Редакция журнала «Башҡортостан уҡытыусыһы» - филиал ГУПРБ Издательский дом «Республика Башкортостан»
» » Ижади ҡарашлы педагог
Ижади ҡарашлы педагог

Ғүмерен мәғарифҡа бағышлаған, йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә ҙур көсөн һалған, тәрән мәғәнәле шиғырҙары һәм проза әҫәрҙәре менән танылыу яулаған лайыҡлы замандашыбыҙ, тыумышы менән Баймаҡ районының Ба­йыш ауылынан булған Миңзәлә Васил ҡыҙы Хәлилова үҙенең матур юбилейын билдәләй.

1987 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын үҙе эшләп киткән Дәү­ләкән районының Ҡоръятмаҫ мәктәбендә дауам итә. Бөгөн иһә уның дөйөм педагогик стажы 35 йылдан ашыу. Уңған уҡытыусы 2007 йылда “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектына ярашлы конкурста еңеү яулай, 2013 йылда район­дың “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында беренсе урын ала, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2014” төбәк-ара конкурсында “Йөрәгемде балаларға бирәм” номинацияһында еңеүсе. 2015 йылда республиканың иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары конкурсында ҡатнашып, Башҡортостан Хөкүмәте грантына һәм дипломына лайыҡ була. 2016 йылда Миңзәлә Васил ҡыҙы Хәлиловаға “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” тигән маҡтаулы исем бирелә.
Әҙәби ижад менән дә ҡайнап, янып йәшәй өлгөр уҡытыусы. Ул – халыҡ яҙыу­­сыһы Әхиәр Хәкимов ойошторған “Дим” әҙәби берекмәһенең әүҙем ағзаһы, 1998 йылда үткәрелгән “Илһам шишмәләре” төбәк-ара шиғриәт фес­тивале лауреаты, ә 2013 йылда ошо уҡ фестивалдә беренсе урын яулай. 2001 йылда уның шиғырҙар һәм мәктәп байрамдары өсөн сценарийҙар тупланған “Аҡ елкән” исемле тәүге китабы донъя күрә. Шиғыр­ҙары “Дим тулҡындары” (2006), “Йөрәктәр аһәңе” (2007), “Асылмаған сер” (2012), “Ҡояшлы ямғыр” (2017) йыйынтыҡтарына индерелгән. 1998 йылда ул райондың үҙэшмәкәр авторҙары конкурсында “Берҡаҙан” поэмаһы менән гран-при яулай. Шиғри шәлкемдәре Бәләбәй ҡалаһында нәшер ителгән “Йәйғор” (1999, 2001, 2002, 2015) йыйынтығына индерелгән.
Ижади ҡарашлы педагог Дәүләкән районының “Балҡантау” гәзите редакцияһы ойошторған “Рәхмәтлемен һиңә, әсәй!”, район мәҙәниәт бүлегенең “Әй­лә­нә, орсоҡ, әйләнә” кон­курстары еңеү­сеһе. Бөгөн иһә Миңзә­лә Хәлилова проза өлкәһендә лә уңышлы ижад итә. “Баш­ҡортостан уҡытыусыһы” журналы редакцияһы ойош­торған хикә­йә­ләр бәйгеһендә I урын яулай. 2017 йылда уның “Төштәге осрашыу” исемле хикәйәләр йыйынтығы донъя күрә.
Халҡым, телем, тип янып йәшәгән хөрмәтле замандашыбыҙҙы ғүмер байрамы менән ҡотлап, ғаилә именлеге, илһам шишмәләренең урғылып ағыуын теләйбеҙ!

Н.Ә. ҒИЗӘТУЛЛИНА,
Дәүләкән районының
мәғариф бүлеге методисы.