Редакция журнала «Башҡортостан уҡытыусыһы» - филиал ГУПРБ Издательский дом «Республика Башкортостан»
» » Эссе поэтикаһының ҡайһы бер мәсьәләләре
Эссе поэтикаһының ҡайһы бер мәсьәләләре

Ф.Б. САНЪЯРОВ, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты доценты, РФ һәм БР Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы, филология фәндәре кандидаты



Һуңғы осорҙа дөйөм белем биреү ойош­маларында юғары класс уҡыусыларына яҙма эш төрө итеп эссе яҙҙырыу тәҡдим ителә башланы. Ошондай уҡ эште төрлө кимәлдәге «Йыл уҡытыусыһы» конкурстарында ҡатнашыусыларға ла башҡарырға тура килә. Тәжрибә шуны күрһәтә: башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса уҙғарылған республика олимпиадаларында ҡатнашыусылар эссе яҙғанда ауырлыҡ кисерә. Дөрөҫөн әйткәндә, улар эссе урынына «Мин йәйге каникулдарҙы нисек үткәрҙем?» тибындағы ябай инша яҙа. Уҡытыусыларҙың республика конкурстарында башҡарған эсселары ла бындай ижади эштәргә ҡуйылған талаптарға тулыһынса яуап бирә, тип булмай. Әйтелгәндәрҙе иҫәпкә алып, эссе поэтикаһының ҡайһы бер мәсьәләләренә иғтибарҙы йүнәлтергә булдыҡ.
Эссе – (франц. essai – проба, үҙеңде һынап ҡарау, очерк; лат. exegium – үлсәү, үлсәйем) теге йәки был мәсьәләлә үҙ фекереңде үлсәп ҡарау. Тимәк, эссе – ирек­ле композициялы һәм күләме буйынса ҙур булмаған сәсмә әҫәр. Унда төрлө проблемаға ҡарата шәхси фекер йөрө­төүҙе һынап ҡарау сағыла. Ғәҙәттә, эссе философик, тарихи‑биографик, публицистик, әҙәби тәнҡит формаһында яҙыла. Төрлө фәнни өлкәләргә ҡараған эсселарҙа терминдар, фәнни аргумент, һығымталар, факттар килтерелә, аналитикаға ҡоролоуы ихтимал. Япон әҙәбиәтсеһе Есида Кенко XIV быуатта уҡ «Бездельные занятия» эссеһын яҙған. Европала XVII – XVIII быуаттарҙа эссе жанры киң тарала башлай. Тәүге авторҙар булып М. Монтеня, Ф. Бекон, Дж. Донн иҫәпләнә. Француз Б. Фантенель фәнни‑популяр эссеға нигеҙ һала. «Некоторые рассуждения в форме эссе» әҫәрен яҙған инглиз яҙыусыһы һәм философы А. Коули «инглиз эссеһының атаһы» тип нарыҡлана. Эссе журналис­тиканың төп жанрына әүерелә. Англия­ла сыҡҡан «Татлер», «Спектейтор» журналдары фәҡәт эсселарҙан ғына торған. Рус әҙәбиәтендә эссе жанрын А.И. Герцен – «С того берега», Ф.М. Достоевский «Дневник писателя» әҫәрҙәре аша художестволы үҙләштерә. Совет осоронда уны артабан А.В. Луначарский, И.Г. Эренбург, Б.Л. Пастернак, М.И. Цветаева, К.Г. Паустовский кеүек киң билдәле яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре үҫтерә.

