Редакция журнала «Башҡортостан уҡытыусыһы» - филиал ГУПРБ Издательский дом «Республика Башкортостан»
» » Яугир уҡытыусы иҫтәлегенә
Яугир уҡытыусы иҫтәлегенә


Абдулла Сәйфулла улы 1944 йылда Маҡар урта мәктәбен тамамлай һәм шул уҡ йылдың октябрь айында, 17 йәшендә, хәрби хеҙмәткә алына. Тәүҙә Дәүләкән ҡалаһындағы Хәрби-һауа көстәре разведчиктарын әҙерләү, унан һуң Орск, Ырымбур хәрби училищеларында ҡыҫҡа курс­тарҙа белем ала. Беренсе һынауын ул япон милитаристарына ҡаршы һу­ғыш­та хәрби-һауа көстәре составында үтә. Унан һуң егетте Алыҫ Көнсығыш фронтына оҙаталар. Бында ул 5-се авиация полкының 1-се эскадрилья составында Ҡытай һәм Төньяҡ Кореяны азат итеүҙә ҡатнаша. Харбин, Мукден, Пусан, Порт-Артур, Дайрен ҡалалары өсөн барған ҡаты һуғыштарҙы ул Ил-2 штурмовигында уҡсы-радист сифатында үтә. Япон милитаристарын тар-мар итеүҙә күрһәткән батырлыҡтары өсөн Абдуллин Абдуллаға Советтар Союзы Юғары командованиеһы генералиссимусы И.В. Сталин исеменән Рәхмәт белдерелә.
Билдәле булыуынса, Корея һуғышында ҡатнашыу осоронда (1950 – 1953 йй.) Совет дәүләте Ҡытайҙың төньяҡ-көнсығыш районда­рына иң көслө авиади­ви­зияларын ебәрә. Был дивизиялар составына иң яҡшы летчиктарҙы һәм уҡсы-радистарҙы һайлап алалар. Улар Ҡы­тай һәм Төньяҡ Корея территорияһын бер туҡтауһыҙ бомбаға тотоусы Америка авиа­цияһын тар-мар итергә тейеш була. 1950 йылдың октябрь айында Кореяға «ҡытай доброволецтары»н ярҙамға ебәрәләр. Улар араһында Абдулла Абдуллин да була.
“Ер шарының 50-се квадратында мин был юлы 1950 йылдан 1952 йылға тиклем булдым. Шулай итеп, Төньяҡ Кореяны азат итеүҙә ике тапҡыр ҡатнаштым”, – тип һөйләй яугир. Уға билдәле летчик- истребитель, өс тапҡыр Советтар Союзы Геройы И.Н. Кожедуб етәкселегендә осоштар яһарға насип була. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Корея хөкүмәтенең Рәхмәт хаты тапшырыла.
Һигеҙ йыл ярым хеҙмәт иткәндән һуң, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡас, Абдулла Сәйфулла улы Иҫәкәй, Маҡар мәктәптәрендә уҡытыусы, директор булып эшләй. Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтын, Ырымбур педагогия институтының тарих факультетын тамамлай. Маҡар урта мәктәбенең әлеге ике ҡатлы кирбес бинаһын һалдырыу тап уның тырышлығында бойомға ашырыла. Мәктәп музейын асыуҙы, яугир ауылдаштарының яҡты иҫтәлегенә ауыл мәҙәниәт йорто янында һәйкәл төҙөтөүҙе лә ул башлап ебәрә.
1968 йылда Абдулла Абдуллин Уҡытыусыларҙың I Бөтөн союз съезына Ишембай районынан берҙән-бер делегат итеп һайлана. Тантаналы сараларҙан һуң ойошторолған киске аш мәлендә һәр республиканан бер уҡытыусы сығыш яһарға тейеш була. Башҡортостан делегацияһы исеменән телмәр тотоуҙы Абдулла Сәйфулла улына ышанып тапшыралар: илебеҙҙең төрлө тарафтарынан йыйылған алдынғы уҡытыусылар алдында ул башҡорт милли музыка ҡоралы ҡурайҙың аһәңле моңон яңғырата һәм “Райхан” йырын башҡара.
