Редакция журнала «Башҡортостан уҡытыусыһы» - филиал ГУПРБ Издательский дом «Республика Башкортостан»
» » Халыҡ йолалары аша уҡыусыларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү
Халыҡ йолалары аша уҡыусыларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү


I. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу. (Сәләмләү. Ҡумыҙҙа уйнау.)
– Һаумыһығыҙ, – тиеп өндәшәйем,
Сәләмләү бит шулай башлана.
Сәләм алып, сәләм биреү менән,
Сит менән дә туған булаһың.
Йыраҡ араларҙы яҡынайта
Эй, халҡымдың матур йолаһы!
– Хәйерле көн! Һеҙгә тәҡдим ителгән оҫталыҡ дәресенә ниндәй маҡсаттар ҡуйыр­быҙ? (Яуаптар.)
Төп маҡсат: халҡыбыҙҙың традицияларын тергеҙеү, халыҡ педагогикаһы яр­ҙамында милләтебеҙҙең быуаттар буйы­на тупланған рухи байлығын, заманға яраҡ­лаштырып, уҡытыу-тәрбиә эшендә ҡулланыу һәм һау-сәләмәт, әҙәпле, ил­һөйәр балалар тәрбиәләү.
II. Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу (белемдәрҙе актуалләштереү).
– Халҡыбыҙҙың матур йола, традицияларын тергеҙеү буйынса эшләгән ниндәй шәхес­тәребеҙҙе беләһегеҙ? Улар­ҙың исем-шәрифтәрен атағыҙ. (Яуаптар.)
– Эйе, был өлкәлә тырышып эшләгән түбәндәге ғалимдарҙың һәм яҙыусыларҙың исемдәрен атарға мөмкин: филология фәндәре докторҙары Әхмәт Сөләймәнов, Розалия Солтангәрәева, Мәрйәм Бураҡаева һәм башҡалар.
Минең эҙләнеүҙәрем, уңышлы алым­дарым уҡыусыларҙа телебеҙгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу, ихтирам һәм һөйөү уятып ҡына ҡалмай, уларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтерә, аң даирәһен киңәйтә, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләй.
III. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.
– Борон-борондан беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙ, ниндәйҙер эште башлар ал­дынан, уңышлы булһын өсөн теләк теләгәндәр. Беҙ ҙә бөгөн оҫталыҡ дәресен ошо йола менән башлайыҡ. (Һәр кем теләк әйтә һәм ҡолғаға бүләк бәйләй.)
– Донъялар имен булһын!
– Илдә бәрәкәт булһын!
– Һау-сәләмәт булайыҡ!
– Ямғырҙар яуып, игендәр уңып тор­һон!
– Татыулыҡта, һаулыҡта йәшәйек!
– Ғаиләләр бәхетле булһын!
– Был бүләктәр бәйләнгән ҡолғаны байрамға алып килгәнбеҙ, тип хис итегеҙ. Ниндәй байрамда ошо йола атҡарыла?
– Эйе, был байрам – «Ҡарға бутҡаһы». Мәктәп программаһында VI кластың башҡорт теле һәм туған тел дәреслектәрендә ошо байрам тураһында текст бар. Айрат Ҡобағошовтың «Ҡарға бутҡа­һы» тексы буйынса эшләгәндә иң отош­ло тип тапҡан алымдарым менән таныштырам.
IV. Уҡыу мәсьәләһен сисеү. Яңы белемде ғәмәлдә ҡулланыу.
– Бөгөн беҙ төркөмдәрҙә эшләйәсәкбеҙ. 1-се төркөм «Тапҡырҙар» булһа, 2-се төркөм «Зирәктәр» тип аталыр. Һеҙгә баһалау биттәрен таратам, оҫталыҡ дәресе барышында һәр кем үҙенә үҙе баһа ҡуйып барасаҡ. Аҙаҡ дөйөм балдарҙы сығарырбыҙ. (Баһалау биттәре таратыла.)
Эш алымдары.
1. Аудирование (тыңлап аңларға өйрәтеү).
– Хөрмәтле коллегалар, аудиояҙманы тыңлап, текст буйынса нимә аңланығыҙ, шуны яҙығыҙ. (2 – 3 һөйләм яҙалар, уҡыйҙар.)
Һығымта: был эш алымы баланы тың­ларға, уйларға өйрәтә. Уны дәрестең уҡыу мәсьәләһен сисеү этабында ҡулланырға була.
2. Фотоһүрәттәр буйынса эш.
– Һеҙҙең алдығыҙҙа текстар һәм фотоһүрәттәр ята. Текстан ошо фотоларға ярашлы һөйләмдәрҙе табығыҙ. (4-әр фото таратыла. Уҡыусылар яҙа, уҡый.)
