Редакция журнала «Башҡортостан уҡытыусыһы» - филиал ГУПРБ Издательский дом «Республика Башкортостан»
» » Абҙаҡтың ғорур ҡыйғыры
Педагогик хеҙмәт ветерандары
Абҙаҡтың ғорур ҡыйғыры

Уҙған быуаттың 90-сы йылдар башында Башҡортостан Халыҡ мәғарифы министрлығының Совет майҙанындағы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре менән өйҙәш хакимиәт бинаһының 4-се ҡатына килһәң, мотлаҡ мөһабәт буй-һынлы, ҡыйғыр бөркөттәргә хас тура ҡарашлы, шул уҡ ваҡытта донъяның барлыҡ мәшәҡәттәрен үҙ иңдәрендә зарланмай һөйрәгән ир-уҙаманды осратыр инек. Беҙгә, республикабыҙҙың гимназия-интернаттарының йәш директорҙарына, «ғорур ҡыйғыр», ысынлап та, буй етмәҫ бейеклектә ҡанат ҡаға ине. Олуғ шәхестең бөйөклөгөн аҡылыбыҙ менән үлсәп, шундай һығымта яһайбыҙ: бының өсөн үҙ өлкәңдә аяуһыҙ эшләп, хәтһеҙ үрҙәр яулап, арымай-талмай туған мәғарифыңа, үҙ коллективыңа хеҙмәт итеү кәрәккәндер, һәм шул сағында ғәзиз халҡың, изге Ватаның һине үҙ улы итеп таныр, хөрмәт күрһәтер.

