Редакция журнала «Башҡортостан уҡытыусыһы» - филиал ГУПРБ Издательский дом «Республика Башкортостан»
» » Шишмә-күлдәребеҙ – йәшәү сығанағы!
2017 йыл – Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы
Шишмә-күлдәребеҙ – йәшәү сығанағы!


Л.Х. ИСЛАМҒОЛОВА,
Нуриман районының Ҡыҙылъяр мәктәбе уҡытыусыһы,
«Тамсылар» фольклор түңәрәге етәксеһе


Сәхнәгә йүгереп Зөлфиә сыға.
Зөлфиә. Ҡыҙҙар, егеттәр, килегеҙ әле бында! (Йәштәр сыға.) Ҡарағыҙ әле, ниндәй ҙур ялан!
Таһир. Эйе, ҡара әле, ниндәй матур, киң ялан!
Әҙилә. Бигерәәәәк тә һоҡланғыс урын!
Илнур. Әйҙәгеҙ, ошонда ял итеп алайыҡ (ултыралар).
Дилә. Бөгөн шишмәне сүп‑сарҙан таҙартып шәп эшләнек, эйеме?
Бөтәһе лә. Эйе, эйе.
Таһир. Күңелгә рәхәт булып ҡалды.
Ғәлиә. Шулай булмай ни, шишмә – йәшәү сығанағы, һыуы уның – үҙе бер шифа. Шишмә һыуын көн дә эсһәң, бөйөрҙәге таштар ваҡланып сыға, ти өләсәйем.
Наҙгөл. Әйтәм, Иҫке Күл ауылы эргәһендәге Ағаркүл шишмәһенән кеше өҙөлмәй. Шишмә һыуын хатта ҡаланыҡылар килеп ала.
Сәхнәгә әбей килеп сыға.
Бөтәһе лә. Һаумыһығыҙ, әбей, һаумыһығыҙ!
Әбей. Һаумыһығыҙ! Бына мал эҙләп килеп сыҡтым әле, күренмәнеме ошо тирәлә? Ә һеҙ бында ни эшләп йөрөйһөгөҙ, балалар?
Наҙгөл. Беҙ бына шишмәне сүп‑сарҙан таҙарттыҡ та әле генә ял итергә ултырҙыҡ.
Әбей. Афарин, балалар, бик изге эш башҡарғанһығыҙ. Һыу – тәбиғәттең иң ҡиммәтле байлығы. Унан башҡа йәшәү юҡ.
Урал. Ултыр, әбей, беҙҙең янға, ял итеп кит.
Әбей. Рәхмәт, балам (ултыра). Эй, балаҡайҙар, районыбыҙ шишмә‑күлдәргә ифрат бай! Юҡҡа ғына беҙҙең яҡты «күлдәр иле» тип йөрөтмәйҙәрҙер. Бына Яңы Күл ауылы тирәһендә генә лә 49 күл бар бит!
Дилә. Ә минең өләсәйем шул ауылда йәшәй. Тимәк, күлдәр илендә йәшәй инде, үәт ҡыҙыҡ!
Илнур. ГүзәлБашҡортостаныбыҙ буйлап 600‑ҙән ашыу ҙур һәм ваҡ йылға аға. Иң ҙур йылғалар – Ағиҙел, Ҡариҙел, Әй, Дим, Йүрүҙән, Һаҡмар. Күлдәр һаны иһә 2000‑дән ашыу беҙҙә. Иң ҙур күлебеҙ – Асылыкүл. Әбей, беҙҙең төбәктәге һәр күлдең үҙ исеме, тарихы барҙыр ул?
Әбей. Шулай, балалар: Олокүл, Сәлимәкәй, Күлдәкле, Упҡанлы күл, Ағаркүл һәм башҡалар. Вағыраҡ күлдәрҙең ҡайһыһының исемдәре халыҡ хәтеренән юғала бара – шуныһы ҡыҙғаныс.
Дилә. Яҡташ яҙыусыбыҙ Ғәйнан Хәйриҙең тәүге башҡорт романы «Боролош»та Ағаркүлебеҙ бар матурлығында һүрәтләнгән. Ағып сыҡҡан һыу юлы быуылып ҡалғас, һөлөккә бай был күлде халыҡта «Һөлөклө күл» тип йөрөтә башлағандар.
Әҙилә. Ә Упҡанлы күлдә иһә һыу сәтләүеге үҫә. Шуныһы ғәжәп: был сәтләүек ер йөҙөндә ике генә урында, Упҡанлы күлдә һәм Ҡаҙағстандағы бер күлдә, үҫә. Был үҙенсәлекле күл балыҡҡа ла бай. Белеүебеҙсә, балыҡ тик таҙа һыуҙа ғына йәшәй. Донъяла тиңе булмаған саф һыулы күлебеҙ – тәбиғәт ҡомартҡыһы.
Әбей. Иҫем китеп, һоҡланып тыңлайым һеҙҙе, балаҡайҙар! Һай күпте лә беләһегеҙ икән!
Зөлфиә. Минең туғандарым Саруа ауылында йәшәй, ошо ауыл эргәһендә Саруа күле бар. Күл менән бәйле шундай тарих һөйләйҙәр. Бер бик бай кешенең ҡыҙы ярлы ғына егетте яратҡан. Ул заман ҡалыптарына ярашлы, йәштәрҙең мөхәббәтенә барыһы ла ҡаршы килгән. Һөйөүҙәре көслө булған егет менән ҡыҙҙың, улар ауылдан ҡасып китергә хәл иткән. Был хаҡта белеп ҡалғас, байҙың кешеләре егетте туҡмап үлтергән, ә ҡайғыға батҡан ҡыҙ Саруа күленә һикергән, ти.