Башҡорт әҙәбиәтендә эссе жанры теоретик йәһәттән өйрәнелгән, тип әйтеп булмай. Ғайса Хөсәйенов, Ким Әхмәтйәнов кеүек арҙаҡлы әҙәбиәт ғилеме белгестәренең ғилми хеҙмәттәрендә, һүҙлектәрендә эссе тураһында мәғлүмәт юҡ. Әммә был ғына эссе башҡорт әҙәбиәтендә бөтөнләй үҙләштерелмәгән, тип әйтергә хоҡуҡ бирмәй. Беҙ эссе иҫәбенә, автор үҙе жанрын аныҡ ҡына билдәләмәһә лә, Йыһат Солтановтың, мәҫәлән, «Хәтеркитап» (Өфө: Китап, 2002. – 512 б.) әҫәрен индерәбеҙ. Ысынлап та, был әҫәр жанр талаптарына тулыһынса яуап бирә. Беренсенән, ул шәхси фекерләүгә, субъективлыҡ сифаттарына эйә. Автор бәхәсле фараздар күтәреп сыға, уларҙы үҙенсә ғилми йәһәттән иҫбатларға ынтыла, хатта билдәле географик атамаларға үҙ күҙлегенән ҡарап, аңлатма бирә. Улар рәсми ғилми ҡараштарға, концепцияларға тап килеп тә етмәй. Иң мөһиме – автор үҙ ҡарашын сағылдыра, шәхси күҙлектән баһалай. Миҫал: «Тел белгесе күҙлегенән ҡарағанда, бөтәһе лә яп‑ябай: ошо «Донъя – ҡуласа, бер әйләнә, бер баҫа» мәҡәлендәге «Донъя – ҡуласа» тигәнебеҙҙең ике һүҙе лә ҡушма һүҙ. Һәм икеһен, белгес ҡәләмен тотоп, тамыр һүҙҙәргә тарҡат­һаҡ, былай аңлашыла: «Атайыбыҙ Аҡ Ай менән Әсәйебеҙ Ал Көн (Алһыу Ҡояш)». «Бер әйләнә» тигәнебеҙ – «Бер Ай – Луна»лыр бәлки?.. «Бер баҫа» тигәнебеҙ «Бер Әбсә»лер (Бабуся)лыр йәки?». Шул рәүешле, яҙыусы Йыһат Солтанов күп кенә башҡорт ырыуҙары, ер‑һыу атамалары, космос хаҡында үҙ фаразын еткерә, үҙенсә сағылдыра, лексик‑семантик анализ яһай. Нисек кенә булмаһын, автор үҙ аллы фекерләй, анализла­­й, уҡыусыһын ышандырырға ынтыл­­а. Ә был – эссе жанрының төп талабы.

Тамара Ғәниеваның «Уйсандар, һеҙгә өндәшәм... » (Өфө: Китап, 2009. – 424 б.) китабына ингән әҙәби тәнҡит мәҡәләләрен шулай уҡ эссе тип баһаларға мөмкин. Әлбиттә, уларҙы автор үҙе эссе тип атамай, ҡәҙимге әҙәби‑тәнҡит мәҡәләләре, ижади портрет тип нарыҡ­лай. Парадоксмы? Беҙ шуға таянабыҙ: шағирәнең әҙәби‑тәнҡит мәҡә­лә­ләрендә поэтика күренештәре, шиғри өлгөләр художестволылыҡ, образ, идея планында ғына тикшерелмәй, уларҙа, беренсе сиратта, философик уйланыу, фекерләүгә, халҡыбыҙҙың төпкөл аңында һаҡлан­ған ҡараштар, ҡиммәттәр системаһына нигеҙләнеп, шәхсән анализлау күренеше ята. Был осраҡта менталитет мәсьәләһе алғы планға сыға. Тамара Ғәниева мәҡә­ләләренең теле һутлы, халыҡсан, образлы, эмоциональ һәм экспрессив. Үҙ уҡыу­сыларын шағирә юҡтан ғына «уйсандар» тип атамайҙыр. Шуға ла авторҙың эссе‑мәҡәләләрен уҡыу өсөн интеллектуаль юғарылыҡ, рухиәт, әҙәби зауыҡ һәм сәм‑ғәм кәрәк. Ғәниеваның тел һәм стиль үҙенсәлектәрен тулыһынса сағылдырыр өсөн әҙәби‑тәнҡит мәҡә­ләһенә иғтибар итәйек. «Ташлама утты, Илшат ағай!» (Илшат Йомағолов) ошолай баш­лана: «Уны күп кеше Илшат ағай тип йөрөтә. Үҙенән кесе коллегалары ла, шәкерттәре лә, ижадына ғашиҡтар ҙа, ҡайһы бер түрәләр ҙә, хатта... еңгәләр, Илшат ағайҙың ҡатындарын әйтәм, шулай тип йөрөтә. Ниндәйҙер йылылыҡ, наҙ һәм хөрмәт менән өндәшәләр уға: Илшат ағай...». Башҡа бер автор булһа, бындай фекер бүтәнсәрәк яҙылыр ине. Ә Тамара Ғәниева титан актер һәм драматургты фәҡәт үҙ стилендә, манераһында ҡылыҡһырлай. Шуға ла был юлдарҙа индивидуаллек һәм субъективлыҡ яры­лып ята. Беҙ Тамара Ғәниеваны башҡорт әҙәбиәтендә эссе жанрын тулыһынса үҙләштергән һүҙ оҫтаһы тип баһалайбыҙ. «Ватандаш» журналында донъя күргән «Бәхетле булғанмын икән» (2015, №3 – 4), «Донъялыр был» (2016, №3 – 4) эсселары – быға асыҡ миҫал. Шағирә эссе жанрын былай тип баһалай: «Эссе автор­ға философик фекер йөрөтөү мөмкинлеге бирә, ҡәтғи жанр сиктәре булмау ирекле фаразлау, хис‑тойғо тәрәнлеге һәм башҡа төрлө ижади азатлыҡ бирә, шуға күрә мин был жанрҙа кинәнеп ижад итәм».

