Редакция журнала «Башҡортостан уҡытыусыһы» - филиал ГУПРБ Издательский дом «Республика Башкортостан»
» » Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә интернет ресурстарын файҙаланыу
Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә интернет ресурстарын файҙаланыу

А.Н. ХӘЛИЛОВ, Республика политехник лицей‑интернаты уҡытыусыһы, Күмертау ҡалаһы



Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа интернет ресурстарын ҡулланыу йылдан‑йыл әүҙемләшә бара. Һуңғы йылдарҙа интернет селтәрендә ошо йүнәлештәге мәғлүмәттәрҙең артыуы ҡыуаныслы хәл. Айырыуса Башҡорт википедияһы иғтибарға лайыҡ. Проектта мәктәп программаһына ярашлы бар йүнәлештәр буйынса ла мәғлүмәт табыр­ға була. Бигерәк тә Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте, әҙәбиәте, географияһы буйынса мәҡәләләр күп. Тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә лә эште, ошо сайттағы мәғ­лүмәттәргә таянып, уңышлы ойош­торорға мөмкин.
Һуңғы йылдарҙа ҡала мөхитендә тәрбиәләнгән уҡыусыларҙың ғына түгел, ауыл балаларының да телмәрҙәре ярлылығы күҙәтелә. Интернет селтәрен ошо юҫыҡта ҡулланыу отошло. Мәҫәлән, уҡыусылар менән яҡын‑тирәләге ер‑һыу атамаларының килеп сығышын тасуирлаған легенда‑риүәйәттәр йыябыҙ һәм дәрес ваҡытында, әҙәби түңәрәктә улар­ҙы википедияға бергәләп теркәйбеҙ. Уҡыусылар был эште бик мауығып баш­ҡара. Уларҙың күңелендә «Бына бит мин дә был эшкә үҙ өлөшөмдө индерәм!» тигән фекер тыуа, ғорурлыҡ хисе уяна, ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килә.
Уҡытыу барышында шулай уҡ әлегә аҙаҡҡаса эшләнеп бөтмәгән Яндекс‑тәржемә, Google‑тәржемәләрҙе лә маҡсатҡа ярашлы ҡулланырға мөмкин. Уҡыусыларға бер нисә һөйләмдән торған тексты һүҙлек ҡулланып тәржемә итергә ҡушыла, аҙаҡ эштәр интернеттағы тәржемәләр менән сағыштырып тикшерелә. Шул ваҡытта уҡыусы интернет селтәрендәге тәржемәлә хаталар ҙа таба. Эште ошо рәүешле ойоштороу бала күңелендә үҙенең эшенә, белеменә ышаныс тыуҙыра.
Интернет ресурстарын ҡасандыр телмәрҙән төшөп ҡала башлаған һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрөү өсөн дә ҡулланыу отошло. Мәҫәлән, википедияла ғалим Э. Ишбирҙиндың «Башҡортостан ҡоштары» китабынан бар ҡоштар тураһында ла бе­лешмә тупланған. Был ҡоштарҙың күп­тәре хәҙер юҡҡа сыҡҡан да инде. Ғәҙәттә, беренсе дәрестә өйгә эш итеп ҡоштар тураһында белешмә яҙып килергә ҡушам. Башлыса уҡыусылар үҙҙәренә таныш, ҡасандыр күргән, йорт‑ихата тирәһенә яҡын йәшәгән ҡоштарға туҡтала: һайыҫ­ҡан, турғай, кәкүк, ҡарға, сы­йырсыҡ... Икенсе дәрестә эштәрҙе тикшерәбеҙ һәм балаларға унлап ҡош исеме туплан­ған исемлек тәҡдим итәм. Уҡыусылар ата‑әсә­ләр менән бергә ул ҡош­тарҙың ҡиәфәте, ҡайҙа йәшәүе, нимә менән туҡ­ланыуы тураһында яҙып килергә тейеш. Һуңынан асыҡланыуынса, күп ҡоштар менән хатта ата‑әсәләр ҙә таныш түгел. Интернет селтәренән мәғлүмәт табып, туплап, байытып, һәр бала үҙе әҙерләгән белешмә менән иптәштәре алдында сығыш яһай.
V – VI класс уҡыусылары үҫемлек атамаларын да ҡыҙыҡһынып өйрәнә. Көҙ көнө япраҡтарҙан гербарий эшләп, һәр ағас, үҫемлек, үлән хаҡында башҡорт телендә белешмә әҙерләйҙәр. Ошоға оҡшаш эштәрҙе ҡоштар, балыҡтар, йәнлектәр менән танышҡанда ла уңышлы башҡарырыға мөмкин.
Шулай итеп, замана уҡытыусыһы уҡыусыларҙың ижади фекерләүен үҫтереү, тел шәхесен тәрбиәләү маҡсатында интернет ресурстарын уңышлы файҙалана ала. Бөгөн һәр уҡыусының заманса технологиялар менән оҫта эш итеүен иҫтә тотоп, уҡытыусы был йүнәлештә төрлө эш алымдары һәм яңы ысулдар уйлап сығарырға мөмкин.