Редакция журнала «Башҡортостан уҡытыусыһы» - филиал ГУПРБ Издательский дом «Республика Башкортостан»
» » Еңеү килтергән һалдат (Драма, 3 күренештә)
9 Май – Еңеү көнө
Еңеү килтергән һалдат (Драма, 3 күренештә)


Ә.М. ФӘРРӘХОВА,
Учалы балалар йорто тәрбиәсеһе, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф
хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы


Ҡатнашалар:
Мөждәбә – пленға эләгеп, немец концлагерында ыҙаланған, ә аҙаҡтан тотҡонлоҡтан ҡасып, Франция ерендә француз макиздары (партизандары) менән дошманға ҡаршы көрәшкән совет һалдаты.
Степан, Андрей – әсирлеккә төшкән совет һалдаттары.
Немец һалдаты.
НКВД хеҙмәткәре.
Әҙибә – Мөждәбәнең ҡатыны.
Наилә – Мөждәбәнең ҡыҙы.
Мөнирә – почтальон ҡыҙ.
Ысынбарлыҡта булған хәл‑ваҡиғалар һүрәтләнә.
Юғары класс уҡыусылары һәм интернат системаһында тәрбиәләнгән балаларҙың сығыштары өсөн әҙерләнде.

I күренеш.
Шаршау асылыр алдынан шомло музыка уйнай. Сәхнә ҡараңғы. Һуңынан сәхнәлә ялт‑йолт иткән уттар күренә. Музыка әкренләп түбәнәйә.
Ярым ҡараңғы сәхнә уртаһында яралы һалдат ята. Яҡында ғына немецтар тауышы, овчаркалар өргәне ишетелә. Яралы һалдат ыңғыраша. Шул ваҡыт сәхнәгә ҡулына автомат тотҡан немец һалдаты килеп сыға. Ул ҡысҡырына‑ҡысҡырына һалдат эргәһенә яҡын килеп уға тибеп ҡарай. Һалдаттың ыңғырашҡанын ишетеп, ҡаты итеп тибеп ебәрә һәм мылтығының осо менән төртөп уға торорға ымлай.
Немец һалдаты. Зетцен зис шбитте, русин швайн.
Яраланған һалдат ауырлыҡ менән аяғына баҫа, йығылмаҫҡа тырыша, ләкин һөрөнөп китә.
Немец һалдаты. Хенде хох!
Совет һалдаты ауыртыуға түҙергә тырышып аяғына баҫа, яраһын бер ҡулы менән тотоп немец һалдаты күрһәткән яҡҡа атлай. Ут һүнә.
Ут яңынан ҡабынғанда бер нисә яралы һалдат ятҡан бина һүрәтләнә. Уларҙың яралары бәйләнгән, йөҙҙәре болоҡһоу. Кемеһелер ыңғыраша, кемеһелер ярҙам һорай.
Мөждәбә. Уйҙар, уйҙар… Һеҙ төнөн дә мине үҙегеҙҙән азат итмәйһегеҙ.
Степан(яралы һалдат). Һин йоҡлағаныңда бик ҡаты ыңғыраштың, яраларың һыҙлағандыр инде. Үҙең ҡайҙанһың?
Мөждәбә. Мин Башҡортостандан. Көньяҡ Уралдың матур төбәктәренең береһенән.
Степан.Тыуған яғыңда яҡындарыңдан кемдәр ҡалды?
Мөждәбә. Өйҙә минең дүрт балам, ҡатыным Әҙибәм ҡалды. Ә һинең кемдәр ҡалды?
Степан. Мин үҙем Себерҙән. Яҡындарымдан бер кемем дә юҡ. Янғын сыҡҡан саҡта ике һеңлем һәм ата‑әсәйем янып үлгән, ә минең ғүмерем бөтмәгән, ахыры, ҡотҡарып өлгөргәндәр. Аҙаҡ балалар йортонда тәрбиәләндем.
Мөждәбә ара‑тирә ыңғырашып ала.
Степан. Һуғышҡа тиклем ниндәй һөнәр буйынса эшләнең?
Мөждәбә. Сермән педучилищеһын бөттөм, шунда скрипкала уйнарға өйрәндем. Училищенан һуң Сәфәр ауылына уҡытыусы итеп ебәрҙеләр. Бер аҙ ваҡыттан һуң Һәйтәк ауылына рәйес итеп тәғәйенләнеләр. Ең һыҙғанып дәртләнеп эшләп, балалар тәрбиәләп, киләсәккә яҡты хыялдар бағлап йәшәгән мәлдә һуғыш башланды.
