Редакция журнала «Башҡортостан уҡытыусыһы» - филиал ГУПРБ Издательский дом «Республика Башкортостан»
» » Рух асылы беҙгә бөгөн кәрәк! (Кәңәш ҡоро)
Рух асылы беҙгә бөгөн кәрәк! (Кәңәш ҡоро)

Р.Ф. НӘБИЕВА,
Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика
гимназия-интернаты тәрбиәсеһе

Ҡор барышы
(Сарала аҡһаҡалдар, ғалимдар, журналистар ҡатнаша.)
Экранда эпиграфтар асыла: Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар (Ш. Бабич); Мин – башҡортмон (Р. Ниғмәти); Миңә рух асылы бөгөн кәрәк! (Ҡ. Аралбай).
1-се алып барыусы. Әссәләмәғәләйкүм! Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар, мөғәллим-мөғәллимәләр, уҡыусылар, уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм ата-әсә­ләр! Бөгөн беҙ һеҙ­ҙе «Рух асылы беҙгә бө­гөн кәрәк!» тигән темаға арналған кәңәш ҡорона саҡырҙыҡ.
(Башҡортостан Республикаһының  гимны яңғырай.)
2- се алып барыусы. Фекер алышырға килгән ҡунаҡтарҙы сәхнә түренә саҡырабыҙ! (Ҡурай моңо аҫтында ҡунаҡтар сәхнәгә күтәрелә.)
Л.Таңатова һүҙҙә­ренә А. Шәмсетдинова башҡарыуында “Башҡорттарым” йырын ҡабыҙыу.
1-се алып барыусы.
Иң мөһиме рух булһын, тип
Кәңәш бирҙегеҙ беҙгә.
Рәхим ит, йорт хужаһы,
Һүҙҙе бирәбеҙ һеҙгә!
– Кәңәш ҡорон асыу өсөн һүҙ гимназия директорына бирелә.
2-се алып барыусы.
Йөрәгеңдә ил ҡотондай – һүнмәһен ут,
Ата-баба аманаты – үлмәһен рух!
Даның оло, Уралтауҙай дәрәжәле,
Аҡ намыҫтан айырыла күрмәһен ул,  
Бар халҡыңдан айырылыу белмәһен ул!
1-се алып барыусы. Нимә ул рух? Әйҙәгеҙ әле, “Башҡорт теленең аңлатмалы һү­ҙлеге”нә мөрәжәғәт итәйек. “Рух” һүҙенең мәғәнәһе нисек аңлатылаикән?
– Ә ҡунаҡтар нисек уйлай? Аҡһаҡалдар фекерен тыңлайыҡ. (Сығыштарҙы тыңлау.)
2-се алып барыусы.
Миңә рух асылы бөгөн кәрәк,
Үҙемә һәм бөлгән халҡыма.
Бөгөн кәрәк!
Сөнки заманаһы
Ҡалайыраҡ алған алҡымдан!
Рух яҙыуын күпме эҙләйем мин,
Таба алмай күпме сер һүтәм.
Ҡул һелтәйем, ҡабат тотонам да
Уй тағатам, тағы юл үтәм.
Мин эҙләйем беҙҙең халыҡ рухын
“Беҙҙең” тиеп яҙа бер халыҡ!
Тарихсылар.
Борон булған, – тиҙәр , –...
– Хәҙер бөтә халыҡ – бер ҡалып...
–Ә һеҙ ниндәй фекерҙәһегеҙ? (Һүҙ тарихсыларға, ғалимдарға бирелә.)
2-се алып барыусы.
Ҡайҙа мәңгеләшкән башҡорт рухы,
Ниндәй һәйкәлдәргә уйылған,
Ниндәй храмдарҙа күтәрелгән,
Ҡайһы китаптарҙа яҙылған?..
–Һүҙ Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайының Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесенә бирелә.
1-се алып барыусы.
Рух яҙыуы әллә – телдәме икән,
Ҡандамы ул,
Әллә йәндәме?
Изге төйәгебеҙ – Уралдамы,
Ҡурай ҡойған моңда – йәмдәме...
2-се алып барыусы.
