Редакция журнала «Башҡортостан уҡытыусыһы» - филиал ГУПРБ Издательский дом «Республика Башкортостан»
» » Бай тарихлы белем усағы
Ейәнсура районының Байыш мәктәбенә – 100 йыл
Бай тарихлы белем усағы


С.Я. ҒҮМӘРОВ,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы


Ваҡыт уҙа, һис туҡтатып булмай,
Хәтерләтеп Ҡаҫмарт ағышын.
Йөрәгем түрендә – туған мәктәп,
Күңелемдә – гүзәл Байышым.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем үк мин 5 – 6 йәшемдә йә атайыма, йә әсәйемә эйәреп Ураҙ баҙарына бара торғайным. Беҙҙең Сәғит ауылынан өс саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан был ауылды ул ваҡытта Байыш тип түгел, ә Ураҙ тип йөрөттөләр. Бер баҙарҙа йөрөгәндә Ҡасҡынсы йылғаһының икенсе яҡ ярында, ҡалҡыу урында төп-төҙ ҡарағай бүрәнәләрҙән төҙөлгән матур, ҙур бинаға иғтибар итеп: «Атай, анау ниндәй йорт ул, бигерәк матурлап төҙөгәндәр?» – тип һораным. Ул: «Байыш ете йыллыҡ мәктәбе бинаһы. Унда тик яҡшы уҡығандарҙы ғына ҡабул итәләр. Сәғит башланғыс мәктәбен һәйбәт тамамлаһаң, ошонда уҡырға килерһең», – тип миңә яҡшы уҡыу бурысын йөкмәтеп ҡуйҙы. Ысынлап та, 5-се кластан башлап ошо мәктәптә уҡыу бәхете тейҙе, хатта тарихи ваҡиғаға ла дусар булдым. 1945 йылдың 9 майында, йоҡо алмағас, иртүк торҙом да мәктәпкә киттем. Унда мине башҡорт теле уҡытыусыһы ҡаршы алып: «Сәлимйән, бөгөн мәктәп эшләмәй, Еңеү байрамы тип иғлан ителде», – тине. Мин ялан аяҡ, табандарым ергә теймәй ауылыма йүгерҙем, туп-тура колхоз идараһына барып инеп: «Һөйөнсө, бөгөн Еңеү көнө!» – тип ҡысҡырып та ебәрҙем. Унда колхоз рәйесе, ике бригадир, тағы бер нисә кеше ултыра ине. Улар аптырап миңә төбәлде, күрәһең, бала кешегә ышанып та бөтмәгәндәрҙер. Минән һуң ингән оло ғына ағай шул уҡ һүҙҙәрҙе ҡабатланы. Колхоз рәйесе бригадаға ике һимеҙ һыйыр һуйып, халыҡҡа байрам ойошторорға бойороҡ бирҙе, балаларҙы ла онотмаҫҡа ҡушты.
Мәктәптә төрлө ауылдан йыйылған балалар белем ала ине, күптәр ас-яланғас, аяҡтарҙа – сабата. Һуғыш һәр баланың тормошона аяуһыҙ йоғонто яһамай ҡалманы. Күптәр, атаһы йәки ағаһы яу яланында һәләк булып, ҙур ҡайғыға дусар ине. Нисек кенә булмаһын, уҡыуға, белем алыуға ынтылыш көслө булды. Мәғарифҡа йөрәктәре менән бирелгән уҡытыусыларыбыҙ беҙҙе оло тормошҡа әҙерләүҙә күп көс түкте. Ул ваҡыттағы директорыбыҙ Исмәғил ағай Ғөбәйҙуллин һуңынан күп йылдар Башҡортостан мәғариф министры урынбаҫары булып эшләне. Уҡытыусыларыбыҙ, һуғыштан ауыр йәрәхәт алып ҡайтҡан Абдулла ағай Ғөбәйҙуллин, Нәһриә, Галина, Ниса, Зада апайҙар бөгөн дә минең күңелемдә һаҡлана, сикһеҙ рәхмәтлемен уларға.
1953 йылда Абзан урта мәктәбен тамамлағас, туған мәктәбемдә, ғүмеремдә беренсе тапҡыр класс журналын ҡулыма тотоп, уҡытыусы дәрәжәһендә уҡыусылар алдына баҫтым. Был йылда мәктәп тулы хоҡуҡлы урта мәктәп булып эшләй башланы, кадрҙар менән нығытылды. Республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан йәш уҡытыусылар килеп, педагогик коллективҡа йәм өҫтәп ебәрҙеләр. Ғәфифә Ҡорбанова, Тәнзилә Зөлҡәрнәева, Зәкирә Галина, Фәнисә Рафиҡова, Фира Әминева, Фәниә Абдрахманова, Петр Ильин, Евдокия Сахарова, Ильяс Кәбиров, Булат Аҡманов, Кәлимулла Дауытов һәм башҡалар үҙҙәренең тормошон балаларға төплө белем һәм матур тәрбиә биреүгә йүнәлттеләр, мәғарифҡа көс-ҡеүәттәрен йәлләмәнеләр. Шуныһы һоҡландырҙы: ҡайһы бер уҡыусылар уҡытыусыларынан бер йәшкә генә кесе булыуына ҡарамаҫтан, уларға оло ихтирам менән ҡаранылар, һис тартынмай ярҙам, кәңәш һорап мөрәжәғәт иттеләр. Йәш уҡытыусыларҙан Абдулла Ғөбәйҙуллин, Абдулла Дәүләтшиндар йәштәрҙең остаздарына, ярҙамсыларына әүерелде.