Мин һуғышҡа киткәндә оло ҡыҙым Наиләгә һигеҙ йәш ине…
Мөждәбә тынып ҡала. Тышта немец һалдаттарының ҡысҡырышып һүгенеүҙәре, әсирҙәрҙе ҡаты итеп туҡмауҙары ишетелә.
Шаршау ябыла.
Шаршау асылғанда фашистик концлагерь барагын күрәбеҙ. Баракта дүрт әсир һалдат: ҡайһыһы ята, ҡайһыһы ултыра. Өҫтәрендә әсирҙәр кейеме, йөҙҙәре моңһоу, күҙҙәрендә нур юҡ.
Мөждәбә «Ҡыҙыл паша» спектакленән алынған «Бик һағындым» йырын йырлай.
Степан. Бик моңло йырлайһың, Мөждәбә. Тыуған яҡтарҙы, яҡындарыбыҙҙы өҙөлөп һағындыҡ. Уларҙы ҡайтып күрер өсөн дә беҙ тере ҡалырға тейеш.
Андрей. Беҙҙең әсирлеккә эләгеп, концлагерҙан концлагерға күсеп йөрөгәнгә лә ике йыллап ваҡыт үтте. Әҙәм ышанмаҫлыҡ хәл… Был үлем тырнағынан берәй саҡ ҡотолоп булырмы икән?
Мөждәбә. Яйын табырға тейешбеҙ. Иртәгә беҙҙе француз макиздарына ҡаршы һуғышҡа алып баралар. Һуғышҡа булғас, ҡорал бирмәйенсә ҡалмаҫтар. Ошо уңайлы мәлде ҡулдан ысҡындырмаҫҡа кәрәк. Бынан да ҡулай ваҡыт бүтән килеп тә сыҡмаҫ. Ҡул ҡаушырып ултырһаҡ, ошо концлагерҙа ҡорбан буласаҡбыҙ. Тәүәккәлләйек, Хоҙай үҙ ярҙамынан ташламаҫ.
Степан. Урман эшенә барған юлда бер һөҙәк урын бар бит әле, шунан аҫҡараҡ төшһәң, аръяҡта йылға. Иртәгә шул яҡҡа табан йүгерегеҙ. Ҡоралдарҙы ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышығыҙ.
Мөждәбә. Килештекме, иптәштәр? Ярай, Хоҙайға тапшырҙыҡ. Әгәр күрешә алмаһаҡ, бәхил булығыҙ!
Ут һүнә. Ярым ҡараңғыла әсирҙәр тегендә‑бында йүгерешә. Овчаркалар өрә, немец һалдаттары ҡысҡырыша. Степандың«Мөждәбә, был яҡҡа йүгер! Тиҙерәк бул!» тигәне ишетелә.

II күренеш.
Шаршау асылғанда ауыл өйөнөң эсе күренә.
Әҙибә (тәҙрәгә ҡарай). Мөждәбә эштән ҡайтып килә лә баһа, самауырҙы ҡайнатырға ла өлгөрмәнем. Наилә ҡыҙым, Наилә, һин ҡайҙа?
Йүгереп Наилә килеп инә.
Наилә. Нимә, әсәй?
Әҙибә. Балам, атайың эштән арып ҡайтып килә, ә сәйебеҙ өлгөрмәгән, туғандарың да ашамағандыр әле. Тиҙ бул, балам, өҫтәлде әҙерлә. Сеүәтәләге ашты йылытып өҫтәлгә ултырт, самауырҙы шаулатып ебәр.
Наилә. Ярай, әсәй, хәҙер барыһын да эшләйем.
Мөждәбә (килеп инә). Әсәһе, ашарға әҙерме? Ҡайҙа, тиҙерәк ашап өлгөрөр кәрәк, НКВД хеҙмәткәре килеп тә етер хәҙер.
Мөждәбә ашарға ултыра. Наилә йүгереп икмәк килтерә, ашты ултырта. Шул ваҡыт ишек шаҡыған тауыш ишетелә.
Әҙибә. Инегеҙ, ишек асыҡ.
НКВД хеҙмәткәре (өйгә инә лә рәсми рәүештә). Мөждәбә Гәрәй улы, һеҙҙе Учалыға допросҡа саҡыралар, әҙерләнегеҙ.