Ғаиләһенән дә уңа яугир уҡытыусы. Ҡатыны менән бергә 60 йыл ғүмер кисереп, аҡыллы, эш һөйөүсән, намыҫлы 5 бала тәрбиәләйҙәр, 9 ейән-ейәнсәргә, 4 бүлә-бүләсәргә ҡәҙерле олатай-өләсәй булалар.
Яу яланында күрһәткән батырлыҡтары, мәғариф өлкәһендә яуланған үрҙәре өсөн бихисап миҙалдар, маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған Абдулла Абдуллинды хәтерләргә күптәр сәхнәгә кү­тәрелде. Улар араһында Ишембай ҡалаһында уҡытыусыларға арналған музей етәксеһе вазифаһын башҡарып, хәҙерге көндә хаҡлы ялға сыҡҡан Ф.М. Аҡҡолова, район һәм ҡала мәғариф бүлеге методисы Ә.М. Яҡупова, Маҡар урта мәктәбенең элекке директоры Х.И. Фәт­ҡуллин, мәктәптең әлеге етәксеһе Г.Р. Хис­мәтуллина, ҡатыны, ветеран-уҡытыу­сы Т.М. Абдуллиналар бар ине.
Сығыш яһаусылар абруйлы уҙамандың яҙмышы ил, халыҡ яҙмышы менән тығыҙ үрелеп барыуын һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. Үҙенә лә, башҡаларға ҡарата ла талапсан, оҫта етәксе Абдулла Сәйфулла улы көндөҙөн мәктәптә йәш быуынға төплө белем бирһә, кистәрен ауыл клубында милли уйындар, спектаклдәр ойоштора, үҙе үк төп ролдәрҙә уйнап йөрөй. Оло быуын ауылдаштары әле лә уның, ролгә инеп китеп, “Ғәлиәбаныу” спектаклендә гармунын күтәргән килеш клуб тәҙрәһенән йырлап килеп кергәнен айырым бер йылылыҡ менән иҫкә алалар.
Ҡурайсылар республика конкурсында уңышлы сығыш яһай Абдулла Абдуллин, Башҡортостан телевидениеһы фондында яҙмалары әле лә һаҡлана. Һуғышта саҡта ла, тыуған яғын, әсәһен, туғандарын һағыныуға түҙә алмай, йәш егет самолеттан алюмин торба киҫеп алып, тишектәр уйып, ял ваҡыттарында фронтташтарына йыш ҡына ҡурайҙа уйнай. Оҫта гармунсы булды, башҡорт халыҡ йырҙарын, айырыуса “Райхан”ды матур йырланы, тип хәтерләне яҡындары. Кисә барышында был йырҙы яугир мөғәллимдең улы Замир йырлап ишеттерҙе.
Тантана аҙағында, Абдулла Абдуллиндың сәхнә тултырып баҫып тороусы балаларын, ейәндәрен, туғандарын, яҡындарын сәләмләп, Маҡар ауылы хакимиәте башлығы Ә.Ю. Әлмөхәмәтов юбилярҙың тотош район, республика кимәлендәге абруйын юғары баһаланы.
Йәш быуынды тәрбиәләүҙә ифрат ҙур әһәмиәткә эйә был сара Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Солтанова етәкселендәге хор коллективының матур сығыштары менән үрелеп барҙы.
“Беҙ күргәнде башҡалар күрмәһен, күк йөҙө һәр саҡ аяҙ булһын, тип ҡабатларға ярата ине атайыбыҙ”, – тиҙәр балалары. Ысынлап та, Абдулла Абдуллин кеүектәр үҙҙәренең ғүмерен тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп, йәш быуынға аң-белем биреүгә, халҡына фиҙаҡәр хеҙмәт итеүгә бағышланы.
Г.Р. АБДУЛЛИНА,
БДУ-ның шәрҡиәт һәм башҡорт тел ғилеме кафедраһы мөдире,
профессор