Күренекле прозаик һәм әҙәбиәтсе, профессор Тимерғәле Килмөхәмәтовтың «Өмөтбай өйәңкеһе» эссеһы «Башҡортостан» гәзитендә (2016 йыл, 5 апрель, №38) донъя күрҙе. Эссе шағир һәм мәғри­фәтсе, дәүләт эшмәкәре Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың күп яҡлы эшмәкәрлегенә арналған. Эссе шуныһы менән ҡиммәт: бөйөк шәхесебеҙ хаҡында башҡорт әҙәбиәте тарихында билдәле булған мәғлү­мәттән тыш бығаса ташҡа баҫылмаған бик күп мәғлүмәт бирелә. М. Өмөт­баевтың улы Баязит хажи (1867 – 1925), уның тәржемәи хәле, халыҡ араһындағы йәҙитселек эшмәкәрлеге тураһында бә­йән ителә. Бөйөк ата һәм изге, хуш күңелле ул араһындағы һоҡ­ланғыс мөнәсәбәт һүрәтләнә. Баязит хәҙрәттең дә халыҡ өсөн йән атып йәшәүе яҙыла. Дөрөҫөн әйткәндә, эссе ижад ителмәһә, халҡыбыҙҙың ошондай арҙаҡлы улы тураһында бер ни ҙә белмәҫ инек. (Баязит хажиҙың ҡыҙы Рабиға әбей беҙгә яҡын йәшәне, барып йөрөнөм, әммә ул бер ваҡытта ла М. Өмөтбаевтың ейәнсәре булыуын һөйләмәне. Заманы шулай ине).

