Редакция журнала «Башҡортостан уҡытыусыһы» - филиал ГУПРБ Издательский дом «Республика Башкортостан»
» » Телгә һөйөү шулай башлана
Телгә һөйөү шулай башлана

21 февралдә Бөтөн донъя халыҡ-ара туған тел көнөн билдәләне. Ул 1999 йылда ЮНЕСКО Генераль конференцияһының XXX сессияһы ҡарары менән булдырылған был көн йыл һайын билдәләнә

Әлшәй районы мәғариф идаралығы ла был көндө ҙурлап «Буранғолов уҡыуҙары»н үткәрҙе.  Сараға әҙерлек алдан башланды. Райондың һәр мәктәбендә Башҡортостандың халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың тормошо һәм ижады, Әлшәй районында эшләгән осорҙа яҙған әҫәрҙәре, уларҙың бөгөнгө көндә әһәмәте тураһында уҡыусыларҙың башҡорт, рус, татар телдәрендәге эҙләнеү-тикшеренеү эштәре яҙылды, драмалары өйрәнелеп сәхнәләштерелде, сәсәнгә бағышланған йәки уға эйәреп  шиғырҙар, ҡобайырҙар ижад ителде.  Мәктәптәрҙә еңеп сыҡҡан уҡыусылар декабрь айында  күрше Миәкә, Дәүләкән районы уҡыусылары менән  бергә район үҙәге Раевкала көс һынашты, ә иң уңышлылары  тип табылғандары 21 февралдә Бөтөн донъя халыҡ-ара туған тел көнөн билдәләгән ҙур сарала сығыш яһаны. Сараның тантаналы  өлөшөндә район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары  З.З. Әхмәтов, мәғариф идаралығы начальнигы А.Т. Солтанғолов, М.Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы директоры А.Т. Вәлиәхмәтов  оло шәхестең башҡорт халҡы яҙмышы тарихына, әҙәбиәте үҫешенә  ҙур өлөш индереүен һәм бөгөн уның хеҙмәттәренең тағы ла ҡиммәтерәк була барыуын  әйтеп үттеләр. Сәсәндең ейәне А.И. Буранғолов олатаһының Раевка мәктәбендә эшләгән йылдары тураһындағы тарихи документтарҙы лицей музейына тапшырҙы. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Г.Ш. Килдеғолова ҡоролтай исемененән сәләмләп, туған телде үҫтереүҙәге уңыштары өсөн уҡытыусыларға, уҡыусыларға маҡтау грамоталарын, Т.З. Бәҙертдинова «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының почет грамотаһын уҡытыусылар Р.З. Ҡотлогилдина, В.Ф. Закирова, Р.З. Фәтхетдиноваларға тапшырҙы.
Ете йүнәлештә эшләгән секцияларҙың һәр ҡайһыһында  үҙенсәлекле сығыштары менән ҡыуандырған уҡыусылар күп булды. Саҡырылған ҡунаҡтар Башҡорт дәүләт университеты профессоры Ф.Т. Күзбәков, Башҡорт дәүләт университетының  Стәрлетамаҡ филиалы профессорҙары Р.Ә. Абуталипова, Н.Н. Бикҡолова, доценттар Г.Ә. Басирова, З.А. Йәғәфәрова уҡыусыларҙың эҙләнеү-тикшеренеү эштәрен ҡараһа, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы С.Ф. Хәкимова драма түңәрәген, Башҡортостандың халыҡ шағиры Г.А. Юнысова шиғриәт һөйөүселәрҙе  баһаланы. Оҫталыҡ класында тәҡдим ителгән ошо төбәккә генә хас аҫалы балаҫ һуғыу, кейеҙ баҫыу, нағышлап сигеү,  балыҡсылыҡ өсөн талдан үрелгән мурҙа, көндәлек тормош кәрәк-яраҡтары, кәрзиндәрҙе  күреү – халыҡ кәсептәренең һаҡланыуы хаҡында һөйләй.
Ҡомартҡыларыбыҙ «Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» эпостарын яҙып алып халыҡҡа ҡайтарыусы Башҡортостандың халыҡ сәсәне, фольклорға нигеҙләнеп пьесалар ижад итеүсе драматург Мөхәмәтша Буранғолов исемен килер быуындар белеп үҫергә тейеш. Шуға был сара һәр бер бала йөрәгендә телгә  һөйөү һәм ғорурлыҡ, тарихҡа ҡыҙыҡһыныу уятҡандыр, тип өмөтләнәбеҙ.
Т.З. БӘҘЕРТДИНОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.