә эш бүленә.)
– Шишмә генә түгел, мең-мең шишмә уның төбөндә. Беҙ генә бит уны, тирә-яғын күрән ҡаплағанға, “һаҙлыҡ” тип йөрөткән булабыҙ. (Атбатҡан һаҙлығы.)
Ысынлап та, ул, ситтән ҡараһаң, сы­йы­лып киткән ҡашҡа оҡшап, яланғас таш стенаһы уң яҡҡа офоҡҡа барып туҡтап ҡуя. (Кейәүҡашы ҡаяһы.)
Саҡ ҡына юғарылыҡтан инеш булып төшә ул бында. Әммә ошо Аҡтүбә һыуҙары килеп ҡушылыу менән, ул ҡапыл тә­рәнәйә, киңәйә, олпатлана. Өләсәйем һөйләй торғайны, ошондағы бар шишмә-инеш­тәр, күлдәр, бөтәһе лә бер тамыр хасил итеп, ер аҫтынан ...кә барып ҡушыла имеш, тип. (Аҡнөгөш йылғаһы.)
* * *
Элегерәк бөтә ауылдарҙың өйҙәре, эстән дә, тыштан да, шул ҡаянан барып алынған аҡ балсыҡ менән ағартылған. (Аҡтүбә ҡаяһы.)
Күлгә яҡын барырмын тимә, киңлеге ун-ун биш метрлап шырлыҡ менән тирәс­ләнгән. Ярҙарында һөрмәле ҡамыштар, екәндәр, томбойоҡ сәскәләре, ә тағы ла күҙҙе ҡамаштырғаны – һыу сите буйы­нан-буйына аҡ сәскә таждары менән би­ҙәлгән. (Екәнкүл.)
Ерҙә мөхәббәт бөтмәгән кеүек, ... шишмәһе лә һис ҡоромай, һандыҡтай ҙур һор­ғолт таш аҫтынан тыныс ҡына, хатта терегөмөштәй зәңгәрһыу саф һыуын сайпылтмайынса ла, эркелеп кенә ағып тик ята. (Кәләшкүҙе шишмәһе.)
VI. Яңы белемдәрҙе нығытыу. Этаптың маҡсаты: уҡыусыларҙың тема буйынса белем һәм оҫталыҡтарын нығытыу, фекер йөрөтөү даирәһен киңәйтеү.
“ҠНРҺ-формула” алымы. (Ҡараш, Нигеҙ, Раҫлау, Һөҙөмтә.) (Слайдта күрһәтелә.)
Ҡараш. Тәбиғәт – тыуған йортобоҙ, беҙ уны һаҡларға бурыслы.
Нигеҙ. Сөнки кешегә йәшәү өсөн бар нәмәне – эсер һыуын да, һулар һауаһын да, ашар ризығын да тәбиғәт бирә.
Раҫлау. Атбатҡанды киптергән хәлдә, Йөҙшишмә ауылы бөтөнләй йылғаһыҙ, шишмәләрһеҙ ҡалыр ине. Ә һыуһыҙ йәшәү мөмкин түгел. Һыу булмаһа, ауыл хужалығын да үҫтереп булмай.
Һөҙөмтә. Яубаҫаров кеүек намыҫлы, үҙ еренең киләсәге өсөн көрәшкән кешеләр арҡаһында Атбатҡандың яҙмышы ыңғай яҡҡа хәл ителә. Тимәк, бөтә нәмә лә кешенең үҙенән тора. Тыуған ереңде яратаһың икән, һин уны күҙ ҡараһылай һаҡлайһың, ҡурсалайһың.
VII. Үҙләштереү кимәлен тикшереү, ебәрелгән хаталар буйынса фекер алышыу һәм төҙәтеүҙәр индереү. Этаптың маҡсаты: белем, оҫталыҡ һәм күнекмәләрҙе үҙләштереү кимәлен һәм сифатын асыҡ­лау, етешһеҙлектәрҙе билдәләү һәм төҙәтеү.
“Спич” (ҡыҫҡаса сығыш) алымы. (Ике уҡыусы, роман йөкмәткеһенә бәйләп, тәбиғәтте һаҡлау тураһында бер минутлыҡ сығыш яһай. Был алым проблема буйынса үҙ фекереңде еткереү мөмкинлеге бирә, уҡыусыларҙың әҫәрҙе, уның төп фекерен нисек аңлауын күрһәтә.)
VIII. Өй эше тураһында мәғлүмәт, уны үтәү буйынса күрһәтмә биреү. Этаптың маҡсаты: киләһе дәрескә өй эшен аңлатыу, уны башҡарыу буйынса кәңәш-тәҡдимдәр әйтеү.
1. Әгәр роман буйынса фильм тө­шөрһәләр, һеҙ уның афишаһын нисек биҙәр инегеҙ?
2. “Д. Бүләковтың “Килмешәк” ро­ма­нында Яубаҫаров образы” темаһына инша яҙырға.
IX. Рефлексия (дәрескә йомғаҡ яһау). Этаптың маҡсаты: дәрес буйынса һы­ғым­та сығарыу, шәхси уҡыу эшмәкәрлеген һәм дөйөм класс эшен баһалай белеү.
– Бөгөн дәрестә ниндәй әҫәр өй­рән­дек? Роман аша һеҙ нимәгә төшөндөгөҙ? Дәрес ҡайһы яғы менән файҙалы булды? Ҡуйылған маҡсаттарға ирештекме? Үҙ эшегеҙ менән ҡәнәғәтһегеҙме?

З.Т. ШӘРӘФЕТДИНОВА,
Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһы
уҡытыусыһы