«Ғорур ҡыйғыр» тигәнебеҙ – Белорет районының тауҙар ҡосағында ятҡан, ифрат йәмле, бөгөн үҙенең тау саңғы трассаһы менән донъяға танылған Абҙаҡ ауылында 1937 йылдың 7 апрелендә донъяға килгән Рәфҡәт Фәтҡулла улы Ишҡыуатов. БАССР мәктәптәренең һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, талантлы педагог һәм оҫта етәксе Р.Ф. Ишҡыуатов ишле ғаиләлә тәрбиәләнә. Атаһы Фәтҡулла Лотфулла улы – Әбйәлил, Белорет райондарын-да эшләгән билдәле финансист, райпо, һуңынан урман хужалығы хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла ошо яуаплы вазифаны башҡарыусы. Киң күңелле уҙаман үҙенең ишле ғаиләһе янына ҡустыһы Әхмәтте лә һыйҙыра, тәрбиәләй. Уны киләсәктә атаҡлы рәссам, СССР Художество академияһы академигы Әхмәт Фәтҡулла улы Лотфуллин булып китер, тип кем уйлаған?! Талантлы егеттең үҫеп килгән туғандары Сәйҙә, Әшрәф, Вил, Батыр һәм төпсөктәре Рәфҡәтҡә йоғонтоһо булмай ҡалмағандыр. Улар барыһы ла белем алып, республикабыҙҙа танылған шәхестәргә әүерелә. Мәҫәлән, Вил – физ-культура техникумын, Батыр Герцен исемендәге Ленинград педагогия инситу-тын тамамлап, тарих уҡытыусылары булып китәләр. Хеҙмәт уҙаманы Рәфҡәт Фәтҡулла улы бала сағын былай тип иҫкә ала:
– Иркәрәк булдым. Шуға, абайламай, ҡайнап торған эркет ҡаҙанына ки-леп сумғанмын. Атайым, юрғанға төрөп, һыбай килеш Белорет дауаханаһына алып барып ҡотҡарып ҡалған. Үҫмер сағымда «эркет Рәфҡәт» ҡушаматын йөрөттөм. Һуғыш йылдарының ауырлығын һис оноторлоҡ түгел...
Р.Ф. Ишҡыуатов 1963 – 1968 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетында уҡый. Уҡыу алдынғыһы спортта һәм үҙешмәкәр сәнғәттә таныла. Саңғы һәм еңел атлетика буйынса университетта беренселәр иҫәбендә була. Ә иң яратҡаны – уҡыу йорто хорын-да йырлау. Тәбиғәт, Ҡулсағазы йылғаһы, Бикембәт, Ҡырҡты тауҙары, ысын-лап та, егеттән тауышты, матурлыҡты, көс-ҡеүәтте йәлләмәгән. Ҡалала, офи-цер ғаиләһендә тыуып үҫкән, дворян Тереғоловтар нәҫеле ҡыҙы Светлана Мусина «ғорур ҡыйғыр»ға иғтибар итмәй ҡалмай. Үҙе лә, математика факуль-теты студенты, шул уҡ хорҙың солисткаһы!
Елдәй елеп уҙған шаулы студент йылдары артта ҡала. Светлана Әхмәт ҡыҙы –баш ҡаланың 83-сө мәктәбенә, ә Рәфҡәт Фәтҡулла улы тыуған ауылы-на, Абҙаҡ урта мәктәбенә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп йүнәлтелә. Бер йылдан эш мәшәҡәте менән Өфөгә килһә, ҡала троллейбусында Светла-на Әхмәт ҡыҙын тап итә, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй, бер-береһен бүлдереп, студент йылдарын хәтерләйҙәр, дуҫтарҙы барлайҙар. Ә троллейбустан төшкәндә ауыл уҡытыусыһы Светлана Мусинаның ҡулдарын ҡыҫып тотҡан була. Бына ярты быуаттан ашыу шул наҙлы ҡулдарҙы ысҡындырғаны юҡ Ишҡыуатовтың. Бәхетле пар Рауил һәм Гүзәлде тәрбиәләп үҫтереп, юғары белем бирә, кеше итә.
– Мәктәбебеҙгә халыҡ мәғарифы министры Фатима Мостафина килде. Мәғариф бүлеге етәксеһе минең менән таныштырҙы, маҡтау һүҙҙәрен әйтте, министр үҙ сиратында эштәрем, пландарым менән ҡыҙыҡһынды. Бер аҙҙан мине министрлыҡҡа туған телдәр буйынса инспектор вазифаһына саҡырыу-фарман килде, – тип хәтерләй танылған педагог.
Уҙамандың асыҡ хәтере шуны ла һаҡлай: 1969 йылда Фатима Хәмит ҡыҙы Р.Ф. Ишҡыуатовҡа яуаплы эш йөкмәтә, Башҡортостандан 30 сығарылыш уҡыусыһын Герцен исемендәге педагогия институтына алып барырға, имтихандар тапшырып, конкурсһыҙ уҡырға урынлаштырырға. «Ректорға әйт, башҡорттар Ленинград ҡалаһына күп ярҙам күрһәтте, хәҙер улар изгелек ҡылһын», – ти министр. Йөкмәтелгән бурысты йәш инспектор ҙур яуаплылыҡ менән үтәп ҡайта.
Эшен бирелеп башҡара Р.Ф. Ишҡыуатов, туған тел һәм әҙәбиәтте уҡытыуҙың сифатын күтәреүҙе, үҙенә беркетелгән райондарҙың эшмәкәрлеген күҙ уңынан ысҡындырмай. Тырыш хеҙмәткәрҙең үҙен дә, эшен дә күрәләр. КПСС-тың өлкә комитеты, халыҡ мәғарифы министры урынбаҫары И.И. Ғөбәйҙуллин тәҡдиме менән, профсоюздарҙың Башҡортостан өлкә комитетына секретарь, бер аҙҙан КПСС-тың Ленин рай-комына идеология һәм агитация бүлеге мөдире, Башҡортостан телевидениеһы һәм радиокомитетына баш мөхәрир итеп үрләтелә.
1986 йылда Р.Ф. Ишҡыуатов Өфө ҡалаһының 1-се педагогия училищеһы директоры итеп тәғәйенләнә, 18 йыл буйы ул ошо изге эште ҙур яуаплылыҡ тойоп, бар оҫталығын, ойоштороу һәләтен һалып башҡара. Ул ҡабул итеп алғанда уҡыу йортоноң материаль-техник базаһы бик түбән, уҡытыусыларҙың һөнәри кимәле самалы, белем биреү сифаты аҡһаған була. 1994 йылда ул Өфө 1-се педагогия колледжы статусын ала, ә 2015 йылда күп профилле про-фессиональ колледж кимәленә күтәрелә. Уҡыу йорто тарихында 1986 – 2004 йылдарҙа директор булып эшләгән Рәфҡәт Фәтҡулла улы Ишҡыуатов баһалап бөткөһөҙ роль уйнай. Мәғариф министрлығының педагогия училище-лары бүлеген оҙаҡ йылдар етәкләгән, РСФСР мәғариф алдынғыһы Фәниә Ҡазыхановна Әсәҙуллина былай тип һөйләй:
– Рәфҡәт Фәтҡулла улы ең һыҙғанып эшләне. Уҡыу йортоноң өс ҡатлы яңы бинаһын һалыуға өлгәште, быға тиклем класс бүлмәләре хатта подвалда ла бар ине. Тәүге осорҙа уҡ 12 класс бүлмәһе, тамаша залы, ашхана булдырҙы. Училище уҡыу йортона ҡуйылған барлыҡ талаптарға ла яуап бирҙе. Ә директоры республиканың иң алдынғы мәғариф етәксеһе булып үҫте.
Һис шикһеҙ, был үрҙәргә күтәрелеү өсөн иң беренсе үҙеңдә оло яуаплылыҡ тойғоһо, коллегаларыңа тәрән хөрмәт һәм ышаныс кәрәк. Һәр йәһәттән үҙеңә өлгө булыу шарт. Спортты яратыу, йырлау, скрипка, мандолиналарҙа оҫта уйнау һәләте, тәбиғәттән бирелгән матур сифаттар – барыһы ла лидерлыҡҡа хеҙмәт итә. Оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә Р.Ф. Ишҡыуатов оло Ватаныбыҙҙа танылыу яулай. Ул СССР һәм Рәсәй педа-гогия училищелары директорҙары Советының иң әүҙем ағзаһы була. Бик күп ҡалаларҙа үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша, Башҡортостан мәғарифы данын намыҫ менән һаҡлай. Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы исемен юҡҡа бирмәйҙәр. Алдынғы математика уҡытыусыһы Светлана Әхмәт ҡыҙы ла – РСФСР мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
– Ишҡыуатовтарҙы республикабыҙ педагогик йәмәғәтселеге яҡшы белә. Мәҫәлән, Рәфҡәт Фәтҡулла улы менән ике тиҫтәгә яҡын йыл бергә эшләү на-сип булды. Беҙ һәр ваҡыт уға таяндыҡ. Училищела коррекцион педагогика, башланғыс кластар уҡытыусыларын әҙерләү кеүек бүлектәр асылыу уның исеме менән бәйле. Мәскәүҙә һәм Өфөлә үткән уҡытыусылар съездарында актив ҡатнашты. Рәфҡәт Фәтҡулла улы һәм уның коллегалары Юрий Бурла-ков, Хөснөтдин Хәмитов, Станислав Плохов училищеның данын күтәрҙе. Хәҙер колледжға әйләнгән уҡыу йорттары уларҙың традицияһын уңышлы дау-ам итә, – тип һөйләй Башҡортостан мәғариф министры урынбаҫары булып эшләгән, бөгөн министрлыҡтың ветерандар советы президиумы рәйесе М.Б. Юлмөхәмәтов.