Урал ғына тауҙың ай битендә,
Үҫә икән ҡырлы бер ҡурай.
Шул ҡурайҙы ҡырҡып уйнаниһәң,
Моңо Урал тауын бер урай.
Мәңге йәшәр ҡурай,
Ул – үлемһеҙ!
Ул башҡорттоң йәшәй аңында,
Ул башҡорттоң йәшәй булмышында,
Ул башҡорттоң йәшәй ҡанында.
(Ҡ. Аралбай,“Йомабай ҡурайы.)
(Ҡурайсылар сығыш яһай.)
1-се алып барыусы. а) Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканын тыңлап үтәйек.
б) Һөйләшеүҙе “Башҡортостан” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре дауам итә.
2-се алып барыусы.
Бейеүеңдә һинең башҡорт рухы,
Ҡанлы, шанлы, данлы үткәне.
Һунарсы ла, һуғышсы ла булып,
«Байыҡ» булып ғүмер иткәне.
1-се алып барыусы.
Көйһөҙөрәк булып китһә йәшәү,
Дәрт-зауыҡтар бер аҙ һайыҡһа,
«Һа-а-а-ай, рәхәт донъя», – тиеп,
Һәр берегеҙ баҫһын “Байыҡ”ҡа.
Бейей, тиеп, бөтә донъя ерле юҡты
Беҙ ҙә төшөп киткән саҡта, туҙан ҡупты.
Ни фәтеүә, бөтә донъя кимәлендә
Онотһаҡ беҙ шул  бейеүҙә миллирухты?
(“Байыҡ” бейеүе башҡарыла.)
– Хөрмәтле ҡунаҡтар, һеҙгә уҡыусылар үҙҙәренең һорауҙарын әҙерләгәйне. Рәхим итегеҙ, балалар.
1-се алып барыусы.
Кинйә, Салауаттар әйҙәгәндә,
Халыҡ дәррәү, берҙәм эйәргән.
Ирек һәм ер мәсьәләһен улар
Уҡ менән хәл иткән эйәрҙә...
2-се алып барыусы.
Салауаттың шанлы исеме бөгөн
Яңғырай берҙәй һәр кем телендә.
Батыр данын хаҡлы дауам итеп
Салауаттар тыуыр еремдә.
Заманалар ауыр булған һайын
Батыр тыуыр башҡорт илендә!
(Ҡурай моңо ағыла.)
1-се алып барыусы.
Рух яҙыуы – тамға ғына түгел,
Ырыуҙың йә яңғыҙ кешенең.
Унда булыр тотош халыҡ рухы,
Уҡыу ғына кәрәк төшөнөп!
Рухыбыҙҙан китә рух яҙыуы,
Тоноҡлана, уңа йылдан-йыл.
Яңыртаһы ине…
Күңелдәргә
Күсерәһе ине юлма-юл!
Гонаһ булыр әйтһәк: олатайҙар
Эҙләгән, тип, урыҫтан ырыҫты.
Мәжбүр булған улар баш һалырға
Үҙҙәрендәй күреп урыҫты.
Һәр нәмәнән “урыҫ еҫе килде”:
Рус урманы, урыҫ яланы,
Ҡайындар ҙа русса йыр йырланы,
Русса беште ҡыҙыл баланы.
Еҫе генә булһа, тағы бер хәл,
Урыҫ рухы һеңгән күңелгә,
Аңға, телгә,
                   бөтә йәшәйешкә...
Ҡотолоуҙар булмаҫ еңелдән!
Шул рух өсөн кәрәк ут йоторға,
Ҡаршы барыр кәрәк яманға.
Инсафлыҡҡа кәрәк инанырға,
Тоғро ҡалыр кәрәк иманға...
– Кәңәш ҡорон ябыу өсөн һүҙ гимназия директорына бирелә.
2-се алып барыусы.
Кәңәшле ҡоробоҙ бөтәгеҙгә лә оҡшағандыр. Һөйләшеү бик фәһемле булды. Ошонда туҡталып ҡалмайыҡ, һөйләшеүҙе киләсәктә лә дауам итәйек!