Редакция журнала «Башҡортостан уҡытыусыһы» - филиал ГУПРБ Издательский дом «Республика Башкортостан»
» » Халҡыбыҙҙың бөйөк улы
(С.Р. Әлибаев – Башҡортостан мәғрифәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе)
Халҡыбыҙҙың бөйөк улы

Сәғит Рәхмәтулла улы Әлибаевтың исеме µлкән быуын уҡытыусыларына, мәғариф, фән һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә яҡшы таныш. Күптәр уны Бµйµк Ватан һуғышынан алдағы һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа республиканың мәғариф министры, Башҡорт кавалерияһы дивизияһы составында полководец Таһир Күсимов етәкселегендәге полк комиссары, бәғзеләр «Кµндәлек биттәренән» исемендәге китаптың авторы булараҡ беләләр. Педагогия фәне, Башҡортостан тарихы µлкәһендә эшләүселәр уны күренекле фән эшмәкәре, бик күп ғилми хеҙмәттәр авторы итеп таный.
Башҡортостан мәғрифәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Сәғит Рәхмәтулла улы Әлибаев 1903 йылда Башҡортостан менән Ырымбур µлкәһе сигендә урынлашҡан хәҙерге Кµйµргәҙе районының Яманһары ауылында, ишле ғаиләлә тыуған. Белемгә булған ынтылыш уны 1920 йылдың яҙында әле яңы асылған µс йыллыҡ Сәйетҡол педагогик курстарына алып килә. (Ул ваҡытта Сәйетҡол педагогик курстары Яманһарынан алыҫ булмаған хәҙерге Ырымбур µлкәһе Туғыҙтимер ауылына күсерелгән була.) Ләкин уға бында оҙаҡ уҡырға тура килмәй. 1921 йылғы аслыҡтың шауҡымы курста уҡыусыларға ла ҡағыла. Уларға аслыҡтан интеккән етем бала сағаны башҡа губерналарға оҙатыу, кейем һалым әҙерләү эше йµкмәтелә.
1921 йылда С.Р. Әлибаев Ырымбурҙа яңы асылған Карауанһарайҙа урынлашҡан Башҡорт педагогия техникумына уҡырға инә. Был техникум ул ваҡытта республиканың кµньяғында милли кадрҙар әҙерләүсе берҙән бер уҡыу йорто булһа, артабан ул башҡорт интеллигенцияһын әҙерләүсе тµп уҡыу йортона әйләнә. «Беҙ Карауанһарайға килгәндә граждандар һуғышынан ҡайтҡан, µҫтәренә атлы ғәскәр шинелдәре кейеп, билдәге ҡайыштарына ҡылыс, наган таҡҡан башҡорт егеттәре лә байтаҡ ине. Башҡорт халҡының үткәненә бысраҡ яғып, тарихтан һабаҡ биреүсе мµғәллимдәр, ҡораллы студенттар күренеү менән, дәресте шунда уҡ икенсе тµрлµ ыңғай яҡҡа – башҡортто маҡтауға бороп ебәрерҙәр ине», – тип иҫкә ала был осорҙо С.Р. Әлибаев.
1926 йылда йәш мµғәллимде Таналыҡ Баймаҡ волосының Беренсе Этҡол терәк мәктәбенә эшкә тәғәйенләйҙәр һәм оҙаҡламай директор итеп ҡуялар, ә мәктәпте икенсе баҫҡысҡа күтәреп, Баймаҡҡа күсерәләр. 1929 йылда, Үҫәргән кантоны Мµхәмәтйәр икенсе баҫҡыс мәктәбендә директор булып эшләп йµрµгәндә, уны Мәскәүгә Н.К. Крупская исемендәге Коммунистик академияға уҡырға ебәрәләр. Каникул ваҡыттарында, Мәскәү студент бригадалары ағзаһы булараҡ, илдең тµрлµ тµбәктәренә, шул иҫәптән тыуған Башҡортостанына (Дәүләкән районына) наҙанлыҡты бµтµрµү буйынса эшкә ебәрелә, шулай уҡ Мәскәү ҡалаһы райондарына эшсе йәштәр мәктәптәренә эшкә йәлеп ителә.
Академияны тамамлағандан һуң, КПСС тың Башҡортостан µлкә комитеты С.Р. Әлибаевты «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзитенең мәҙәниәт бүлеге мµдире итеп тәғәйенләй, шул уҡ ваҡытта ул аҙ белемле кешеләр µсµн сығарыла торған «Ударсы» гәзитенең мµхәррире вазифаһын үтәй, күптән түгел генә асылған ауыл хужалығы институтында марксизм ленинизм буйынса ла уҡыта. Кадрҙар етешмәү сәбәпле, ул ваҡытта бер кешенең ике µс урында эшләүе тәбиғи була.
