Редакция журнала «Башҡортостан уҡытыусыһы» - филиал ГУПРБ Издательский дом «Республика Башкортостан»
» » «Урал батыр» эпосын һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең XX республика конкурсы
«Урал батыр» эпосын һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең XX республика конкурсы

2018 йылдың 27 – 30 июнендә Бөрйән районының «Ағиҙел» балаларҙы һауыҡ­тырыу йәйге лагерында «Урал батыр» эпосын һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең XX республика конкурсы үтте.

Сәсәндәр мәктәбен үҫтереүҙе, халҡыбыҙҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләүҙе, һәләтле балаларға ярҙам итеүҙе күҙ уңында тотҡан тәрән йөкмәткеле был кон­курс­ты Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы ойошторҙо.
Конкурс ике этапта барҙы. I турҙа уҡыусылар «Урал батыр» эпосын яттан һөйләһә, II турҙа район-ҡалаларҙан килгән фольклор командалары халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижади өлгөһө булған эпос-ҡобайырҙарҙан өҙөктәрҙе сәхнәләштереп күрһәтте.
Республика конкурсында 48 уҡыусы һәм 20 фольклор коллективы сығыш яһаны.
Халҡыбыҙҙың рухи мираҫы булған мәшһүр «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү – республика конкурсының төп шарттарының береһе. Йәш сәсәндәр был һынауҙы бик уңышлы үтте. Улар жюри ағзалары һәм иптәштәре алдында сығыш яһап, юғары әҙерлекле булыуҙарын, оҫталыҡтарын күрһәтә алды. Артабан балалар ҡобайырҙарҙан өҙөктәр сәхнә­ләштергән саҡта ла һәләттәрен бар яҡлап асып бирҙе.
«Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәрҙең XX республика конкурсындағы сығыштарын филология фәндәре докторы Р.Ә. Солтангәрәева етәкселегендә абруйлы жюри баһаланы.
Конкурста ҡатнашыусылар һәм жюри ағзалары өсөн иҫтәлекле осрашыуҙар булды. Шүлгәнташ мәмерйәһенә сәфәр ҡылыу, профессор Әхмәт Сөләймәнов исемендәге музейҙы асыу тантанаһында ҡатнашыу барыһында ла онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
¤лкәндәр төркөмөндә еңеүселәр
(VIIIXI кластар)
XX республика конкурсында көсөргәнешле ярыш һынауҙарын үтеп, Ишембай ҡалаһының Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыу­сыһы Шәрипова Гөлсәсәк (уҡытыусыһы – Ф.Т. Әмирханова) Гран-при яуланы.
I урында – Йылайыр районы Йыла­йыр ауылының Ш. Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Мәхмүтова Гөлнәзирә, II урында – Дәүләкән ҡалаһы лицей-интернаты уҡыусыһы Сафина Илнура, III урында –Белорет ҡалаһының Я. Хамматов исемендәге гимназияһы уҡыусыһы Үтәбаева Ләйсән.
Уртансы төркөмдә еңеүселәр
(VVII кластар)
I урынды Ишембай ҡалаһының Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Шәрипова Ғәлиә яуланы. II урында – Бөрйән районының Иҫке Монасип мәктәбе уҡыу­сыһы Истәкова Сара. Учалы районының Ураҙ лицейы уҡыусыһы Шәйхетдинова Ленизаға III урын бирелде.
Кескәйҙәр төркөмөндә еңеүселәр
(IIV кластар)
Яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, Учалы районының Яңы Байрамғол мәктәбе уҡыусыһы Золотарева Ләйсән (уҡытыусыһы – О.В. Золотарева) Гран-при яуланы. I урынды Көйөргәҙе районының Яҡшымбәт мәктәбе уҡыусыһы Суванова Гөлгөнә яуланы. II урында – Баҡалы районының Мостафа мәктәбе уҡыусыһы Дусыева Миләүшә.
Ҡобайыр сәхнәләштереүҙә еңеүселәр
I урынды Бөрйән районының Иҫке Монасип мәктәбе командаһы яуланы. II урында – Учалы районы Учалы ауылының башҡорт гимназияһы, Баймаҡ ҡалаһының 4-се мәктәбе командалары. III урынды Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ж. Ке­йекбаев исемендәге 3-сө гимназияһы һәм Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты командалары бүлеште.
С.К. Ғайсин.