Мөждәбә өндәшмәй генә урынынан тора һәм кейенә башлай.
Мөждәбә (Әҙибәгә ҡарап). Әсәһе, мин һәр ваҡыттағыса иртүк ҡайтып етермен, көт! (Сығып китә.)
Әҙибә. Эй, хоҙайым, күпме ыҙалатырға була һуң кешене «хыянатсы» тип? Хыянатсы түгел ул, түгел! (Илай, яулығының осо менән күҙ йәштәрен һөртә. Әҙибәне ҡыҙы Наилә килеп ҡосаҡлай.)
Наилә. Әсәй, өҙгөләнмә, әсәй! Төнөн атайҙан һорау алғас, бүтән көндәрҙәгесә, иртүк кире ҡайтарырҙар. Барыһы ла яҡшы булыр, әсәй. (Залға ҡарап уйланып тора.) Килер шундай көн, һәм атайымдан «хыянатсы» мөһөрөн алып ташларҙар. Шул саҡ беҙҙең урамда ла байрам буласаҡ.
Шаршау ябыла.
Шаршау асылғанда НКВД хеҙмәткәрҙәренең эш бүлмәһе күренә. Өҫтәл артында ултырған хеҙмәткәр Мөждәбәнән һорау ала.
Хеҙмәткәр. Тәк, Мөждәбә Гәрәй улы, һуғышҡа нисәнсе йылда алынғанлығығыҙ тураһында белдек, ә хәҙер нисек пленға төшкәнегеҙҙе һөйләгеҙ.
Мөждәбә. Элек һөйләгәндәргә өҫтәп мин бер нимә лә әйтә алмайым.
Хеҙмәткәр. Һеҙ миңә дөрөҫөн генә әйтегеҙ, фашистарға нисек бирелеүегеҙ тураһында!
Мөждәбә. Иптәш хеҙмәткәр, мин бер кемгә лә һатылманым, ә пленға Витебск өсөн барған алыштарҙа яраланып, аңымды юғалтҡас, эләктем.
Хеҙмәткәр. Шунан һуң ҡайҙарға алып киттеләр үҙеңде?
Мөждәбә. Башҡа тотҡондар менән бергә немец концлагерҙарында булдым. Беҙҙең һуңғы концлагерь Германия ерендә урынлашҡан ине. Был осор Францияла француз макиздары фашизмға ҡаршы ҡыҙыу көрәш алып барған саҡ менән тап килде. Немецтар әсир һалдаттарҙы ҡорал тоттороп уларға ҡаршы алышҡа ебәрҙе, беҙ иһә был ҡоралды немецтарҙың үҙҙәренә ҡарата бороп, немец һаҡсыларын үлтереп, урмандағы макиздарға барып ҡушылдыҡ.
Хеҙмәткәр (ҡулындағы сәғәтенә ҡарап ала). Таң да ата башланы. Ярай, бөгөнгә етер, Мөждәбә Гәрәй улы. Кисен артабан дауам итербеҙ. Немецтарға нисек һатылғанлығығыҙ, уларға нисек хеҙмәт итеүегеҙ тураһында һөйләргә әҙерләнегеҙ.
Шаршау ябыла.

III күренеш.
Шаршау асылғанда шул уҡ ауыл өйө. Әҙибә иҙән һеперә. Арып‑талып Мөждәбә ҡайтып инә. Ул арыған, йонсоған. Әҙибә һеперткеһен ситкә ҡуя.
Әҙибә. Атаһы, эшкә барырға әле иртә. Кил, һикегә ятып ял итеп ал.
Мөждәбә һикегә барып ята. Уның эргәһенә ҡыҙы килеп ултыра.
Наилә. Атай, бик ныҡ йонсоғанһың, был юлы ла һорау алып ыҙалаттылармы?
Мөждәбә. Ҡыҙым, хәҙер һин ҙурһың инде, һиңә бар дөрөҫлөктө һөйләргә була. Улар мине пленға эләккәнгә «хыянатсы» тип бара. Тик мин хыянатсы түгел, ҡыҙым. Беҙ концлагерҙа ла фашистик Германияға ҡаршы көрәш алып барҙыҡ. Миңә улар ышанмай.
Наилә. Атай, бер саҡ ышанырҙар, әлбиттә, ышанырҙар. Дөрөҫлөк ҡалҡан булып ҡалҡыр.
Мөждәбә. Балам, бар теләгем, маҡсатым – ошо дөрөҫлөктөң өҫкә сығыуы.
