Редакция журнала «Башҡортостан уҡытыусыһы» - филиал ГУПРБ Издательский дом «Республика Башкортостан»
» » Милләт ҡото – йолаларҙа (Ҡаҙ өмәһе)
Милләт ҡото – йолаларҙа (Ҡаҙ өмәһе)

Г.Ф. ӘМӘКӘСОВА,
Көйөргәҙе районы Павловка ауылының “Тирмәкәй” балалар
баҡсаһы тәрбиәсеһе

Маҡсат. Балаларҙы башҡорт халҡының милли байрамы Ҡаҙ өмәһе йолаһы менән таныштырыу.
Һалмаҡ ҡына “Ҡаҙ ҡанаты”  көйө ҡабыҙыла. Ҡаҙ өмәһе өсөн кәрәк-яраҡ әҙерләнгән бүлмәгә Инәй инә.
Инәй. И-и, ғүмеркәйҙәр, бына тағы ҡаҙ өмәләре етте. (Тәҙрәнән ҡарай.) Ни эшләп был ҡыҙҙар һаман юҡ икән, ҡояш күтәрелде бит инде? (Көйәнтәгә күнәктәр элгән ҡыҙҙар инә.)
Алып барыусы. Ҡаҙҙарығыҙ, малдарығыҙ күп булһын. Ҡаҙҙарығыҙ йыл да уңһын, ҡош-ҡорттарығыҙ ишәйһен.
Инәй. Рәхмәт яуғырҙары, амин, шулай булһын, афарин, буш килмәгәндәр, үҙҙә­ре менән һыу ҙа алып килгәндәр. Бабай, ҡайҙа һин? Сыҡ, ҡыҙҙар килеп етте.
Ҡаҙ бәйләргә йүкә  бауы тотҡан Бабай инә.
Бабай. Сығам, ҡарсыҡ, изге сәғәттә, сығам, балалар. Әйҙәгеҙ, балаҡайҙарым. (Балалар әбей менән бабай артынан сыға. Магнитофондан ҡаҙ ҡаңғылдашҡан тауыштар ишетелә. Балалар икешәр ҡаҙ тотоп инә. Ҡатырғанан ҡырҡып яһалған ҡаҙҙарға ҡаҙ мамығы йәбештерелгән. Эскәмйәгә теҙелешеп ултырып ҡаҙ йолҡа башлайҙар.)
1-се ҡыҙ. И, ҡыҙҙар, ҡаҙҙары бигрәк һимеҙ, эйеме?
2-се ҡыҙ. Эйе, туртаһы ғына ҡала күрмәһен инде.
3-сө ҡыҙ. Ҡыҙҙар, иртәгә ҡаҙ өмәһе кемдә икән?
4-се ҡыҙ. Ғәлиә инәйҙәрҙә.
Инәй. Иртәгә Ғәлиә инәйегеҙгә  лә ҡаҙ өмәһенә барырһығыҙ, балаҡайҙарым.  (Инәй ҡыҙҙар янына ултыра.)
Үҙе ҡыҙыҡ, үҙе яманһыу инде ошо ҡаҙ өмәһе. Ҡаҙ өмәһе – халҡыбыҙҙың көҙгө байрамы. Байрамда кешеләр күңел аса, бер-береһенә ярҙам итә, яҡынданыраҡ аралаша.
Ғөмүмән, башҡорт халҡының ҡунаҡҡа барғанда иң ҙур күстәнәсе ҡаҙ булған. Ҡаҙ итенән ниндәй генә ризыҡтар әҙерләмәйҙәр. (Һанап күрһәтә­ләр.) Туйҙарҙа ла йола буйынса йәштәрҙе ҙурлап, изге теләктәр теләп,  парлы йәшәүҙәренә юрап парлы ҡаҙҙар сығарғандар. Ҡарағыҙ әле, ҡыҙҙар, әсәйҙәрегеҙ һеҙгә лә пар мендәрҙәр әҙерләгәндәрҙер, эйе­ме? (Ҡыҙҙар көлөшә.)
Балалар йорт ҡоштары тураһында шиғырҙар һөйләй.
Инәй балаларға йорт ҡоштары тураһында йомаҡтар ҡоя:
Һыу өҫтөндә һары май, батмай ҙа, иремәй ҙә. (Ҡаҙ бәпкәһе.) Тарағы бар – сәсен тарамай, урағы бар – иген ура алмай. (Әтәс.) Әсәй көтә был ҡоштарҙы, улар тоя һөйөү һәм наҙҙы. Бәпкәләрен сығарғанда шатлығынан бейей. (Ата ҡаҙ.) Томшоғо уның көрәк, исеме уның… (¤йрәк.) Тибенә лә соҡона, тамағы туймаййәне тынмай. (Тауыҡ.)