Һығымта: уҡыусыларҙың логик фекерләү ҡеүәһен үҫтерә. Был эш алымын шулай уҡ дәрестең уҡыу мәсьәләһен сисеү этабында ҡулланырға мөмкин.
3. Атрибуттар менән эш.
– «Ҡарға бутҡаһы» байрамы тураһында һөйләнек. Халҡыбыҙҙың йыл миҙгелдәренә тап килтереп уҙғарылған тағы ла ниндәй йола байрамдары бар? (Һабантуй, Сөмбөлә, Ҡышҡы нардуған, Кәкүк сәйе һ.б.)
– Һәр йоланың үҙенең атрибуты була. Минең алдымда ла бер нисә әйбер ята. Уларҙың ҡайһыһы ниндәй байрамға тура килә? (Уйынсыҡ ат, йомортҡа, ҡояш һү­рәте, һауытҡа һалынған тары ярмаһы, ик­мәк, башаҡтар, сәк-сәк күрһәтелә, яуап­­тар тыңлана.)
Һығымта: уҡыусыларҙың үҙләштергән теоретик белем һәм күнекмәләрен практикала ҡулланырға өйрәтә. Был эш алымы дәрестең нығытыу, йомғаҡлау этаптары өсөн дә уңайлы. Шулай уҡ ял минуты итеп үткәреү ҙә отошло.
4. Һынамыштар.
– Хөрмәтле коллегалар, нимә ул һынамыш? (Һынамыш – ул тәбиғәт күренештәре, йәшәү, тормош тәжрибәһе нигеҙендә һығымта яһалып, халыҡ күңелендә һаҡланып, быуындан-бы­уын­ға күсеп килгән күҙәтеүҙәр. Борон­ғолар беҙгә бик күп һынамыштар әйтеп ҡалдырған.)
– Һынамыштарға ҡарап, йыл миҙгелдәрен билдәләгеҙ. (Һәр төркөмгә 2-шәр һынамыш әйтелә.)
* Ҡара ҡарға килгәс, бер айҙан ҡар китер. (Яҙ.)
* Бал ҡорттары умарталыҡ тирәләй сәбәләнеп осһа – ямғырға. (Йәй.)
* Сөмбөләлә арыш сәс, тамағың булмаҫ ас. (Көҙ.)
* Бесәй мейескә инһә, буран булыр. (Ҡыш.)
Һығымта: уҡыусыларҙың күҙәтеүсәнлеген, аҡыл, аң кимәлен үҫтерә, тормош­ҡа әҙерләй. Был эш алымын уҡыу мәсьә­ләһен ҡуйғанда ла, сискәндә лә файҙаланып була.
5. Тиҙәйткес.
Ҡара ҡарға ҡунған ҡарға,
Ҡарға ҡунған аҡ ҡарға.
Шул ҡарғаны ҡарар өсөн,
Ҡарға йыйылған ҡарға.
Һығымта: телде шымарта, телгә ҡы­ҙыҡ­һыныу, ихтирам һәм һөйөү тойғолары уята. Был эш алымы белемде актуалләштереү этабында, артикуляцион күнегеү булараҡ, телдәрҙе көйләп алыу өсөн уңайлы.
V. Йомғаҡлау. Эшмәкәрлеккә рефлексия.
– Бөгөн һеҙ нимәләр белдегеҙ, нимә­ләргә өйрәндегеҙ? (Дөйөм балдар иҫәп­ләнә.)
– Шулай итеп, халҡыбыҙҙың йолалары тураһында белгәндәребеҙҙе иҫкә төшөрҙөк. Күңелдәрҙә был йолаларҙы һаҡлап ҡалған халҡыбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уянды. Ғорурланырлыҡ та шул! 2020 йылда беҙҙең республикабыҙҙа Бөтөн донъя фольклориадаһы үткәреләсәк! Ул дүрт йылға бер тапҡыр уҙа һәм традицион мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлауға йүнәлтелә.
– Был мәртәбәле сара ни өсөн Башҡортостанда үткәрелә? (Яуаптар.)
– Эйе, халҡыбыҙҙың башҡаларға күр­һәтерлек, һоҡландырырлыҡ йолалары, байрамдары, йырҙары, бейеүҙәре бар. Был рухи гәүһәрҙәр нигеҙендә халыҡ педагогикаһы ята. Ошо шиң­мәҫ байлыҡҡа таянып, киләсәк быуын күңелендә илһөйәрлек тәрбиәләү – беҙҙең изге бурысыбыҙ ул, хөрмәтле коллегалар!

Н.Д. НӘҘЕРҒОЛОВА,
Өфө ҡалаһының 5-се лицейы уҡытыусыһы, «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте
йыл уҡытыусыһы – 2018» төбәк-ара конкурсы еңеүсеһе