Наилә. Атай, һөйлә әле тағын француз макиздарына нисек килеп ҡушылыуығыҙҙы.
Мөждәбә. Концлагерҙан ҡасҡас беҙ, ете совет һалдаты, Франция урмандарында аҙашып йөрөнөк. Концлагерҙа булыу барыбыҙҙың да һаулығын бик ныҡ ҡаҡшатҡайны, ләкин тотҡонлоҡтан ҡотолоу теләге менән янған йөрәгебеҙ арыу‑талыуҙы ла, ауыртыныуҙы ла һиҙмәне. Беҙ ике көн барғандан һуң йөрөмәҫлек хәлгә килеп арыныҡ, талдыҡ, асыҡтыҡ һәм уйламағанда француз макиздарына килеп юлыҡтыҡ. Улар беҙҙе йылы ҡаршы алды: ашаттылар, йыуындырып‑кейендерҙеләр. Бишәүебеҙҙе лазаретҡа оҙаттылар, ә аҙаҡ беҙ улар менән бергә фашистарға ҡаршы һуғыша башланыҡ.
Наилә. Артабан ниҙәр булды?
Мөждәбә. Мин француз макиздары менән берлектә Брив, Исель, Тюль, Эгметон кеүек француз ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаштым.
Наилә. Атай, һинең миҙалдарҙы ни өсөн бирҙеләр?
Мөждәбә. Шул алыштарҙа күрһәткән ҡаһарманлыҡтарым өсөн «Батырлыҡ өсөн», «Партизан» миҙалдары менән бүләкләнеләр.
Наилә. Әйтсе әле, атай, һуғышта үлем‑ҡырылыштан тыш, күңелле осраҡтар булғаны булдымы?
Мөждәбә. Тормош булғас бөтәһе лә булды, ҡыҙым.
Ишек шаҡыған тауыш ишетелә. Өйгә почтальон ҡыҙ Мөнирә килеп инә.
Мөнирә. Мөмкинме?
Мөждәбә. Ин, ҡыҙым, түрҙән үт. Хат‑хәбәр бармы әллә?
Мөнирә. Эйе, Мөждәбә ағай, һиңә Мәскәүҙең үҙенән хат бар. Мә, алығыҙ. (Хатты һуҙа.)
Мөждәбә(хатты ҡулына ала, әйләндереп тегеләй‑былай ҡарай һәм ҡыҙына һуҙа). Уҡы әле, ҡыҙым.
Наилә(уҡый башлай). «Хөрмәтле Шаһиев Мөждәбә Гәрәй улы! Һеҙгә был хатты Франция президенты Шарль де Голль яҙа. Беҙ һеҙҙең Франция ерендә фашистик Германия ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышып батырлыҡтар күрһәткәнлегегеҙҙе онотмайбыҙ һәм һеҙгә француз макиздары менән берлектә көрәшкәнегеҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Һеҙ Франциянан ебәрелгән «Франция ҡаршылығында ҡатнашыусы» тигән орден менән бүләкләнәһегеҙ. Орденды тапшырыу өсөн һеҙҙе түбәндәге адрес буйынса Мәскәү ҡалаһына саҡырабыҙ.
Советтар Союзында һеҙгә ҡарата булған хаталы ҡараш – «хыянатсы» мөһөрө алып ташланасаҡ.
Франция президенты Шарль де Голль, 1957 йыл».
Наилә(атаһын килеп ҡосаҡлай). Атай, әйттем бит, дөрөҫлөк өҫкә ҡалҡыр, тип. Ошо көн килде, атай!
Әҙибә килеп инә.
Әҙибә. Ниндәй тауыш бында, ни эшләп шаулайһығыҙ?
Наилә. Әсәй, атайҙан «хыянатсы» мөһөрөн алып ташлаясаҡтар. Бына уға Франция президенты Шарль де Голдән хат һәм награда килгән. Орденды алырға уны Мәскәү ҡалаһына саҡыралар. Әсәкәйем, ниндәй шатлыҡ!
Әҙибә. Эй, Аллам! Бындай шатлыҡлы көндәрҙе лә күрәһеләребеҙ бар икән. Ҡартым, белдем мин ошо көндөң килерен, белдем! (Мөждәбәне ҡосаҡлай.) Бөгөндән кәүҙәңде тура тотоп еңеү килтергән совет һалдаты булып йәшәйәсәкһең, Мөждәбә! Йәшәйәсәкһең!
Шаршау ябыла.