Инәй. Хәҙер, балалар, ҡаҙ ҡанатын һыҙырып алайыҡ.
Балалар ҡаҙ ҡанаттарын һыҙырып һауытҡа һала.
Инәй.         Күңелегеҙ аҡ мамыҡтай
           Аҡтан-аҡ һәм саф булһын.
           Аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙламаһын,
           ¤й шатлыҡ менән тулһын.
Һәр кем аяҡ-ҡулының һыҙлауһыҙ булыуын теләп, мамыҡҡа ҡулдарын  тығып ала. Инәй балаларға ҡаҙ ҡаурыйҙарына ни­сек  тишек яһап өрөргә кәрәклеген күр­һәтә.
Алып барыусы.
           Киләһе йыл да уңығыҙ,
           Ап-аҡ булып йөҙөгөҙ!
           Йылға буйлап күмәкләшеп
           Һирпелешеп йөрөгөҙ!
           ¤йөң ҡаҙлы булһын!
           Мамыҡ яҫтығы булһын!
           Ҡаҙ бәлеше, ҡоймаҡ еҫе
           ¤й эстәренә тулһын!
Инәй.         Йә, кемегеҙ йылғаға
           Ҡаҙ сайҡатырға бара?
           Кемдәр ҡаҙ майына тәмле
           Ҡоймаҡ бешереп ҡала?
– Балалар, беҙ элек бына  шулай ҡанат ҡаурыйҙарын ишек төбөнән һыу бу­йына ҡәҙәр сәсә инек. Әйҙәгеҙ, быйыл да йола буйынса ҡанаттарҙы бергәләп йылға буйына ҡәҙәр һибәйек.
Инәй — алдан, балалар арттан ҡау­рый сәсеп бара.
Инәй (һамаҡлай-һамаҡлай). Алдан барһын атаһы, арттан барһын әсәһе, ата-әсәһенә эйәрһендәр утыҙ-ҡырҡ бәпкәһе!
Көйәнтәләренә ҡаҙҙар аҫҡан ҡыҙҙар, күнәктәр тотҡан малайҙар талғын көйгә залдан сыға.
Алып барыусы.
Ауылдарҙа ҡаҙ өмәһе гөрләй,
Һыу буйына ҡанат һипкәндәр.
Ҡанат остарына баҫа-баҫа,
Ҡыҙҙар ҡаҙ йыуырға киткәндәр.
Балалар коридорға сығып, кире әйләнеп инә.
Инәй. Һеҙ, ҡаҙ ҡоймағы бешкәнсе, уйнап-көлөп күңел асып алығыҙ (инәй икенсе бүлмәгә инеп китә).
Балалар.
Ҡаҙ өмәһе бик шәп байрам –
Күңел асайыҡ әле.
Таҡмаҡ әйтеп бейешеп алалар.
Балалар.
Бына шулай, ҡаҙ өмәһен
Башҡортса үткәргәндәр.
Ә йәш ҡыҙҙар күңел биреп
Был эшкә өйрәнгәндәр.
Бер нисә бала алға сығып баҫа.
5-се бала.
Бөгөн беҙҙә ҡаҙ өмәһе,
Yт, рәхим ит, әйҙә ҡунаҡҡа,
Һөҙөктәре  сыҡҡан ҡаҙ аштарын
Табалмаҫһың башҡа эҙләп тә.
6-сы бала.
Ҡыҙҙар йыйылған өйгә,
Ҡыҙҙар килгән өмәгә.
Нисек итеп ҡаҙ йолҡорға
Еңгәләрҙән күрмәгә.
Ҡаҙ өмәһе, ҡаҙ өмәһе,
Алдарҙа ҡаҙҙар ғына.
Ҡаҙ өмәһенә йыйыла
Гел уңған ҡыҙҙар ғына.
7-се бала.
Ауылдарҙа бөгөн ҡаҙ өмәһе
Аҡ мамыҡҡа донья күмелгән,
Һәм әбейҙәр һүҙһеҙ генә йырлай,
Үҙ йәшлеге йырын һағынған.
“Ҡаҙ өмәһе” (Р. Ғөбәйҙуллин көйө, Н. Гә­­рәева һүҙҙәре) йырын башҡаралар.
Инәй (инә). Әйҙәгеҙ әле, балалар, беҙ­ҙең йәш саҡтағы уйындарҙы уйнап ала­йыҡ.
“Алырмын ҡош, бирмәм ҡош”, “Йөҙөк һа­лыш” уйындары ойошторола. Уйында йөҙөк кемдә ҡала, шуға яза бирелә. “Ике күңелле ҡаҙ” бейеүе башҡарыла.
Инәй.  Сәйем ҡайнаны, ҡоймағым беште. Әйҙәгеҙ, балалар, ҡаҙ өмәһе табынына рәхим итегеҙ.