Редакция журнала «Башҡортостан уҡытыусыһы» - филиал ГУПРБ Издательский дом «Республика Башкортостан»
» » Телебеҙгә иғтибарлы булайыҡ!
Телебеҙгә иғтибарлы булайыҡ!

 «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында»ғы Закондың мөһимлеген барыбыҙ ҙа яҡшы аңлайбыҙ.  Дәүләт теле статусына эйә булараҡ, башҡорт теленең тиҫтә йылдар эсендә абруйы күтәрелде, уны  үҫтереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарылды.

Шулай ҙа туған телгә иғтибар етерлек кимәлдә бүленә, тип әйтә алмайбыҙ әле. Ҡала урамдарында башҡорт телендә яҙылған сауҙа нөктәләре, учреждение атамаларында, ойошма-предприятие алтаҡталарындағы яҙыуҙарҙа хаталар осрауы күңелде ҡыра. Киреһенсә, матур итеп башҡортса яҙылған, хатаһыҙ алтаҡталарҙы, баннерҙарҙы күрһәң, күңелгә ифрат рәхәт булып китә – телебеҙ өсөн ғәйәт ҙур кинәнес кисерәһең. Ни тиклем тапалған һүҙҙәр булып тойолмаһын, милли рухты күңелендә бәпләгән кешеләр өсөн әсә теленең камиллығы мөһим. Махсус ҡанундарға ярашлы, республикабыҙҙа урамдағы яҙыуҙар, алтаҡталар, йәмәғәт урындары атамалары ике дәүләт телендә, орфографик, стилистик, мәғәнәүи яҡтан да дөрөҫ булырға тейеш.
Үкенескә ҡаршы, ҡолаҡҡа ятмаған, күҙҙе тишеп барған мәғәнәһеҙ, хаталы яҙыуҙар әленән-әле осрап тора. Өфө ҡалаһында алтаҡта-иғландарҙа рус теленән башҡортсаға тәржемәлә аҙым һайын тиерлек хаталар осрай. Уларҙың күбеһе башҡорт алфавитындағы  хәрефтәрҙең яҙылышына бәйле. Мәҫәлән, ә урынында – а, э, е; һ урынында – инлиз алфавитындағы н; ҡ урынында – к; ө урынында о хәрефен ҡулланыу йыш осрай. Шулай уҡ, текстарҙы дөрөҫ урынлаштырмау осраҡтары күп. “Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында”ғы Закондың ( 2014 йылдың 28 мартынан индерелгән ҡайһы бер үҙгәрештәр менән)   “Телдәрҙе рәсми эш башҡарыуҙа ҡулланыу” тип аталған 14 статьяһының 2 пунктына ярашлы, башҡорт телендәге яҙма – һулда йә өҫтә, рус телендәге текст уң яғында йә аҫта урынлашырға тейеш.
       Ҡайһы бер  урындарҙа текст рус телендә генә яҙыла, башҡортса тәржемәһе бирелмәй. Мәҫәлән,  «Магнит» гипермаркетының алтаҡталарында хаталар бар. Күп осраҡтарҙа алтаҡталағы башҡорт телендәге яҙыу рус телендәге яҙманың аҫтында урынлашҡан һәм орфографик хаталар ебәрелгән. Дөрөҫ итеп төҙәтеүҙәрен һораһаң, ҡайһы бер ойошма етәкселере ризалаша, ә ҡайһылары хатта  тыңларға ла теләмәй. Ҡайһы берәүҙәр хәреф хатаһын етди хата тип иҫәпләмәй, күрәһең, әммә тел камиллығы һәр һүҙҙең дөрөҫ яҙылышына ҡайтып ҡала. Артабан был эшкә иғтибар бирергә һәм кисектермәй хаталар ѳҫтѳндә эшләргә кәрәк.
 Халҡыбыҙҙа “ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ” тигән әйтем бар. Ҡиммәтле алтаҡтаға аҡса түләгәнгә тиклем уны район хакимиәттәрендәге терминология төркөмдәренә йә башҡорт теле уҡытыусыларына биреп тикшертеп, раҫлатыу көтөлмәгән сығымдарҙан ҡотолорға мөмкинлек бирер ине.
“Башҡортостан Республикаһы телдәре тураһында”ғы Законға ярашлы, һәр ҡала, район хаҡимиәтендә терминология төркөмө эшләй.
Шулай уҡ Өфөлә тәржемә буйынса һорау менән менән Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына, “Башҡортостан” гәзитенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

       Тел, милләт мәсьәләһе – мөһим өлкә. Ә хатаһыҙ яҙыуҙар халҡыбыҙҙың мәҙәнилеге хаҡында һөйләй. Башҡорт телендә дөрөҫ яҙылған алтаҡталар район-ҡала халҡының грамоталы булыуын да күрһәтә.
Туған телебеҙгә ҡурҡыныс янаған ошо мәлдә  берегеҙ ҙә битараф булмағыҙ, уның киләсәге һәр беребеҙҙең ҡулында икәнлеген аңлағыҙ.  Үҙегеҙ йәшәгән төбәктә йәки ҡалала урам исемдәрендәге, алтаҡталарҙағы башҡортса яҙмаларҙа хата күрһәгеҙ, фотоға төшөрөп, тейешле ойошмаларға еткерегеҙ. Телебеҙгә иғтибарлы, башҡа милләттәргә өлгө булайыҡ, замандаштарым!
Г.З.  ХОҘАЙБИРҘИНА,
Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты уҡытыусыһы