1932 йылдың декабрь аҙағында Сәғит Әлибаев Карауанһарайҙағы башҡорт педагогия техникумы директоры итеп тәғәйенләнә. Ырымбурҙа эшләү осоронда директор ҙур тормош мәктәбе үтә. Бында ул етәксе булараҡ бай тәжрибә туплай, Башҡортостан милли ижади интеллигенцияһының йәш быуыны менән әүҙем аралаша. Был уҡыу йортоноң абруйын күтәреү, башҡорт мәктәптәре µсµн тµплµ әҙерлекле педагогик кадрҙар әҙерләү, Карауанһарайҙы халыҡ милке итеп ҡалдырыу мәсьәләһендә лә С.Р. Әлибаев ныҡышмалы эш алып бара. Педтехникумдың ул ваҡыттағы комсомол секретары Әхмәт Әхмәтйәнов: «Ырымбур ҡала комитеты ағзаһы булараҡ, Сәғит ағай кµн һайын тигәндәй Карауанһарайҙы дәғүәләшеп властарға китер ине», – тип һәр саҡ иҫкә алыр була. Был йылдарҙа С.Р. Әлибаев Ырымбур комвузында ла марксизм-ленинизм буйынса дәрестәр алып бара.
Педагогия техникумы 1936 йылда Башҡортостанға күсә, ә уның директоры партияның µлкә комитетына мәктәп һәм фән бүлеге инструкторы итеп эшкә ебәрелә. «Шәхес культы» тигән исем аҫтында бµтә илде тетрәндергән 1937 йылдың октябрендә С.Р. Әлибаевты халыҡ мәғарифы комиссары итеп үрләтәләр һәм шул уҡ йылдың декабрендә беренсе саҡырылыш СССР ҙың Верховный Советына депутат итеп һайлайҙар. Ул Башҡортостан халыҡ мәғарифы µсµн ауыр заман була. Республика уҡытыу, белем биреү күрһәткестәре буйынса иң артта ҡалған тµбәктәрҙән һанала. Ә власть тиҙ арала юғары сифат талап итә. Халыҡ мәғарифына бүленгән аҡса уҡытыусыларҙың эш хаҡын түләргә саҡ саҡ етә. Тµҙµлµш, уҡыу әсбаптары, йыһазландырыу тураһында әйтерлек тә түгел. Ләкин С.Р. Әлибаевтың мәктәптә эшләү тәжрибәһе етерлек, халыҡ мәғарифы комиссары булараҡ, ул матди ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай. Бµтә эш мәғариф эшсәндәренең, бигерәк тә етәкселәренең энтузиазмы, шәхси инициативаһына ҡайтып ҡала. Халыҡты белемле итеү маҡсатында мәктәп һәм китапхана биналары тµҙµргә, уҡыусыларҙы ашатыу µсµн шарттар булдырырға, дәреслектәр һәм методик китаптар баҫтырырға, квалификациялы уҡытыусылар, методистар әҙерләргә кәрәк. Быларҙың бµтәһен дә тормошҡа ашырыр µсµн аҡса еткереп булмай. Ул ваҡытта ҡуйылған бурысты үтәмәй ҡалыу – «халыҡ дошманы» тип нарыҡланыуға сәбәп. Обком һәм Совнарком халыҡ мәғарифы комиссариатын педагогик кадрҙар, дәреслектәр һәм программалар етмәүҙә ғәйепләй. Шул уҡ ваҡытта үҙҙәре Бәләбәй, Бµрµ, ¤фµ педагогия училищеларының, Стәрлетамаҡ сәйәси ағартыу мәктәбенең, балалар баҡсаларының биналарын тµрлµ ойошмаларға таратып бирәләр, «халыҡ дошмандары» яҙған дәреслектәр, программалар 1937 йылда юҡ ителә, ә бер йыл эсендә дәреслектәр, программалар яҙып µлгµртµү мµмкин түгел. Халыҡ мәғарифы комиссарының эш буйынса йµрµр µсµн машинаһы ла булмай.
«1938 йылдың аҙағында «Халыҡ дошмандары – элекке мәғариф халыҡ комиссары Р.В. Әбүбәкиров һәм «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзитенең мµхәррире К.К. Аҙнабаев менән бәйләнештә булғаны µсµн Сәғит Әлибаевты эштән бушаталар һәм партия сафынан сығаралар». (Р. ¤мµтбаев, «Башҡортостан», 12 ғинуар, 1994 й.)
Йыл ярым үткәндән һуң, Сәғит Әлибаевты киренән партия сафына алалар һәм кинофикация начальнигы итеп ҡуялар, һәм ул һуғышҡа киткәнсе ошо вазифала эшләй.