Байыш мәктәбе уҡытыусылар коллективы. 1953 йыл

Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағас, һис икеләнмәй ҡатыным Фәнисә менән Байыш мәктәбенә эшкә юлландыҡ. Башта уҡытыу эштәре мөдире, һуңынан өс йыл директор булып эшләнем. Балалар һаны – 400-ҙән ашыу, мәктәптә бүлмәләр етмәй. Колхоз рәйесе Шакир менән килешеп, колхоз клубын күсереп, ике класс яһап ҡуйҙыҡ. Мәктәп яны интернатында йәшәгән балалар өсөн мунса төҙөнөк, мәктәпкә һәм уҡытыусылар өсөн бер мең кубометр утын әҙерләп, мәктәп янына ташыта инек. Өфөнән мотобысҡы ла алып ҡайттым. Ошо осорҙа уҡыусылар өсөн ҙур урта мәктәп бинаһы төҙөүҙе үҙемә маҡсат итеп ҡуйҙым. Бер Өфөгә килгәндә министр урынбаҫары Исмәғил Ғөбәйҙуллинға инеп, хәлде аңлатып бирҙем. Ул ниәтемде хупланы, һәм икәүләп мәғариф министры Фатима Мостафинаның бүлмәһенә индек. Ул беҙҙән ауыл хәлдәрен, мәктәп тормошон һорашты ла: «Йә, бушҡа ғына, мине күрер өсөн килмәгәнһегеҙҙер, ниндәй йомоштар ташланы?» – тип көлөмһөрәп миңә ҡараны. Кешенең йомошон, моң-зарын үтә күргән бөйөк шәхес ине ул. Аңлатып биргәс, мәсьәләне шунда уҡ хәл итте. Үҙенең урынбаҫары Владимир Дерягинды саҡырып алып: «Ейәнсура районының Байыш мәктәбенә ярҙам итергә кәрәк. Мин аҡса бүләм, әммә төп йөк директорға төшөргә тейеш, йәш кеше күберәк йөрөһөн. «Күмертаустрой»  тресы менән хәл итегеҙ», – тине, һәм килешеү төҙөп, ҡултамғалар, мисәт менән нығытып ҡуйҙыҡ. Беҙҙең тарафтарҙа иң күркәм, ҙур, кирбестән һалынған ике ҡатлы мәктәп төҙөлөрөн күптәр күҙ алдына килтерә ине. Шуға күрә халыҡ та, колхоз да, ауыл советы ла ярҙам итергә тырышты. Мәктәпкә нигеҙ һалынып, төҙөлөш башланған тап ошо ваҡытта миңә Өфөгә эшкә күсергә тура килде. Партия райкомынан, район Советынан үҙемдең урынға мәғарифҡа тоғро, эште һөйгән һәм уңған ике туған ағайым Ғәббәс Ғүмәровты тәғәйенләүҙәрен һораным. Шулай итеп, төҙөлөштө Ғәббәс Ғәфүрйән улы дауам итте: тирә-яҡҡа нур бөркөп, кирбестән төҙөлгән ике ҡатлы Байыш урта мәктәбе бинаһы ҡалҡты. Ул ғына ла түгел, янында ике ҡатлы интернат бинаһы ла урын алды. Ошо мәктәптә Ғәббәс Ғүмәров 15 йылдан ашыу директор булып эшләне, мәктәптең матди базаһын нығытыуға, уҡыусыларға уҡыу һәм йәшәү шарттары булдырыуға ғәйәт ҙур көс һалды. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ директор бөгөн хаҡлы ялда, улы һәм ҡыҙы ошо уҡ мәктәптә эшләйҙәр.
Педагогик коллективҡа күп йылдар инде Хәмит Назаров уңышлы етәкселек итә. Балаларҙың, халыҡтың ихтирамын яулаған директор Байыш мәктәбенең абруйын артабан да күтәреү, уны көслө белем усағы һәм алдынғы тәрбиә үҙәге итеү буйынса ҙур эштәр алып бара.

Байыш мәктәбе уҡытыусылар коллективы. 2017 йыл

1917 йылда Харис Уразов тарафынан нигеҙ һалынған Байыш мәктәбе быйыл үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо ваҡыт эсендә ул тиҫтәләгән билдәле шәхестәрҙе, фән докторҙарын һәм кандидаттарын әҙерләне. Улар, төрлө өлкәләрҙә хеҙмәт итеп, республиканың иҡтисади һәм сәйәси үҫешенә тос өлөш индерҙеләр. Күп уҡытыусылар, табиптар, ауыл хужалығы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, хеҙмәт алдынғылары ошо мәктәптә белем һәм тәрбиә алыуҙары менән ғорурлана. Байыш мәктәбе – ифрат бай тарихлы белем усағы, уның тураһында бер нисә китап яҙырға мөмкин.
Мин «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында 34 йыл баш мөхәррир булып эшләнем. Тормош һабаҡтары биргән, эш серҙәренә төшөндөргән, тәжрибәләре менән уртаҡлашҡан уҡытыусыларыма, коллегаларыма мәңге рәхмәтле булып ҡалам. Педагогик оҫталыҡҡа ошо мәктәптә күп йылдар эшләп, беҙҙең яҡтарҙа беренселәрҙән булып Ленин орденына лайыҡ булған, абруйлы уҡытыусыбыҙ Ибраһим Исхаҡовтан, яратҡан уҡытыусыларымдан, хөрмәтле коллегаларымдан өйрәндем, тип ышаныс менән әйтә алам.
Байыш мәктәбендә уҡыу һәм уҡытыу ғүмеремдең мәңге онотолмаҫ мәле булып йөрәгемдә ҡәҙерләп һаҡлана. Ошо юбилей айҡанлы педагогик коллективты, уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе ысын күңелдән ҡотлайым, ныҡлы һаулыҡ, һөнәри уңыштар теләйем!