Т.Ә. Килмөхәмәтов эссеһын «Өмөтбай өйәңкеһе» тип юҡҡа атамай. Ибра­һимда (Йомран) бик күптәрҙең өйәңкеһе бар икән, кемдең өйө янында, шуның исемен ҡушалар: Дубыр өйәңкеһе, Ғәлимә өйәңкеһе, Мәҙиәр өйәңкеһе... Тере тарих, тере шаһит булып, әле һаман Өмөтбай өйәңкеһе бар. Ана шул өйәңке авторға бай һәм ғибрәтле тәүарих һөйләргә, XIX быуат аҙағы – XX быуат башындағы тарихи ваҡиғаларҙы һүрәтләргә булышлыҡ итә. Яҙыусының фараздары, үҙенсә күҙаллауы бер быуатлыҡ тарихты сағыштырмаса объектив итеп күҙ алдына баҫтыра. Бер генә өҙөк килтерәйек: «Баязит атаһын елле крандасҡа ултыртып, ауылдың көньяҡ ситендәге Оло зыяратҡа алып бара. Аятҡа доға ҡылғас, Мөхәмәтсәлим Баязитты үҙ янына саҡырып ала. Уға былай тип өндәшә:
– Улым, атайыбыҙ Ишмөхәмәт янына барырға миңә лә күп ваҡыт ҡалмаған. Мине бына ошонда, әле беҙ торған урынға, ҡуйырһығыҙ. Һин бит минең берҙән‑бер ир балам. Минән һуң донъя­быҙҙы, Өмөтбаевтар тоҡомон дауам иттерәсәк кеше. Олатайың ҡәбере, ана, етемһерәп ята, матур итеп кәшәнә эшләтеп ҡуй. Иҫтәлек яҙҙыртып, таш ултырт. Үҙ ғүмерең эсендә шуға өлгәшһәң, са­уаплы бәндә булырһың. Ә бына мин битараф йәшәгәнмен. Ни өсөн шулай килеп сыҡты – үҙем дә аңлап етмәйем. Хатаны төҙәтергә хәҙер һуң: һаулыҡ та самалы, ғүмер ҙә бик ҡыҫҡарған». Күренеүенсә, Тимерғәле Килмөхәмәтовтың эссеһы форма, поэтика һәм тел‑стиль йәһәтенән сәсмә әҫәр булып тора. Жанр күҙлегенән ҡарағанда, уны публицистик мәҡәлә тип атарға кәрәктер. Автор художестволы һүрәтләү алымдары менән бер рәттән бик күп тарихи мәғлүмәт бирә, реаль шәхестәрҙең биографияһын аныҡ даталар менән күрһәтә, Өмөтбаевтарҙың замандаштары, уларҙың вариҫтары теүәл атап күрһәтелә, хеҙмәт юлы, яулаған үрҙәре атала. Шулар менән бергә, яҙыусының үҙ ҡарашы, баһаһы эссе һуңында ҡаймалау алымы менән тамамланып ҡуя: «...Ағастарҙың да һәр ҡайһыһының үҙ яҙмышы, үҙ ғүмере икән. Илаһи тәбиғәт бер өйәңкегә ҡорорға бойорған, икенсеһенә яңғыҙ ҡалып ғүмерен дауам итергә ирек биргән. Яңғыҙ булһа булһын, тик оҙаҡ‑оҙаҡ йылдар йәшәүен дауам итһен әле Өмөтбай өйәң­кеһе. Ул бит – халыҡтың мәшһүр улы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтар тоҡомона тәбиғәт тарафынан донъяға баҫтырып ҡуйылған һоҡланғыс һәйкәл‑ҡомартҡы».

Шулай итеп, эссе һуңғы осорҙа тағы ла йәнләнә төштө. Үҙеңде әҙәби ижадта, публицистикала, ғилми эҙләнеүҙәрҙә һынап ҡарау төрө булараҡ хәҙерге уҡытыу‑тәрбиә процесында уның үҙ урыны бар. Бөгөн яңы быуын федераль дәүләт стандарттары белем алыусыларҙан үҙ аллы фекерләүҙе, факт һәм күренештәрҙе анализлай, сағыштыра һәм аныҡ дәлилдәргә нигеҙләнгән һығымта яһай белеү һәләттәрен үҫтереүҙе талап итә. Был йәһәттән эссе жанрының художество‑эс­тетик, ижтимағи‑мәғлүмәти мөмкинлектәре ғәйәт киң. Бындай ижади эш авторҙың донъяға ҡарашын, уны ҡабул итеү, анализлау, баһалау үҙенсәлектәрен аңларға, фекерләй белеүен, һүҙ байлығын, үҙ фекерен төрлө стилдәрҙә башҡа кешеләргә еткерә белеү һәләттәрен асыҡларға булышлыҡ итә.