1941 йылдың ноябрендә С.Р. Әлибаев Башҡорт кавалерия дивизияһының 1 се полкына комиссар итеп тәғәйенләнә. Полк командиры майор Таһир Таип улы Кусимов менән комиссарҙың тоғро дуҫлығы ғүмер буйына һаҡлана. Сәғит Әлибаев ике тапҡыр яраланыуына ҡарамаҫтан, данлы Кусимов полкы менән Эльбаға тиклем ауыр яу юлы үтә. Күрһәткән батырлыҡтары µсµн гвардия подполковнигы дәрәжәһендә ике хәрби Ҡыҙыл Байраҡ, ике Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары менән бүләкләнә.
1 се полкта дивизияның башҡа подразделениелары араһында Сәғит Әлибаев үҙен бµтә яҡлап та алдынғы итеп күрһәтә, 1944 йылдың яҙына тиклем етәкселек составын да һаҡлап ҡала. Дивизияға 16 сы Чернигов гвардияһы исеме бирелә һәм 7 се Гвардия корпусы составына инә. С.Р. Әлибаев 15 се гвардия дивизияһының 53 сµ полкына замполит итеп тәғәйенләнә һәм шул вазифала 1945 йылдың майында Берлинға тиклем барып етеп, Рейхстаг стенаһында үҙенең автографын ҡалдыра.
«Һәр саҡ айыҡ аҡыллы, матур ҡиәфәтле, тµплµ уйлаған комиссар булды. Иң беренсе нәүбәттә ул боецтар тураһында хәстәрлек күрҙе. Һуғышсыларҙың күтәренке рухлы булыуҙары, ваҡытында ашап эсеүҙәре һәм ял итеүҙәре хаҡында даими хәстәрләр ине. Аҡыллы батырлыҡ һәм ҙур тормош тәжрибәһенә нигеҙләнгән тәүәккәллек уның менән һәр саҡ бер ҡатар йµрµнµ», – тип хәтерләй элекке полк штабы начальнигы, күп хәрби ордендар кавалеры, гвардия подполковнигы Әхнәф Йосопов.
«Махсус башҡорт кавалерия дивизияһы тµҙµлµү һәм уның Бµйµк Ватан һуғышында ҡатнашыуының тарихи әһәмиәтен тµшµнµү тәүге кµндәрҙә үк миндә үҙем ҡатнашасаҡ боевой эштәрҙең йылъяҙмаһын алып барыу теләге тыуҙырҙы...
...Аҙаҡ үҙенән үҙе хәл ителде: кµндәлек. Буласаҡ эштәрҙе мµмкин тиклем эҙмә эҙлекле, түкмәй сәсмәй яҙып барырға. Унда ваҡиғаларға анализдар, ниндәйҙер дµйµмләштереүҙәр яһалмаҫ та, бәлки. Әммә дивизия воиндарының ҡаһарманлыҡтарын «аҡҡа тµшµрµп» – ҡағыҙға яҙып ҡалдырырға!» – тип яҙа кµндәлектәрендә хәрби комиссар С.Р. Әлибаев.
Һуғыш ваҡытында яҙылған фронт кµндәлегенең бер µлµшµ тәүҙә «Ағиҙел» журналында, һуңынан, 1972 йылда, айырым китап булып баҫылып сыға. Әммә бер ҡайҙа ла баҫылмай ҡалған µлµшµ яу ҡаһарманының улы Тимер Әлибаевта һаҡлана.
Һуғыштан һуң, дивизия политбүлеге начальнигы итеп аттестация үтеүенә ҡарамаҫтан, үҙ халҡының тоғро улы Сәғит Әлибаев тыуған республикаһына ашҡына. 1946 йылда ул яңынан БАССР ҙың мәғариф министры итеп тәғәйенләнә. Был халыҡ мәғарифы µсµн бик ауыр осор була. Мәктәптәр туҙған, күбеһе емерек хәлдә, дәреслектәр, уҡыу әсбаптары етешмәй, уҡытыусыларға ҡытлыҡ, уларҙың күбеһе һуғыш ҡырҙарында ятып ҡалған. 1945/46 уҡыу йылында республика мәктәптәрендә 70 мең бала кластарында ултырып ҡалған, VIII – X кластарҙа эшләгән юғары белемле уҡытыусылар һаны 25 процентҡа ла тулмай. Мәғариф µлкәһендә эшләүселәрҙе, иң башта уҡытыусыларҙы, матди яҡтан, торлаҡ һәм яғыулыҡ менән тәьмин итеү мәғариф министры елкәһенә тµшә. 1954 йылда Башҡортостандың мәғариф буйынса күрһәткестәре һан яғынан да, сифат яғынан да алдынғылар рәтенә күтәрелә.