Рәфҡәт Фәтҡулла улы Ишҡыуатов тормош иптәше Светлана Әхмәт ҡыҙы менән
Рәфҡәт Фәтҡулла улы Ишҡыуатов тормош иптәше Светлана Әхмәт ҡыҙы менән

Ветерандар бөгөн дә сафта. Ғүмер үрҙәрен яулау Елмерҙәк, Бикембәт тауҙарына артылыуҙан, моғайын, кәм түгелдер. «Ҡыйғыр бөркөт» һәм гүзәл ханым Светлана Әхмәт ҡыҙы үҙ үрҙәренән ҡәнәғәт булып, бик күп ейән-ейәнсәрҙәренең шатлығына ҡыуанып йәшәй. Педагогик хеҙмәт ветерандары рух ныҡлығы, тән-йән сәләмәтлеге менән йәшәргә ынтыла. Уҙған йыл Рәфҡәт Фәтҡулла улы ҡаты сырхаулап киткәс, уның янына хәл белергә барҙым. Байтаҡ һөйләшеп, үткәндәрҙе хәтерләп ултырҙыҡ. Светлана Әхмәт ҡыҙының йәмәғәтенең һаулығы өсөн барыһын да бирергә әҙер тороуын күреп һоҡландым. Ағайыбыҙ бер генә минутҡа ла наҙлы ҡулдарҙы ысҡындырманы. Шул йылы ҡулдар ҡаты ауырыуҙы еңергә ярҙам иткәндер ҙә әле! Шөкөр, ветерандарыбыҙ бөгөн 80 йәштәрен һау-сәләмәт ҡаршылай. Светлана Әхмәт ҡыҙының юбилейы ошо йылдың 27 июлендә буласаҡ. Беҙ бирешмәйбеҙ, тиҙәр бәхетле пар. Ни эшләп төшөнкөлөккә бирелергә, ти?! Донъялары теүәл, дуҫтары, коллегалары онотмай, балалары өҙөлөп тора. Етмәһә, скандинавтарҙың спорт төрө – саңғы таяҡтарына таянып, бергә-бергә көн дә хәтһеҙ ара үтәләр. Әйҙә, хыялдарығыҙ менән Ҡырҡты түбәләренең иң бейек үрҙәренә артылығыҙ, ҡәҙерле ветерандар! Абҙаҡтың ҡыйғыр бөркөттәре шун-дай түбәләрҙе генә үҙ итә!

Ф.Б. САНЪЯРОВ,
Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты доценты,
БР Мәғариф министрлығының ветерандар советы президиумы ағзаһы