Урал. Эй, хоҙайым!
Рәмилә. Бигерәк йәл был йәш пар, йөрәк әрней!
Таһир. Ниндәй ауыр, ғазаплы яҙмыш!
Бөтәһе лә. Шулай, шулай.
Рәмилә. Ә беләһегеҙме, Саруа күленең киңлеге утыҙ һәм оҙонлоғо алтмыш метр ғына булһа ла, тәрәнлеге илле дүрт метрға етә. Көнсығыш ярҙары текә, таулы, киң япраҡлы ҡара ылыҫлы урман менән ҡапланған, көнбайышы – тигеҙ, асыҡ туғай. Күлдең саф һәм таҙа һыуы зәңгәр‑йәшкелт төҫтә. Бында Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Ҡыҙыл китаптарына индерелгән бәрҙе балығы йәшәй.
Илнур. Ысынлапмы? Ҡара һин уны!
Дилә. Күлдең һыуы йыл әйләнәһенә һалҡын, 5 градус ҡына.
Наҙгөл. Саруа күле республикабыҙ етекселеге ҡарары менән 1965 йылдан тәбиғәт һәйкәле тип иғлан ителгән.
Әбей. Һай, аҡыллыларым, эй һоҡланам һеҙгә, бигерәк күпте беләһегеҙ. Афарин!
Әҙилә. Әбей, әбей, беҙгә ямғыр яуҙырыу йолаһын һөйлә әле.
Әбей. Ислам динен ҡабул иткәнгә тиклем башҡорттар мәжүси булған. Ямғыр аллаһы, Ҡояш аллаһы һәм башҡа аллаларға табынған. Ямғыр теләү йолаһы йыл ҡоро килгән саҡтарҙа үткәрелгән. Был йоланы башҡарыр алдынан сабыйҙарҙы имеүҙән ташлатыу, бәрәстәрҙе, быҙауҙарҙы инәһенән айырыу, усаҡ‑мейестәрҙең утын һүндереү, мөрйәләрҙе ябыу мотлаҡ һаналған. Малдарҙы салып, ҡанын ергә һибә‑һибә «ямғыр булып ҡайт» тип һамаҡлағандар.
Дилә. Күҙ алдына килтерһәң, тәндәр зымбырҙап китә. Өлкәндәр намаҙ уҡый, имеүҙән ташлатылған сабыйҙар илай, быҙауҙар, бәрәстәр баҡырыша, эттәр олой, үҫмерҙәр һыу һибешә, малайҙар һыҙғыра. Ошо ғәҙәти булмаған күренеш ямғыр яуҙыра ла инде, үәт.
Әбей. Шулай, балалар, шулай.
Рөстәм. Өләсәйем миңә лә ямғыр саҡырырға өйрәтте:
Ямғыр, яу, яу, яу!
Иген‑бесән үҫһен тау‑тау!
Һыйырҙарға һөт булһын!
Батмандарға май тулһын!
Әбей. Эй, бигерәк тәбиғәт йәнле балалар икәнһегеҙ! Әйҙәгеҙ, булмаһа, күңел асып алайыҡ. Беҙҙең Нуриман районың үҙәге Ҡыҙылъяр ауылы эргәһенән аҡҡан Ҡариҙел йылғаһы тураһында йырлап алайыҡ. Был йырҙы яҡташыбыҙ Ярулла Вәлиев ижад иткән. («Ҡариҙелем, һиндә ҡалам» йыры башҡарыла.)
Әбей. Ә кемегеҙ үҙебеҙсә, нуримандарса бейеп күрһәтә?
Рөстәм. Мин, мин! (Бейей.)
Бөтәһе лә. Афарин!
Әбей. Әйҙәгеҙ, беҙҙең Ишморат ауылы халҡына ғына хас булған күмәк бейеүҙе лә бейеп алайыҡ. (Бейейҙәр.)
Әбей. Ныҡлы алмаш үҫеп килә – ҡыуаныслы шуныһы! Дәртле итеп йырлай ҙа, бейей ҙә беләһегеҙ. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта булып, йылға‑күлдәребеҙҙе, шишмәләребеҙҙе сүп‑сарҙан таҙартҡанһығыҙ. Рәхмәт һеҙгә, балалар.
Бөтәһе лә. Һеҙгә рәхмәт.
Зөлфиә. Йылға‑күлдәрҙе, шишмәләрҙе ҡоротмайыҡ, тирә‑яғын таҙа тотайыҡ, дуҫтарым!
Илнур. Күктәребеҙҙе бөркөттәр иңләп осһон! Улар бит экологик яҡтан таҙа булған урындарҙы ғына төйәк итә.
Дилә. Йәнтөйәгебеҙҙең тәбиғәтен – урман‑далаларын һаҡлайыҡ!
Бөтәһе лә.
Ҡәҙерләйек, таҙартайыҡ, һаҡлайыҡ – был беҙҙең изге бурыс! Киләсәк беҙҙең ҡулда! Шишмә‑күлдәребеҙҙең йәшәү сығанағы икәнен бер ваҡытта ла онотмайыҡ!