1954 йылдың кµҙµндә С.Р. Әлибаев аспирантураға уҡырға инә һәм 1956 йылда педагогия фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлай. Уны Стәрлетамаҡ педагогия институтына ректор итеп тәғәйенләйҙәр. «Стәрлетамаҡ педагогия институты әле яңыраҡ ҡына асылған ваҡыт. Уны аяҡҡа баҫтырырға, кµслµ кадрҙар менән тәьмин итергә, студенттарға уҡыу һәм йәшәү шарттары булдырырға кәрәк. Студенттар составы ул ваҡытта бик кµслµ ине. 50 процент тирәһе ир егеттәр, күбеһе мәктәптә йәки производствола эшләп килгән. Хатта беҙҙең арала элекке яугирҙар ҙа бар. Бындай студенттар менән эшләү µсµн ректорға үҙенсәлекле тактикаға таяныу мотлаҡ булғандыр. Сәғит Рәхмәтулла улы Әлибаев ысынлап та студенттарҙы яҡшы аңлай, уларға таянып эшләй торған оло иптәш булып сыҡты; институтта уҡығанда беҙҙе үҙ аллы фекерләргә, мәктәп тормошон яҡшы итеп µйрәнергә, тиҙерәк уҡытыусы, шәхес булып үҫешергә ярҙам итте», – тип хәтерләй профессор Р.В. Әлмµхәмәтов.
1959 йылда С.Р. Әлибаев ¤фµгә ҡайтып, Рәсәй Педагогия академияһы Милли мәктәптәр институтының филиал мµдире итеп тәғәйенләнә. Ете йылдан һуң µлкән ғилми хеҙмәткәр булып күсә һәм ғүмеренең һуңғы кµндәренә тиклем ошонда эшләй.
Мәғариф µлкәһенең ҡайһы ғына тармағында эшләмәһен, Сәғит Рәхмәтулла улы педагогик кадрҙарҙы үҫтереү бурысын беренсе планға ҡуя. 1966 йылда С.Р. Әлибаев «Башҡорт АССР ы мәктәптәре: үткәне, хәҙергеһе һәм киләсәктә үҫеү юлдары» исемле бик мµһим һәм кәрәкле китап нәшер итә.
Сәғит Рәхмәтулла улы Әлибаев үҙенең тормошо, тыуған илебеҙгә, халҡыбыҙға тоғро хеҙмәт итеүе менән күптәргә µлгµ булып тора. Ул үҙенең бµтә ғүмерен халыҡ мәғарифын үҫтереүгә арнай.

Р.Ғ. ИҪӘНҒОЛОВА,
Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының өлкән методисы;
Т.С. ӘЛИБАЕВ,
медицина фәндәре кандидаты

1917 йылдың ноябрь айында Башҡорт Хµкүмәте ҡарамағында Муса Смаков етәкселегендә халыҡ мәғарифы бүлеге барлыҡҡа килә. Халыҡ комиссариаты советы декретына ярашлы, 1918 йылдың 26 июнендә урындағы властар ҡарамағында ла халыҡ мәғарифы бүлектәре, ¤фµлә урындағы губревком тарафынан Губерна халыҡ мәғарифы бүлеге (Уфгубоно) булдырыла. Республикала Башҡорт революция комитеты (Башревком) ҡарамағында Башҡорт халыҡ мәғариф комиссариаты (Башнаркомпрос) эшләй башлай.
1922 йылдың июнендә, «Ҙур Башҡортостан» барлыҡҡа килгәс, ¤фµ Губерна халыҡ мәғарифы бүлеге Башҡорт халыҡ мәғариф комиссариаты менән берләшә. Халыҡ мәғариф комиссары итеп элекке «Кесе Башҡортостан» халыҡ мәғариф комиссариатының етәксеһе Г.С. Сәғәҙеев тәғәйенләнә. Халыҡ мәғариф комиссариаты ҡарамағына театрҙар һәм музейҙар, мәҙәни ағартыу учреждениелары һәм китап нәшриәттәре инә.
1946 йылда СССР‑ҙың Юғары Советы Президиумы Указы буйынса Халыҡ комиссариаттары Министрлыҡтарға әйләндерелә һәм БАССР Мәғариф министрлығы барлыҡҡа килә. Ул РСФСР Мәғариф министрлығына һәм Башҡорт АССР‑ы Министрҙар Советына буйһона.
1990 йылдан алып ул – Башҡорт АССР‑ы халыҡ мәғарифы министрлығы, ә бµгµн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тип атала. Быйыл, 2017 йылдың ноябрь айында, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы ойошторолоуға 100 йыл тула.